2020 йылдың Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаттары билдәле булды.

Икенсе Этҡол ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә күп функциялы үҙәк, Бөрйән олоҫоноң күренекле тарханы Алдар батыр Иҫәнгилдинға һәйкәл асылды. Проект нигеҙендә ике ҡатлы бинала реконструкциянан һуң тулыһынса яңы мебель менән йыһазландырылған китапхана, мәҙәниәт йорто һәм балалар ялын файҙалы үткәреү өсөн бүлмәләр эшләй башланы. Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А.Тажетдинов, БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р.Алтынбаев, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Ғ.Әминев ҡатнашты. Яңыртылған мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында райондың Батыр Вәлид исемендәге премияһының 2020 йылғы лауреаттары билдәләнде. Райондың Батыр Вәлид исемендәге премияһы — яугир-шағир, яҡташыбыҙ Батыр Вәлид исемен мәңгеләштереү, яҡташтарыбыҙҙың араһында талантлы шәхестәрҙе асыҡлау, уларҙың ижадын үҫтереү, башҡорт халҡының рухи доньяһын байытыу маҡсатында 1997 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә булдырылды. Был премияға 1997-2013 йылдарҙа хеҙмәте, ижады менән әҙәбиәткә, сәнғәткә үҙ өлөшөн индергән шәхестәр, коллективтар лайыҡ булды. Премияның тәүге лауреаттары: әҙәбиәт өлкәһендә — Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы, Баймаҡ районы тураһында шиғырҙар шәлкеме һәм яугир Тәфтизан Миңлеғоловҡа арналған поэмаһы өсөн; сәнғәт өлкәһендә — “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереү һәм пропагандалауҙа әүҙем эшләгәне өсөн бирелә. Быйыл, 2020 йылда, яугир-шағир Батыр Вәлидтең тыуыуына — 115 йыл тулды. Хәтер һәм дан йылын билдәләгәндә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусы яугир-шағир Батыр Вәлидтең исеме айырым иғтибарға лайыҡ. Билдәле яҡташыбыҙҙың рухын мәңгеләштереү буйынса эште йәнләндереү маҡсатынан районда уның исемендәге абруйлы премияны тапшырыу традицияһы дауам итә. Кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында ҡабул ителде, шулай уҡ “Баймакский вестник” район гәзите биттәрендә баҫылды. Шулай итеп, абруйлы комиссия ҡарары нигеҙендә райондың Батыр Вәлид исемендәге премияһына әҙәбиәт өлкәһендә крайҙы өйрәнеүсе, “Руководители-аграрии”, “Зилаирская летопись. История легендарного совхоза. Судьбы”, Мерәҫ, Ниғәмәт һ.б. ауылдарҙың тарихын яҡтыртыусы китаптарҙың төп авторҙарының береһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына, “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” маҡтаулы билдәһенә лайыҡ булыусы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Бикмәтов Ирек Ниғәмәт улы һәм сәнғәт өлкәһендә 20 йыллыҡ тарихы булған, район, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары, йыр бәйгеләре лауреаты исеменә лайыҡлы, Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә педагог Үтәева Светлана Рәшит ҡыҙы етәкселегендә эшләп килгән “Вдохновение” балалар өлгөлө вокал ансамбле лайыҡ булды. Абруйлы премияны район хакимиәте башлығы Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улы тапшырҙы. Әйткәндәй, Икенсе Этҡол ауылы – район һәм республика үҫешенә тос өлөш индергән билдәле шәхестәрҙең тыуған төйәге. Батыр Вәлид исемендәге премияға лайыҡ булыусы Ирек Ниғәмәт улы ла ошо ауылдан. Мәҙәни үҙәк асылыу тантанаһында район премияһы лауреаттарын тәбрикләү сараға мәртәбә өҫтәне.