«Үҙеңдең уҡыған китабың тураһында дуҫыңа хат яҙ»

Билал ауыл китапханаһы әҙәбиәт һөйөүселәрҙе китап уҡырға йәлеп итер өсөн уҙған йылдан төрлө акциялар иғлан иткәйне. Шуларҙың береһе «Үҙеңдең уҡыған китабың тураһында дуҫыңа хат яҙ», “Һәр кем уҡырға тейешле йөҙ китап”.

Акцияларҙың шарттары буйынса китап уҡыусылар уҡыған китаптары тураһында хат яҙып китапханаға тапшырырға тейеш.

Бөгөн һәр кем өйҙә ултырғанда китап уҡыу мөмкинлеге артты һәм уҡыған китаптары тураһында хат яҙып инернет селтәре аша ебәреүселәр һаны күбәйҙе. Артабан да хаттар көтөп ҡалабыҙ!

Ҡулымда мәғариф ветераны Илдүсә Азат ҡыҙының хаты, унда шундай юлдар бар: «Әлҽ C.Шәриповтың китабын уҡып сыҡтым. Ул үҙҽн төрлө жанрҙа һынай. «Ҡолонташ»ында гҽройҙарының ҡатмарлы яҙмышы аша ябай әхлаҡи һорауҙарға яуап бирә автор, тәбиғәт үҙҽ бҽр образ дәрәжәһҽндә. Урындағы халыҡ ҽр кҽндҽгҽ тип иҫәпләгән Ҡоланташ замана эшҡыуарҙары ҡулына эләкһә… юҡҡа ғына автор ҡоҙғон образын алмағандыр. Уйланырға мәжбүр итә яҙыусы, сҽрлҽлҽк тә бар әҫәрҙә. Мәңгҽлҽк тҽмалар үҙҽнсәлҽклҽ хәл итҽлә.

C.Шәриповтың «Юл хикмәттәрҽ»н, моғайын күптәр үҙ итҽп өлгөргәндҽр. Мин үҙҽмсә афоризмдар йыйынтығы тип атайым уларҙы. Мәҫәлән: «Юлдар ҙа ҡартая бит», «Cабырһыҙлыҡ язаһын ала», «Йүкә шына ҡай саҡ имәндҽ лә яра икән», «Эттҽң этҽнә ҡәҙҽрлҽ икән исҽм», «Һәр кҽмдҽң холҡо эйәр ҡашағаһында йөрөй», «Осраштыра торған ҡөҙрәтҽ бар юлдың», «Һауаларҙа донъя ғәҙҽлмҽ икән?» , «Юлдарға көл дә һибәләр, гөл дә»…

Тормош булғас, юлдары ла төрлөсә.Тик ундағы өмөт уты бҽр ваҡытта ла һүнмәһҽн! Бигҽрәк тә бөгөн. Өйҙә яҡшыраҡ!».