“Һөнәргә тоғролоҡ өсөн”

Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Һөнәргә тоғролоҡ өсөн” премияһын тапшырыу кисәһе үтте. Сараға үҙҙәрен китапхана эшенә арнаған, фиҙаҡәр хеҙмәте менән хөрмәт яулаған, оло ихтирамға лайыҡ хаҡлы ялға сығыусы ҡәҙерле ветерандарыбыҙ саҡырылды. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡыҙыл келәмдән дәррәү аяғөҫтө алҡышлап ҡаршы алдылар. Тәрән хистәр менән һуғарылғын сара йыр-моң, изге теләктәр, ихлас ҡотлауҙар менән үрелеп барҙы. Ниһәйәт, сараның иң тулҡынландырғыс мәле: Солтанова Нәсимә Роберт ҡыҙы, Иҙелбаева Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы, Хоҙайбирҙина Дилбәр Ғәйфулла ҡыҙы, Алламоратова Сания Салауат ҡыҙы, Низамова Миңзифа Әхмәҙулла ҡыҙы “Һөнәргә тоғролоҡ өсөн” премияһына лайыҡ тип табылдылар. Әле генә китапханалар селтәре ветерандары рәтенә баҫыусы коллегаларыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!