Шағир Файыҡ Мөхәмәтйәновтың тыуыуына — 100 йыл (1921-2009)

БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Мөхәмәтйәнов Файыҡ Тимерйән улы Борай районы Оло Баҙраҡ ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры.

Шағирҙың “Оҫта малай” исемле тәүге китабы 1960 йылда сыға. “Күңел көҙгөһө”, “Әсәйемдең ҡулдары”, “Көҙҙәремдең бағам күҙенә”, “Тыуған яғым йылыһы”, “Батырлыҡ эҙе” һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтары авторы.
✍🏻✍🏻✍🏻✍🏻✍🏻✍🏻✍🏻
Таң һыҙыла, донъя нурға сума,
Йырсы һандуғас та уяна.
Уяна ла, сут-сут һайрай-һайрай,
Көн тыуыуын тойоп ҡыуана.
Мин дә көттөм, ғәзиз еркәйемә
Алһыу таң килерен көттөм.
Ҡара төндө үткәрә алмай,
Йыр яҙалмай йөҙәп бөттөм.
Ә таң атҡас,
Ерем нурға сумғас,
Тулҡын-тулҡын килде йырым,
Шунда Аллам миңә һүҙен әйтте:
“Йырға ҡушһаң таңдың нурын,
Ерҙәштәрең йөрәгенән шикһеҙ
Урын таба алыр йырың!”

Ф.Мөхәмәтйәнов.