Ғайса Хөсәйеновтың “Батырша” тарихи-биографик китабы

📖Ғайса Хөсәйеновтың “Батырша” тарихи-биографик китабы (Өфө, 2005) халыҡ күтәрелешенең атаҡлы идеологы Батыршаға бағышлана. Батыршаның тормош юлы, эшмәкәрлеге, башҡорт халҡының XVIII быуат уртаһындағы азатлыҡ көрәше, шул замандағы көнкүреше, социаль хәле һәм Башҡортостан тарихы бай фактик, тарихи-документаль материалдар нигеҙендә йәнле итеп тасуирлап бирелә.
📖“…Тағы Ырымбурҙағы губернатор ҡаршыһындағы хәл ҡабатланды – Батырша үҙ шәхесе хаҡындағы һорауҙарға ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе лә, ни өсөн бола ҡубарылыуы, уның сәбәптәре тураһында һораша ғына башлағайнылар элекке бер үк тәҡбирҙе тәҡрарланы: “Минең падишаһ хәҙрәттәренә генә еткерер һүҙҙәрем, әйтер серҙәрем бар, ғазим ғәли йәнәптәре хозурына ирештегеҙ. Бүтәндәргә, һис кемгә ул серҙәремде асаһым, яуапе тотаһым юҡ”, — тине вә вәссәләм. Төрлө дәрәжәләге түрәләр, следователдәр бәғзеһе ҡурҡытып, хатта туҡмап, язалап та шул һүҙҙәренән башҡа һис ни мәғлүмәт ала алманылар – таш ни таш, баш ни баш, серен һис асмаҫ. Сәйәси тотҡондар араһында ла бығаса осрамаған хәл, бунтарь, вор башы менән императрицаның аудиенцияһын талап итһенсе…” (Ғайса Хөсәйеновтың “Батырша” тарихи-биографик китабынан өҙөк)