30 ғинуарҙа Фәнис Сирбаев юбилейын билдәләй.

Шағир, БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, “Юлдаш йыры-2011” республика йыр бәйгеһе лауреаты Фәнис Сирбаев – Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан. Уның бала сағы, мәктәп йылдары Шүлкә ауылында үткән. Сибай сәнғәт колледжының вокал булегендә, БДУ-ның Сибай институтында филология факультетында белем алған.

Шиғырҙары Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 1997 йылда — “Шаңдау” (“Юлға сығам”) һәм 2001 йылда “Нур усағы” (“Март бураны”) исемле дөйөм йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе. Шулай уҡ Бәләбәй ҡалаһында сыҡҡан “Йәйғор” альманахының 3 йыйынтығына, 2008 йылда Сибай Яҙыусылар ойошмаһы сығарған альманахҡа, 2015 йылда Өфө ҡалаһында донъя күргән 30 авторҙан торған “Кеше” исемле йыйынтыҡҡа ла шиғырҙары ингән. Бынан тыш “Ағиҙел” журналында 2015 йылда 9-сы һанында — “Үрһәләнеү”, 2016 йылдың 5-се һанында “Ут менән бөгөн һөйләштем” исемле бик фәлсәфәүи, уйландырырлыҡ, Фәнистең үҙенә хас стилдә яҙылған поэмалары донъя күрҙе. Юбилейы уңайынан З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Дауыл” исемле китабы донъя күрергә тора. Донъя, ваҡыт серҙәре тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар, халҡым, телем, илем яҙмышы тиеп бөркөтләнеп саңҡыуҙар, тыуған ауылын, малай саҡтарын һағыныуҙар, йәшлек, мөхәббәт темаһы, ғәҙеллек, дөрөҫлөк таптырыуҙар һәм дини мәғлүмәттәргә, хәҙистәргә таянып яҙылған күңел дауылын сағылдырған әҫәрҙәр ингән.

Фәнис Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында үткән бөтә әҙәби һәм мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Сибай ҡалаһының 55 йыллығына арналған “Сибайға дан йырлап” ижади конкурсында “Шағир-сәсәндәр” номинацияһында, Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығына арналған ижади конкурста, Баймаҡ тураһында акрошиғыр ижад итеп, беренсе урындар яулауы шул хаҡта һөйләй. Шулай уҡ былтыр Әҙәбиәт йылына арналған “Әҙәби нағыш” исемле республика фестиваль-марафонында еңеүсе тип табылып Яҙыусылар берлегенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Ул үҙенең шиғырҙарына күренекле һәүәҫкәр композиторҙар В.Мәүлитов, Т.Илһамов, Р.Туйсин һ.б. ижад иткән йырҙарҙы башҡарып, республика кимәлендә танылыу яуланы.
* * *

Бар ул миндә аҡыл,
Мин бөтөнләй
Аҡылһыҙ бәндә түгел.
Тик, тыңламай мине
йөрәк һәм дә
Үтә лә бушаҡ күңел.
Кәүҙәгә һеҙ ҡарамағыҙ,
үҙем
Өстә уҡыған малай.
Телем һаман һалҡын ҡышта,
ҡай саҡ,
Туңған йоҙаҡты ялай.
Йөрәк минең йәш арғымаҡ,
үҙем
Ҡарт алашамын күптән.
Ҡанаттар ҙа барҙыр һымаҡ,
әммә…
Көндә…
Ҡолап төшәмен күктән.

* * *
Кемдер килде шығыр — шығыр баҫып
Йөрәгемдең ҡатҡан ҡарына.
Ишетәмен тапанғанын, әммә,
Һалҡын боҙҙар– хистәр һағында…
Күңел ишектәре күптән туңған –
Этләнмәмен уны асып та…
«Бөтә донъя йылыныуы» бара,
Тик, үҙеңдән булмай ҡасып та.
Бөтә донъя ирегәндә туңсы…
Кем бар унда?
Туҡта!
Ашыҡма!

