Батыр Вәлид премияһы лауреаттары
БАТЫР ВӘЛИД
яугир-шағир, Баймаҡ ҡалаһының һәм районының
почетлы гражданины.
(1905-1969).
“Тормош көҙгөм,ғәзиз ике күҙем
Яу ҡырында ҡалды ғүмергә,
Ил өсөн мин күҙем генә түгел
Ғүмеремде әҙер бирергә”.
Был тетрәткес юлдарҙы яҙған шағир Батыр Вәлид утлы яу яландарынан 1-се группа Ватан һуғышы инвалиды булып ҡайта.Күҙҙәре һуҡырайып,ғүмер уртаһы етер-етмәҫтән бөтөнләй кеше көнлө булып ҡала.Ҡулына ҡәләм тотоп,уй-тойғоларын аҡ ҡағыҙ битенә төшөрөү һәләтенән мәхрүм була ул.Егерменсе-утыҙынсы йылдарҙа яҡташыбыҙ Батыр Вәлид Башҡортостанда киң билдәле иң абруйлы шағирҙарҙың береһе була.
Ул 1905 йылдың 20 апрелендә Баймаҡ районының Тоҡтағол ауылында шахтер ғаиләһендә донъяға килә.Йәшләй етем ҡалып,байыраҡ ауылдаштарында көтөү көтә, приискаларҙа эшләп үҫә.Тәүҙә Ташлы ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә.1923 йылда В.И.Ленин исемендәге интернат-мәктәпкә уҡырға инә. Ошо йылдарҙа әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына башлай. Мәктәпте тамамлағас рабфакта,Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Бер-бер артлы “Асыу ҡатыш йылмайыу”,”Тау балаһы”,”Борғо тауышы”,”Еңеү”кеүек шиғыр йыйынтыҡтары баҫыла. Әҙәбиәткә ул Түбә руднигын,шахта батырҙарын,улар тормошондағы ҙур үҙгәрештәрҙе данлаған үҙенсәлекле шағир булып килә.1941 йылға тиклем республиканың көньяҡ райондарында уҡытыусы булып эшләй.Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә.Ауыр контузия алып,бәхетһеҙлеккә юлыҡһа ла,ҡәләмен ташламай. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа уның “Бүләгем”,”Һайланма әҫәрҙәр”,”Йырлайыҡ ,дуҫтар”, ”Күңел күҙе”, ”Ҡурай моңо”,”Йылдарым-йырҙарым” китаптарын баҫтыра.Шулай уҡ “Тау балаһы”, ”Билсән Сәләй”,”Ҡауышыу”, ”Уралға йырым” тип аталған поэмалар яҙа.Халыҡ араһында киң таралған “Ҡуңыр буға”,”Күк Ирәндек буйында”, ”Салауат маршы” кеүек йырҙарҙың һүҙҙәре Батыр Вәлид тарафынан яҙылған.
Күренекле шағир Батыр Вәлидтең исемен яҡташтары күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡлай,уның ижады яҡты иҫтәлек,аҫыл ҡомартҡы булып ҡалды. Районда уның исемен мәңгеләштереү буйынса бик күп эштәр эшләнде. Күсей ауылында уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған,урамдарға исеме ҡушылған. 1963 йылда Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданы исеме бирелде.
1994 йылдың 9 апреленән арҙаҡлы яҡташыбыҙ, халҡыбыҙҙың данлы улы, шағир Батыр Вәлидтең иҫтәлегенә арнап Баймаҡ районы һәм ҡалаһы хакимиәте махсус премия булдырҙы. Ул әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә айырыуса ҙур уңыштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙға бирелә. Йыллыҡ премияны булдырыу тураһындағы ҡарар “Оҡтябрь байрағы” газетаһында 1997 йылдың 14 сентябрендә баҫылды:
“Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Батыр Вәлид
исемендәге йыллыҡ премияны булдырыу тураһында”
Баймаҡ ҡала Советы Президиумы яугир-шағир, яҡташыбыҙ Батыр Вәлид исемен мәңгеләштереү, яҡташтарыбыҙҙың араһында талантлы шәхестәрҙе асыҡлау, уларҙың ижадын үҫтереү, башҡорт халҡының рухи донъяһын байытыу маҡсатында әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Батыр Вәлид исемендәге премияны булдырыу тураһында ҡарар итте.
Батыр Вәлид исемендәге премияны биреү тураһында положение раҫланды.
