Түбәнге Яйыҡбайҙа «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет утрауы»

“Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсы сиктәрендә Түбәнге Яйыҡбай ауылында район ҡатын-ҡыҙҙар советы “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет утрауы” тип аталған бик күркәм сара ойошторҙо. Урындағы активистар – куратор Гөлйемеш Ишмырҙина, ауылы өсөн янып-көйөүсе Рәмзиә Бәхтиева, ағинәйҙәр ҡоро менән берлектә рәйесе Фирҙәүес Хәсәнова, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм рәйесе Рәйлә Йәһүҙина “Бәхет утрауы”на ауылдың киләсәгенә битараф булмаған халыҡты тупланы.
Сара сиктәрендә ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгенең ғаиләне планлаштырыу кабинеты акушеры Гөлназ Хәсәнова, психолог Гөлфиә Мөхәмәтйәрова, “Йондоҙ” матурлыҡ салоны (етәксеһе Гөлкәй Ишембәтова) парикмахеры Әлиә Исмәғилева, косметолог Валентина Солтанбәкова, “Ғаилә” хеҙмәте юрисы Салауат Арыҫланов, республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәгенең социаль пелагогы һәм психологы Марат Әминев, Баймаҡ ҡалаһы мәғариф бүлеге методисы Люциә Сөләймәнова үҙ өлкәләре буйынса мөрәжәғәт итеүселәргә ярҙам күрһәтте. Косметолог менән парикмахер ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙарын матурландырып та ебәрҙе. “Башҡорт китабы” магазины хужабикәһе Яңылбикә Мөхәмәтйәнова нәзәкәтле милли биҙәүестәр һәм китап продукцияһын һатыуға килтерҙе. Сара барышында талҡан тартыу һәм буҙа ҡойоу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы методисы Айгөл Иҙелбаева сарала ҡатнашыусыларҙы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сығарылған матбуғат баҫмалары менән таныштырҙы, билдәле яҡташ ҡатын-ҡыҙҙарға арналған викторина ойошторҙо. Шулай уҡ командалар башҡорт романдары исемдәренән торған филворд систе, еңеүселәр матур теләктәр яҙылған “Бәхет кәнфите”н бүләккә алып ҡыуанды.