Әлмөхәмәтов Хәмит сәсән исемендәге бәйге

📌Хөрмәтле милләттәштәр! 📌
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы сәсән телле ижадсыларҙы Хәмит сәсән Әлмөхәмәтов исемендәге бәйгелә ҡатнашырға саҡыра. Бәйге Башҡорт тарихы йылына ҡарата һәм Хәмит сәсәндең тыуыуына 160 йыл тулыу айҡанлы ойошторола.

 

Хәмит сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе положениеһы

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан данлыҡлы Әлмөхәмәтов Хәмит сәсәндең исеме легендар ҡомартҡыбыҙ “Урал батыр” эпосы менән бәйле. Хәмит сәсән халҡыбыҙҙың күңел түрендә быуаттар буйы һаҡланып килгән һәм уның тарихын, тормош-көнкүрешен, уй-теләктәрен поэтиклаштырған гүзәл хазина — башҡорт халыҡ эпостарын, ҡобайырҙарын, йырҙарын яттан һөйләп халыҡҡа еткергән, үҙе лә йырҙар ижад иткән, ҡурайҙа оҫта уйнаған. 1910 йылда халыҡ сәсәне, фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов  Хәмит сәсәндән бөйөк ҡомартҡы, ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшыра килгән бай хазинаһы “Урал батыр” эпосының айырым өлөштәрен, ҡобайырҙар яҙып ала. Хәмит сәсән данлыҡлы эпосты халыҡҡа еткереүселәрҙең береһе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылына һәм башҡорт халҡының, башҡорт әҙәбиәтенең ауыҙ-тел ижадын һаҡлаусы, таратыусы Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 160 йыл тулыуына арнап, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Хәмит сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһен иғлан итә. Сәсән – һүҙ оҫтаһы, телмәр тотоусы, ҡобайырсы, риүәйәтсе, шағир-импровизатор. Ғәҙелеккә өндәүсе, насарлыҡты фашлаусы ла, хәл иткес ваҡиғаларҙа төп һүҙҙе әйтеүсе лә ул. Бәйгегә сәсән телле ижадсыларҙы саҡырабыҙ.

Маҡсаты:

— башҡорт халҡының үткәненә, тарихи ваҡиғаларға иғтибарҙы арттырыу; тарихи ҡиммәттәребеҙҙе пропагандалау;

— билдәле сәсән, яҡташыбыҙ Хәмит Әлмөхәмәтовтың исемен мәңгеләштереү;

— ауыҙ-тел ижадын пропагандалау, сәсәнлек мәктәбен тергеҙеү, йәш быуында уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү;

Шарттары:

— конкурста сәсәнлек һәләте булған һәр кем ҡатнаша ала, бәйгеселәр ике йәш категорияһында баһаланасаҡ – 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм йәштәр, 18 йәш һәм унан өлкәнерәк бәйгеселәр.

— бәйгелә сәсәндәр эш иткән ауыҙ-тел ижадының жанрҙарында (ҡобайыр, иртәк, бәйет һ.б.) ижад итеүселәр ҡатнаша ала. Темаһы – Башҡорт тарихы йылы. Ҡатнашыусы башҡорт тарихына, тарихи ваиғаларға, халыҡтың яҙмышына, арҙаҡлы шәхестәренә арнап үҙе ижад иткән бер әҫәрен (Документ Microsoft Word.docx форматында) һәм әҫәрҙе видеокамераға һөйләп, уның видеояҙмаһын, шулай уҡ исем-шәрифен, йәшен, ҡайҙан булыуын, бәйләнеш өсөн телефонын күрһәтеп Baymakread@yandex.ru адресы буйынса ебәрә.

— ҡатнашыусыларҙың эштәре 2021 йылдың 1 февраленән 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә.

Йомғаҡлау һәм бүләкләү:

-йомғаҡлау тантанаһы апрель айында көтөлә. Иң яҡшы әҫәрҙәр авторҙары бүләкләү тантанаһында сығыш яһаясаҡ, еңеүселәргә Диплом һәм аҡсалата приздар тапшырыласаҡ:

I урын – 3000 һум

II урын – 2000 һум

III урын – 1000 һум

-бәйгегә тапшырылған эштәрҙән йыйынтыҡ нәшер ителәсәк.

Сәсән ата-бабаларыбыҙҙың лайыҡлы быуыны булып, арабыҙҙа бөгөн дә сәсәндәрҙең булыуына ышанабыҙ һәм эштәр көтөп ҡалабыҙ!