Бүләкләү шарттары:
- был премия йылына бер тапҡыр әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә күренеш булырҙай әҫәрҙәргә бирелә;
- әҫәрҙең художество оҫталығын махсус комиссия билдәләй;
- премияға айырым яҙыусы, шағирҙарҙы, рәссамдарҙы, бейеүсе, йырсыларҙы һәм тотош коллективтарҙы тәҡдим итергә мөмкин;
- премияның күләме, индексацияһын иҫтә тотоп, ун минималь эш хаҡы кимәлендә;
- премия Башҡортостандың үҙаллылыҡ алған көнөндә, тантаналы шарттарҙа тапшырыла, ә премияға тәҡдим итеүҙәр гәзит һәм комиссия исеменә ебәрелгән тәҡдимдәр рәүешендә премия билдәләүгә ике ай ҡалғас ебәрелә;
- премияға ташҡа баҫылған әҫәрҙәр тәҡдим ителә, авторҙың союз ағзаһы булыу-булмауы мотлаҡ рәүештә түгел;
Батыр Вәлид исемендәге премияны булдырыу халҡыбыҙҙың булған ынтылышын үҫтереү, башҡорт әҙәбиәтенә һәм сәнғәтенә яңы исемдәрҙең килеүен, тимәк уның киләсәген, рухи потенциалын арттырыу маҡсатынан сығып эшләнә.
Батыр Вәлид премияһын тапшырыу комиссияһының рәйесе итеп ҡала һәм район хакимиәтенең социаль эштәр буйынса урынбаҫары билдәләнә.
Положение о премии имени Батыра Валида
В целях увековечивания памяти поэта-фронтовика Батыра Валида и выявления талантливых земляков, пропаганды их творчества, обогащения духовного мира башкирского народа, в 1997 году в районе учреждена премия имени Батыра Валида в области литературы и искусства. В 1997-2013 гг. лауреатами премии стали отдельные личности и творческие коллективы, внесшие значительный вклад в развитие литературы и искусства. В апреле 2020 года исполнилось 115-лет со дня рождения Батыра Валида. В Год памяти и славы, имя нашего земляка, участника Великой Отечественной войны, заслуживает особого внимания. Вернувшись с войны инвалидом первой группы, полностью потеряв зрение, Батыр Валид создал множество произведений, в том числе гимн Баймакского района. Имя поэта-фронтовика не должно быть забыто земляками. Премия имени Батыра Валида способствует стремлению к творчеству, выявлению новых имен в области литературы и искусства, а значит и росту духовного потенциала.
Условия награждения:
– с 2020 года премия вручается через каждые 5 лет баймакцам, внесшим значительный вклад в сферу литературы и искусства;
– премия вручается отдельным писателям, поэтам, художникам, танцорам, певцам и творческим коллективам;
– размер премии устанавливается в размере одной МРОТ;
– предложения кандидатур на соискание премии принимаются в течение двух месяцев со дня опубликования положения о премии в газете. Предложения в адрес комиссии принимаются в Баймакской межпоселенческой центральной библиотеке (г. Баймак, проспект Салавата Юлаева, 25) и по электронному адресу: mukcbs06@mail.ru;
– лауреатов определяет комиссия из предложенных кандидатур.
Председателем комиссии вручения премии имени Батыра Валида назначается заместитель главы муниципального района по социальной и кадровой политике.
Батыр Вәлид премияһына лайыҡ булыусылар исемлеге:
1997 йыл | |
әҙәбиәт өлкәһендә | сәнғәт өлкәһендә |
Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәммәт улы – Баймаҡ районы тураһында шиғырҙар шәлкеме һәм Т.Миңлеғоловҡа арналған поэмаһы өсөн; | “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле – башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереү һәм пропагандалауҙа әүҙем эшләгәне өсөн; |
1998 йыл | |
әҙәбиәт өлкәһендә | сәнғәт өлкәһендә |
Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы – Баймаҡ һәм Баймаҡ кешеләре тураһындағы тарихи очерктары өсөн; | Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндиәр улы – тыуған яҡҡа һәм уның хеҙмәтсәндәренә арналған картиналары өсөн; |
1999 йыл | |
әҙәбиәт өлкәһендә | сәнғәт өлкәһендә |
Буранбаев Вара Бәшәр улы – “Ағиҙел” журналында сыҡҡан “Күк Ирәндек буйында” очергы өсөн; | Мәүлитов Вилүр Шәкирйән улы – хәрби-патриотик йырҙары өсөн; |
2001 йыл | |
әҙәбиәт өлкәһендә | сәнғәт өлкәһендә |
Ушанов Тәфтизән Сабирйән улы – әҙәбиәт өлкәһендә әүҙем эшләгәне өсөн; | Харрасов Рауил Ғүмәр улы–башҡорт халыҡ мәҙәниәтен үҫтереү өҫтөндә эшләгәне һәм башҡорт халыҡ йырҙарын пропагандалағаны өсөн; |
2002 йыл | |
әҙәбиәт өлкәһендә | сәнғәт өлкәһендә |
Мостафин Урал Сабир улы–“Йәшәү яҙмыш” китабы өсөн; | Нурмөхәмәтов Әсҡәт Шәфҡәт улы – башҡорт халыҡ бейеүҙәрен пропагандалағаны өсөн; |
