logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Шейх Ғатаулла Сырлыбаев нәҫелдәре” китабы Рим Сырлыбаевтың 80 йәшлек юбилейы айҡанлы донъя күрҙе.

Баймаҡ биләмә ара-үҙәк китапханаһында Ғаилә йылы, Баймаҡ ҡалаһының 80 йыллығына арналған саралар йыш үтә. “Тыуған ергә бағышланған ғүмер” исемле кисә лә Баймаҡ ҡалаһының тарихына, үҫешенә тос өлөш индергән күренекле шәхестәрҙең береһе, оҙаҡ йылдар етәксе вазифаһында уңышлы эшләгән, ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләгән арҙаҡлы ир уҙаманы Сырлыбаев Рим Әшрәф улына арналды. Сарала Рим Әшрәф улының тормош юлдашы Таңсулпан Ғәлимйән ҡыҙы, туғандары, бер дәүерҙә эшләгән коллегалары, ағинәйҙәр һәм ҡала- ауыл китапханасылары ҡатнашты. Рим Сырлыбаев нәҫелдәрен, шәжәрәһен яҡшы белгән оло быуын вәкиле булараҡ, видеослайд аша быуаттар төпкөлөнә сәйәхәт яһаны. “Шейх Ғатаулла Сырлыбаев нәҫелдәре” исемле китаптың донья күреүе яҡташтарыбыҙ өсөн оло бүләк булды. Был китапты Рим Әшрәф улы үҙенең ғаидләһенә, туғандарына бағышлаған. Район хакимиәтенән килгән вәкил Динара Юрис ҡыҙы Сәйғәфәрова , Әғзәм Ғәлләм улы Сәлихов, Вәсимә Ямантаева, Рәйлә Бикберҙина, Нәсимә Солтановалар үҙҙәренең йылы хәтирәләре һәм иҫтәлектәре менән уртаҡлашып үтте.