Ғүмере буйы ил хәстәре, халыҡ ғәмәле менән янып йәшәне.

Һәр төбәктең ғорурланырлыҡ шәхестәре була. Иҫке Сибай ауылы моделле китапханаһында ауылыбыҙҙанан сыҡҡан бихисап күренекле кешеләр тураһында мәғлүмәт тупланған. Улар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Бөгөн һүҙ ауылдашыбыҙ, аҡһаҡал, тарихсы, 4 китап авторы Хөснулла Нотфулла улы Хәмитов тураһында булыр.(1930-2010, Уға быйыл 90 йәш булыр ине)
“..Ғүмере буйы ил хәстәре, халыҡ ғәмәле менән янып йәшәгән, ғәҙеллекте, халыҡты, халҡына хеҙмәт итеүҙе бар нәмәнән өҫтөн ҡуйған, күпте күргән аҡыллы ҡарттарҙы беҙҙең башҡортта «Ил ағаһы» тип ололау йолаһы бар. Тап ошондай Ил ағаһы тип беҙ абруйлы ауылдашыбыҙ Хәмитов Хөснулла Нотфулла улын әйтә алабыҙ.
Ул 1930 йылдың 1 июлендә Иҫке Сибай ауылында доньяға килә. Ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Сибай руднигындағы урта мәктәптә уҡыуын дауам итә һәм унда өлгөргәнлек аттестатын ала. Артабан ул 1948-1953 йылдарҙа Мәскәүҙә төҫлө металлургия институтында уҡып, диплом эшен “Сибай ятҡылығы базаһында баҡыр-көкөрт заводы” исемле темаға яҙа һәм уны уңышлы яҡлай. Уҡыуҙы тамамлағас, Сибай баҡыр заводына смена мастеры булып эш башлай. 1957-се йылда завод ябылғас, уны инженер-конструктор итеп проектлау бүлегенә күсерәләр.
Таусылар, эшселәр араһында хаҡлы ихтирам менән файҙаланған тапҡыр телле, үтемле һүҙле Хөснулла ағай 1970-се йылда комбинаттың партия ойошмаһы сәркәтибе итеп һайлана. Был яуаплы урында 15 йыл хеҙмәт итә.1970-1985-се йылдарҙа комбинат коллективы бөтә союз кимәлендәге социалистик ярыштарҙа гел алдынғылар рәтендә була.1976-сы йылда комбинат юғары хеҙмәт уңыштарына өлгәшкәне өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты Германия Демократик Республикаһының Мансфельд комбинаты менән байтаҡ йылдар дуҫлыҡ бәйләнештәре тота һәм хеҙмәттәшлек итә. Быға ла Хөснулла ағай күп хеҙмәтен һәм энергияһын һала. 1985-се йылда ул комбинаттың профсоюз комитеты рәйесе вазифаһын тапшыра. Хаҡлы ялға киткәнсе, 1994-се йылға тиклем, профком эшен йәнле итеп, уңышлы алып бара.Ялға сыҡҡас та ул элекке ойошмаһын ташламай, 10 йылдан ашыу комбинаттың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе эшен етәкләй. Ошо арала ул комбинатта эшләп киткән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хаҡындағы “Хәтер” һәм “Улар еңеп ҡайттылар” исемле китаптарҙы баҫып сығарыуҙы ойоштора. 2000-се йылда ҡала музейының ҙур залында комбинат тарихы сағылдырыла. Экспонаттарҙы урынлаштырыу тәртибе, бөтә аңлатма яҙыуҙар Хөснулла Нотфулла улы етәкселегендә башҡарыла. Ҡаланың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. 22 йыл рәттән ҡала советы депутаты була. Ул арымай-талмай көс түгеп, тыуған ауылы кешеләренең шәжәрәһен төҙөй, ауылының һәм үҙе эшләп сыҡҡан комбинаттың тарихын яҙа. “Атайсал”, “Сибай сәсән”(2007 й.), “Слово о горняках Сибая”, “Тыуған төйәгебеҙ”(2007 й.) исемле китаптары баҫылып сыҡты.
Халҡыбыҙ мәнфәғәтенә бағышлаған тырышлығы өсөн Хөснулла Нотфулла улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Халыҡ дуҫлығы” ордендары, миҙалдар, республика һәм ҡаланың бик күп маҡтаулы грамоталары менән бүләкләнә. Сибай ҡалаһының Почетлы гражданины исеме бирелә”.(авторы Лира Яҡшибаева