Яҡташ яҙыусылар ижады

Яҡташ яҙыусы Ирек Бикмәтовтың данлыҡлы игенсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин, Октябрь революцияһы ордендары кавалеры, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты, Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданины, РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты Риза Яхиндың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «Достойный сын земли Баймакской» исемле яңы китабы донъя күрҙе.
Был китап бар ғүмерен тыуған еренә, донъялағы иң изге һөнәр-икмәк үҫтереүгә арнаған танылған яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүҙә тағы бер мөһим бер аҙым булып тора. Библиографик-публицистик китаптың исем туйын 23 апрель көнө Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә уҙғарыу планлаштырылған.