26 мартта халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының ултырышы үтте.

Оло ҡорҙа халҡыбыҙҙың сәләмәтлеге, айыҡ ауылдарҙың көнитмеше, тыуған еребеҙҙе йәшелләндереү менән берлектә рухи үҫеше лә үҙәккә ҡуйылды. Баймаҡ биләмә–ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина китапхананың иң оло һәм әүҙем китап уҡыусыһы булараҡ Буранбаев Варис Вәкил улын һәм иң күп башҡорт китаптарын уҡыусы ғаиләне — Баймаҡ ҡалаһынан Айытбай Яҡуп улы һәм Ишбикә Вәлләм ҡыҙы Шәриповтарға Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ “Башҡорт телендә иң күп китап уҡыусы балалар” район конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Әҙәбиәт яңылыҡтарынан артта ҡалмаған, заман менән бергә атлаған, ижадҡа ҡарата үҙ фекере булған китапхананың тоғро дуҫтарына һоҡланырға ғына ҡала.