Яңы журналдар һанына байҡау яһалды.

25 ноябрь Ниғәмәт ауыл модель китапханаһында ноябрь айының яңы журнал һандарына байҡау үткәрелде. Китап уҡыусылар «Башҡортостан ҡыҙы», «Тамаша», «Шоңҡар», «Ағиҙел», «Һәнәк» журналдарының мәҡәләләре менән танышты. Азамат Ишйәров «Ағиҙел» журналының ноябрь һаны менән таныштырып, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҡташ яҙыусыбыҙ Таңсулпан Ғарипова тураһында матур әңгәмә ойошторҙо. Әйткәндәй, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы — Азамат Муса улының ике туған апаһы.