Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай Салауат Юлаев исемендәге орденға лайыҡ булды!!!

👏🏻👏🏻👏🏻Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! 👍🏻👍🏻👍🏻
Яҡташыбыҙ, яҙыусы, шағир һәм журналист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙы Салауат Юлаев исемендәге орденға лайыҡ булыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!! Талантлы әҙибебеҙ өсөн шатлығыбыҙ икеләтә ҙур. Ҡаурый ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос, халыҡ алдында үтәгән бурысығыҙ таҙа, әйтер һүҙегеҙ көслө, ижад ҡомарығыҙ ялҡынлы булып ҡалһын!!!