Тамара Ғәниева 70 йәш

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист-публицист, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты Тамара Ғәниева 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Тамара (Тимербикә) Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева 1951 йылдың 25 ғинуарында Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә, аҙаҡтан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Мәктәптәрҙә, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт техникумында уҡытыусы булып эшләй. Республика телерадиокомитетында хеҙмәт көсө түгә, «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире була.
Тамара Ғәниеваның беренсе китабы «Осрашырбыҙ әле» тип атала һәм ул 1980 йылда донъя күрә. Төрлө жанрҙарҙа бик әүҙем ижад итә. Бер үк ваҡытта республика баҫмаларында көнүҙәк темаларға арналған публицистик мәҡәләләр менән дә даими һәм әүҙем сығыш яһай.
2015 йылдың сентябрендә Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Тамара Ғәниеваның «Ғүмер кисеүҙәре» тип аталған яңы шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Унда шағирәнең һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре урын алған.
Әҙибә тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул ундан ашыу авторҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарған. Улар араһында Фридрих Шиллерҙың «Мария Стюарт», Альбер Камюҙың «Калигула», Николай Гумилевтың «Древо превращений», Лопе де Веганың «Собака на сене», Николай Гоголдең «Ревизор», Камил Йыһаншиндың «Скитники», «Золото Алдана», «Росомаха» китаптары бар. Донъя һәм рус әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеү буйынса емешле эшмәкәрлеге өсөн Тамара Ғәниева 2015 йылда «Словес связующая нить» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булды.
2019 йылда Тамара Ғәниеваға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.