Яҡташ яҙыусылар аҙналығы

Шағир, яҙыусы, драматург Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы 1948 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Сибайҙа урта мәктәп тамамлағас, Магнитогорск тау-металлургия институтында уҡый, инженер-механик һөнәрен үҙләштереп эш башлай. 1983 йылда Юғары әҙәбиәт курстарын, 1987 йылда Юғары театр курстарын тамамлай. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1992-1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары. Был осорҙа «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта — филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа — махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға, йыл һайын йәш драматургтар семинарын (Баймаҡ ял йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүҙә ҙур өлөш индерә. Төрлө йылдарҙа — «Тамаша» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы генераль директоры булып эшләй, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзын етәкләй. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. “Дүрт кешелек табын” драмаһы, “Аты барҙың дәрте бар” комедияһы, “Бабич” романы авторы. Китаптары -“Алтын ямғырҙар миҙгеле”, “Буран”, “Сит планета ҡыҙы”, “Ҡапҡан”, “Тарихи пьесалар” һ.б.

📖“Бабич” романынан өҙөк
…Алмагөлдөң хаты арҡаһында асыуланышҡандан һуң, Йомабикә менән Шәйехзаданың араһы өҙөлдө. Ул хәҙер егет янына килмәй, Шәйехзада барһа, индермәй, йәшерен хәбәрен килтергәндә лә ләм-мим тауыш сығармай, ә осраҡлы тап булһалар, туҡтап та тормай үтеп китә. Ҡыҙ бүлмәһенә бер нисә тапҡыр йоҡларға ҡайтманы. Шул уҡ ваҡытта Шәйехзада Йомабикәнең ярҙамы менән Уршук ҡалаһындағы Ҡыҙыл армияның Ырымбурҙағы хәрәкәттәре, ҡайһы йүнәлештә һөжүм әҙерләүе хаҡында Башҡорт ғәскәренә өҙлөкһөҙ хәбәр биреп торҙо. Байгилдин штабта күрше армиялар, шулай уҡ Мәскәү менән бәйләнеш ойоштора ине. Капитан Йомабикәне үҙенең бүлегенә күсереп алды. Хәҙер ҡыҙ Байгилдиндең һәр бойороғон, хатын, белешмәһен машинкала баҫа. Шуға күрә ул капитандың ғына түгел, тотош армияның уй-ниәтен, маҡсатын, хәрәкәттәренең йүнәлештәрен белеп торҙо. Ул шунда уҡ быны Шәйехзадаға еткерә, егет Уршуктағы Башҡорт ғәскәре менән бәйләнеш өсөн яуаплы кешегә яҙып килтерә. (Әҫәр “Ағиҙел” журналының 2018 йылғы 7-11 һандарында баҫылды)