* * *

Мин эт һымаҡ, элек, кешеләрҙең
Күҙҙәренә ҡарап йәшәнем.
Үҙем өсөн үҙем мин юҡ инем —
Әллә ябай, әллә йәш инем.
Мин эт һымаҡ, һәр саҡ, яндарында
Арт яғымды болғап атланым.
Шундай тоғро булдым, ихлас булдым…
Тик, хужамды ғына тапманым.
Мин эт һымаҡ, төнгө урамдарҙа,
Тәҙрәләргә ҡарап шыңшыным.
Буранында ҡалдым, кешеләрҙең
Бәғер тигән ҡаты ҡышының.
Мин эт һымаҡ булдым, аңһыҙ аңым
Бөгөн генә шуны төшөнә:
Үҙ үҙенә кәрәкмәгән бәндә
Бер тин икән башҡа кешегә.

* * *
Мин — көрәшсе, эйе, минең ҡулдан
Осто бит, әй, күптәр баш аша.
Һин дә көслө булам, тиһең икән —
Тормош туҫтағынан аш аша.
Үтә тоҙло, үтә борослоһон
Һин йылмайып ҡына йотоп ҡуй;
Тот! Тиһәләр, һин бит малай түгел,
Сирылмайса ғына тотоп ҡуй.
Мин — көрәшсе, күпме майҙандарҙа,
Сәхнәләрҙә булдым — еңеүсе…
Тик, шуныһын һиҙмәгәнмен, дуҫтар,
Бөтә ғүмер минең — ен үсе,
Шайтан ҡотортоуы ғына булған.
Әйтеп ҡуям әйтер һүҙемде:
Мин иң көсһөҙ, иң ҡурҡағы икән…
Еңалманым…
Үҙ — үҙемдә булған үҙемде!

* * *
Йыйырсыҡтар сыйырсыҡтар түгел–
Бер килһәләр ҡабат китмәйҙәр.
Ҡыйыр саҡтар, ҡыйыу саҡтар үтер–
Йыйырсыҡтар ғына үтмәйҙәр.
Йыйырсыҡтар сыйырсыҡтар түгел–
Елкендермәй улар йөрәкте.
Йыйыр саҡтар, гел йыр саҡтар үтер,
Ҡыйын саҡтар үтмәй йөҙәтте.
Йыйырсыҡтар сыйырсыҡтар түгел…
Ашыҡмайым төндән ал таңға.
Тыйыр саҡтар нәфселәрҙе килде,
Һыйыр саҡтар, ҡартлыҡ, был аңға.

* * *
Ҡаҡмам, һуҡмам,

тигәйне лә ҡарт Март бабай,
Алған саҡта Наҙбикәне кәләшлеккә.
Аҡман — тоҡман булып ҡуйҙы тормоштары —
Көнләнеме Апрель тигән йәш егеткә?
Ялҡмам, ҡурҡма, һис бошонма, Мартым — яртым,
Тигәйне лә ай башында Наҙлыбикә.
Аҡман — тоҡман күңелендә: Апрель егет
Сәскә тотҡан, ҡараштары — яҙғы иртә !!!

Юғалтыу

Юғалтҡан бар тәүге йәрҙе,
Юғалттым икенсеһен.
Төшкәне бар, ныҡ ас саҡта,
Ашыма ике себен.
Юғалтҡан бар дуҫтарымды,
Туғандар киткәне бар.
Тормошҡа ҡул һуҙғанымда,
Ул мине эткәне бар.
Әммә иң оло юғалтыу
Һиҙҙермәй килгән икән…
Нисек ҡабат ҡайтарырға?
Тереме, үлгән микән?

Юғалтҡанмын… юғалтҡанды
Аңланым бөгөн генә…
Эҙләп сығам…
Үҙемде бит
таныйым үҙем генә.

Мостай «Япрағы »
Мостай «япрағы»на ҡорттар төштө –
Тишкеләнер инде йөрәгем.
Иң йәшелен, иң һутлыһын ғына
Һайлағандар улар, күрәһең.
Былай ҙа бит киртләс -киртләс ине –
Сит-сиктәре бөткән ашалып.
Ҡолатылған ғәскәр әләмендәй,
Йәшел япраҡ тора таушалып…
«Эйе, япраҡ! Аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары «…
«Әсәй!» тиеп өҙгөләнә йәне,
Ҡайын итәгендә ҡулдары.