logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Янгузей

“Ирәндек гәүһәрҙәре-2”

Дуҫтар! Шәп яңылығыбыҙ бар! Ниһайәт, “йәнгүҙәй”ҙәрҙең ныҡ түҙемһеҙләнеп көткән “Ирәндек гәүһәрҙәре-2” китабы донъя күрҙе!!!! Унда 42 авторҙың шәп ижад емештәре тупланды. Бөгөн генә 75 данаһын Сибай типографияһынан йылы ғына көйөнсә алып ҡайттым, тиҙҙән тағы 75-е баҫыласаҡ, ...
15 сентября 2022 419

Хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтар!

26 сентябрҙә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Ирәндек гәүһәрҙәре – 2” йыйынтығының исем туйы үтә. Унда районыбыҙҙа йәшәп ижад итеүсе, шулай уҡ сит тарафтарҙа көн иткән Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының шиғри шәлкемдәре һәм хикәйәләре ...
9 сентября 2022 334

“БЕҘ – БАЙМАҠ ШАҒИРӘЛӘРЕ!”

ПРОЕКТЫНДА БӨГӨН – ФИРҘӘҮЕС МЫРҘАБУЛАТОВА! 1958 йылда Баймаҡ районының Алғаҙы ауылында биш балалы ғаиләлә донъяға килгәнмен. Тыуған ауылымда – дүрт йыллыҡ, Әбделкәримдә – һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрҙә уҡып, урта белемде Йомаш ауылында тамамлап ҡуйҙым. Сибай ҡалаһында бер йыл уҡығандан һуң, ...
4 августа 2022 393

“БЕҘ – БАЙМАҠ ШАҒИРӘЛӘРЕ!..” ПРОЕКТЫНДА БӨГӨН – ӘЛФИӘ ...

Бикташева (Ғүмәрова) Әлфиә Хөрмәт ҡыҙы 1956 йылдың 20 майында Баймаҡ районы Ярат ауылында тыуған. 10-сы класты тамамлағандан һуң, 1 йыл төҙөлөштә (ПМК-45) ташсы ярҙамсыһы булып эшләй. 1974 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. 1979 йылда башҡорт теле һәм ...
27 июля 2021 416

“БЕҘ – БАЙМАҠ ШАҒИРӘЛӘРЕ!..” ПРОЕКТЫНДА БӨГӨН – ЛИЛИӘ ҒӘНИЕВА!

Ғәниева Лилиә Фәйзулла ҡыҙы 1958 йылдың 6 майында Йылайыр районының Ҡәнзәфәр ауылында тыуған. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем 35 йыл дауамында “Октябрьское знамя” – “Октябрь байрағы” (хәҙерге “Баймакский вестник”) район гәзитендә эшләй. Мәҡәлә, һүрәтләмә, очерк, шиғырҙары ...
18 июня 2021 416

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө

80 йыл элек был көндө илебеҙ тарихында иң ҡан ҡойғос һуғыш – Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ҡәһәрле һуғыш илебеҙгә ҡара ҡайғы, аслыҡ-яланғаслыҡ килтерҙе. Мәхшәр үҙәгендә ҡайнаған йәш егеттәр, сос ҡыҙҙар – бөгөн инде сал сәсле әбей-бабайҙар. Күптәр инде арабыҙҙа юҡ та… Бөгөн уларҙың ...
17 июня 2021 447

ҺИРӘК ОСРАҒАН ҺҮҘ

*Ридуан – бесән ташый торған арбаға егелгән ат. *Тәстиҡлау – (тәсдиҡ – ғәрәпсә) дөрөҫләп тамға ҡуйыу, раҫлау. МӘҠӘЛ * Өйҙәге иҫәпте баҙар боҙа. Йәғни бер төрлө уйлап, шуны эшләргә ниәтләп бөткәс, донъяның бүтән ғәмәлдәре килеп сығып, уйлағаныңдың бер остоғо ла ҡалмауы. Ғәлим Хисамовтың ...
16 ноября 2020 457

“БЕҘ – БАЙМАҠ ШАҒИРӘЛӘРЕ!..” ПРОЕКТЫНДА БӨГӨН – АЙГӨЛ АҠҠУЖИНА!

Шағирә, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең әүҙем ағзаларының береһе Айгөл Аҡҡужина 1971 йылдың 15 мартында тыуған. “Тәүге шиғырымды 3-сө синыфта яҙҙым, ул «Йәншишмә»лә баҫылды. Был гәзиттең йәш хәбәрсеһе лә булғайным. 5-се синыфта уҡығанда Абдулхаҡ Игебаевтың «Башҡортостан» ...
3 ноября 2020 430

Көслө рухлы шәхес

Ниңә бөйөк әҫәр тыуҙырыу өсөн ижадсыға – яҙыусымы ул, рәссам, композитор, йә скульптормы – нимә менәндер ҡорбан итеү мотлаҡ икән??? Берәүҙәр мөхәббәтен, кемдәрҙер ғаиләһен, бәғзеләр хатта һаулығын юғалтыу аша бөйөклөккә ирешә. Һуңғыһы – бигерәк тә аяныслы. Тап ошо хаҡта яҙмаҡсымын ...
15 октября 2020 400

ШИҒЫРҘАРЫМ – КҮҢЕЛ ҺАНДЫҒЫ

Гөлзифа апай Исрафилованы “Шиғырҙарым – күңел һандығы” исемле яңы китабының исем туйы менән ысын күңелдән “Йәнгүҙәй”ҙәр исеменән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә иңегеҙҙә илһам ҡошоғоҙ ҡанат ҡағып ҡына торһон, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен! Уңыштар һеҙгә! Китабығыҙ ...
15 октября 2020 395