Юбилейығыҙ менән!

Бөгөн үҙенең олпат юбилейын -65 йәшен танылған яҙыусы һәм журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, «Атайсал» төбәк гәзите мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов билдәләй. Халыҡсан һәм бай телле яҙыусының һәр яңы әҫәрен китап уҡыусылар көтөп ала. Заман һулышын тойоп, бөгөнгө көн кешеләренең көнитмешен, ҡатмарлы яҙмыштар тарихын бәйән иткән, геройҙарының эске кисерештәрен тоғро һиҙеп юлдарға теҙгән авторҙың әҫәрҙәре беҙҙең китапхана кәштәләрендә лә саңланып тормай. Хөрмәтле Хәйҙәр Ниғәмәт улы! Юбилейығыҙ менән! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел көрлөгө, илһам ташламауын теләйбеҙ һәм әлбиттә, яңы әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ!