“ШИҒРИӘТТЕҢ ТЫЛСЫМЛЫ КӨСӨ”

Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Бөтә донъя Шиғриәт көнөнә арналған “ШИҒРИӘТТЕҢ ТЫЛСЫМЛЫ КӨСӨ” исемле әҙәби-музыкаль кисәгә йыйылды. Сара Рәйес Түләк һүҙҙәренә Борис Хәйретдинов ижад иткән “Баймағыма йыр” гимны менән асылды.
Кисәлә берекмә ағзалары – Борис Хәйретдинов, Рәйсә Иҫәнбаева, Хазина Исҡужина, Лилиә Ғәниева, Әлфиә Бикташева, Нәфисә Мәмбәтова, Нурия Мортазина, Риана Вәлиева рәхәтләнеп һуңғы осорҙа яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, үҙҙәренең ижад кухняһы менән таныштырҙы. Лилиә Ғәниева әйтеүенсә, йәш саҡта барыһы ла яҙ етһә, хистәре ташыуынан шиғырҙар яҙа, урта йәштәгеләр балалар йоҡлап бөткәс төндә яҙыша, ә олоғайғандар иһә таңға ҡарай йәки иртәнсәк матур, яҡты фекерҙәрен ҡағыҙға төшөрә, ихлас ижад итә. Нәфисә Мәмбәтова: “Мин кистәрен скандинав йөрөшө менән сығырға яратам, шул ваҡытта башҡа матур уйҙар килә”, — тип һөйләне.
“Әбей ҡатаһыҙ булмаҫ, китап хатаһыҙ булмаҫ” тиелә халыҡта. Һеҙҙең китаптарығыҙҙа хата булған осраҡтар бармы? Бындай саҡта һеҙ ни эшләйһегеҙ?” – тигән һорауға Рәйсә Иҫәнбаева: “Шиғырҙы яҙған саҡта тыныш билдәләре кисерештәр тәьҫире менән ҡуйыла. Ә китапты тикшергәндә корректор ҡағиҙәгә ҡарап төҙәтә. Шуға күңел торошо менән ҡағиҙәнең иҫәпләшмәүе ихтимал. Шулай ҙа, пунктуацион хата китһә, артыҡ ҡурҡыныс түгел, тарихи китаптарҙа теүәл һандарға, факттарға бәйле хата китмәһен!” – тип яуап бирҙе. “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең кисәһендә тәүге тапҡыр ҡатнашыусы – “Емешле тормош” йыйынтығы авторы, Ҡаратал ауылынан Факиһа Түләкова үҙе менән таныштырҙы, киләсәктә берекмәнең ултырыштарынан ситтә ҡалмаҫҡа һүҙ бирҙе.
Исемдәре хатта юғалһа ла,
Шағирҙан һүҙ ҡала, шиғри һүҙ.
Шиғри һүҙҙә – илдең тел асҡысы,
Шиғри һүҙҙәр ерҙә үлемһеҙ!