15 февраль-Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 21 йыл

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында шомло Афганистан, Вьетнам, Чечня хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашып утты-һыуҙы кискән, әсеһен дә сөсөһөн дә татыған, ул ваҡыттағы 18,19,20генә йәшлек егеттәр: яугир –интернационалист, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмит улы Хәмитов, “Хәрби берҙәмлек” ойошмаһы етәксеһенең урынбаҫары, чечня яугиры Руслан Сабитов, афған яугирҙары Морат Ҡыуатов, Вәдүт Райманов, Салауат Галин, вьетнам яугиры Сәғит Мирзиндар үҙҙәренең ауыр әммә, ватан алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән хеҙмәт итеп ҡайтыуҙары, хеҙмәттәштәренең йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлөүе тураһында , ҡыҙыҡ та ҡыҙғаныста хәтирәләре менән уртаҡлаштылар.Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында белем алған кадет егеттәренә әрме сафына үҙҙәрен физик яҡтан әҙер булырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып теләктәрен белдерҙеләр.
Гөлнисә Шәрифулла ҡыҙы Ситдикова мәрхүм яугир улы Нурҙың, Зөлфиә Йәрмөхәмәтова ҡустыһы яугир Әбдрәхмән мәрхүм тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Үрге Яйыҡбай ауылынан килгән Миңзәлә Ҡолһарина яҡташ яугир-интернационалистарға арнап ижад иткән шиғырын уҡығанда күптәрҙең афған, вьетнам, чечня яуы, ҡырыҫ тәбиғәте күҙ алдына килде. Баймаҡ районы КПРФ сәркәтибе Айһылыу Ишберҙина яҡташтарыбыҙ Хөрмәт Хәмитовты һәм Салауат Галинды иҫтәлекле миҙал менән бүләкләне. Сараны балалар ижад үҙәге уҡытыусыһы Басира Турсунбаева етәкләгән “Серле йондоҙҙар” фольклор ансамбле егеттәре “Аңлайым һине олатай”, Ишбаев Инсафтың “Батырҙар йыры” менән үрелеп барҙы. Үҙ сиратында Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Мөхәмәт Шахморатов хәрби хәрәкәт яугирҙарына “Беҙ ауылдың шәп егеттәре”йыры н бүләк итте. Тынлыҡ менән яуҙа ятып ҡалған һәм ҡайтып яраларынан мәрхүм булған яугир яҡташтарыбыҙҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. “Яугир яуҙа һынала” исемле китап күргәҙмәһе ҡыҙыҡһыныу уятты.