Телем аша астым донъя серен

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Телем аша астым донъя серен” исемле Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы үтте. Кисәлә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Мөхәмәтшин китапхана менән ҡоролтай ойошторған «Иң күп башҡортса китап уҡыусы бала” район конкурсында еңеүсе уҡыусыларҙы бүләкләне. Баймаҡ лицей-интернаты уҡытыусыһы Сафа Ишҡыуатов башҡорт телен уҡытыуҙа камиллыҡты талап иткән күренештәр тураһында һөйләһә, район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет белгесе Фәнзилә Төхвәтуллина йыл буйына Башҡорт теле йылы сиктәрендә үтәсәк саралар планы менән таныштырҙы. Район ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Гүзәл Монасипова матур миҫалдар ярҙамында йолаларыбыҙҙы пропагандалау алымдарын еткерҙе. Кисәлә шулай уҡ башҡорт теленә арналған шиғырҙар, ҡобайырҙар, йырҙар яңғыраны, китапҡа реклама яһалды, китапханасылар китап тотоп флешмоб башҡарҙы, ҡатнашыусылар зиһендәрен эшкә егеп, викторинала ҡатнашты. Кисә ҡунаҡтары “Ағиҙел” журналын бүләккә алып ҡыуанды.