2003 йыл | |
әҙәбиәт өлкәһендә | сәнғәт өлкәһендә |
Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы — “Баймаҡ төбәге”(“Баймакский край”) китабы өсөн; | Хәйретдинов Борис Мөхәмәт улы – балаларға һәм өлкәндәргә сығарған йырҙары өсөн; |
2004 йыл | |
әҙәбиәт өлкәһендә | сәнғәт өлкәһендә |
Тажетдинов Азамат Әғзәм улы – “Беҙ Байымдар”, “Шәһәрғәзи сәсән”, “Ел-дауылдар аша” китаптары өсөн; | “Ҡомартҡы” халыҡ ансамбле (етәксеһе Мәүжиҙә Айытҡолова) – башҡорт халыҡ йырҙарын тергеҙеүгә, пропагандалауға баһалап бөткөһөҙ өлөш ндергәне өсөн. |
2007 йыл | |
әҙәбиәт өлкәһендә | сәнғәт өлкәһендә |
Кәримова Фәниә Муса ҡыҙы-Ҡурай музейы һәм “Ҡурайсылар иле” йыйынтығы өсөн | Хәсәновтар ғаилә ансамбле-халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен,йолаларын тергеҙгән өсөн |
2013 йыл | |
әҙәбиәт өлкәһендә | сәнғәт өлкәһендә |
Әхмәр Үтәбай-әҙәбиәт өлкәһендәге оло ҡаҙаныштары өсөн | Дәүләтшин Ташбулат Мостафа улы -башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурайҙы пропагандалағаны өсөн |
2020 йыл | |
әҙәбиәт өлкәһендә | сәнғәт өлкәһендә |
Бикметов Ирек Ниғәмәт улы-әҙәбиәт өлкәһендәге оло ҡаҙаныштары өсөн | Утәева Светлана Рәшит ҡыҙы(етәксеһе) -ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусыларының “Вдохновение” ансамбле оло ҡаҙаныштары өсөн |
ИГЕБАЕВ АБДУЛХАҠ ХАЖМӨХӘМӘТ УЛЫ
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев,Ғәлимов Сәләм, Батыр Вәлид премиялары лауреаты,Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданины
Абдулхаҡ Хажмөхәммәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Күсей ауылында тыуған. Ул йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай.
1946 – 1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас,«Ҡыҙыл таң», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1969 – 1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М.Горький исемендәге әҙәбиәт институты ҡаршыһындағы юғары әҙәби курстарҙы тамамлай. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.
А.Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948-1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы – «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Унан һуң башҡорт, татар, рус телдәрендә утыҙлап китабы донъя күрҙе.
А. Игебаев – лирик шағир. Ул халыҡ яҙмышы хаҡында тәрән уйлана, ил хәстәре, ил ғәмдәре менән янып йәшәй. Ул – ҙур шиғри шәлкемдәрҙең, поэмаларҙың, шулай уҡ уйланыуҙар, борсолоуҙар менән һуғарылған ҡобайырҙар авторы. Уның күп кенә йырҙары ла халыҡ араһында киң таралған.
А.Игебаев балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Уның кесе йәштәге балалар, мәктәп уҡыусылары өсөн яҙған йыйынтыҡтары бәләкәс дуҫтарыбыҙға яҡшы таныш.
Авторҙың байтаҡ ҡына шиғырҙары һәм «Оран һала Ер-әсә» исемле поэмаһы рус, татар, украин, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде. Поэманан өҙөктәр «Правда» гәзитендә баҫылып сыҡты.
Әҙәбиәтебеҙҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Абдулхаҡ Игебаев Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исемгә лайыҡ булды. 2005 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
I.
- Йәшлек йыры. Шиғырҙар. – Өфө, 1954.
- Тыуған ер. Поэма һәм шиғырҙар. – Өфө, 1956.
- Яңы һыҙаттар. Очерктар. – Өфө, 1957.
- Минең һеңлем. Шиғырҙар. – Өфө,
- Ирәндек бөркөтө. Шиғырҙар һәм поэмалар. – Өфө,
- Аҡбуҙат. Шиғырҙар. – Өфө,
- Йылмайығыҙ, йондоҙҙар. Шиғырҙар. – Өфө,
- Алтын тулҡындар. Шиғырҙар. – Өфө,
- Еҙ ҡыңғырау. – Өфө,
- Урал тауышы. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө,
- Земля – моя колыбель. Стихи и поэма. – Уфа, 1970.
- Серебряный колокольчик. Стихи. – М., Детская литература, 1970.
- Һағына белә икән таштар ҙа. Лирика. – Өфө,
- Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай. Шиғырҙар. – Өфө,
- Беләм ерем-һыуым ҡәҙерен. Шиғырҙар. – Өфө,
- Пляшет зайчик золотой: Стихи сказки. – Уфа, 1977.
- Ҡар өҫтөндә усаҡ ҡабыҙҙым: «Тәлгәштәр». – Өфө, 1978.
- Бәләкәс дуҫтарым. Шиғырҙар. – Өфө,
- Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, 1980.
- Отчего березка плачет. Стихи, сказки. – Уфа, 1982.
- Прилетай скорей, пчела. Стихи. – М., Детская литература, 1984.
- Гөлдәр һиберҙәй булам. Шиғырҙар. – Өфө,
- Горсть земли родной. