Ғүмер миҙгелдәре 

13 ноябрь — Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө билдәләнә. Ул көн киң йәмәғәтселек иғтибарын насар күргән һәм һуҡыр кешеләрҙең көнкүрешенә, йәшәү шарттарына йүнәлтеүгә арналған. Был көндө ҡаланың үҙәк китапханаһында «Ғүмер миҙгелдәре» исемле сара үтте. Баймаҡ ҡалаһының һуҡырҙар йәмғиәтен етәкләүсе Гөлбикә Яһаннур ҡыҙы Рәхимғолова был осрашыуҙың төп ойоштороусыһы булды. Сараға килеүсе мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр алдында халыҡ ижады үҙәге солисткаһы Сөмбөл Юлбахтина, һәүәҫкәр бейеүсе Рита Ҡоланбаева, гармунсылар Мәзүнә Кәбирова, Марат Иҙрисов сығыш яһанылар. Сараға килеүселәрҙе ҡаланың инвалидтар ойошмаһының вәкиле Илнур Атанғолов сәләмләне, ойошманың төрлө сараларынан алынған фотослайд күрһәтте, сараны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Гөлбикә Яһаннур ҡыҙы төрлө айҙарҙа тыуған көндәрен билдәләүсе йәмғиәт ағзаларын ҡотлап бүләктәр таратты. Бер-береһен бик күптән белгән, әммә бик һирәк осрашҡан ҡунаҡтарҙың йәнле һөйләшеүе сәй табыны артында дауам итте.
Был кисөне китапханасылар Сабирова Г.Ә. һәм Ҡолһарина З.М. алып барҙылар.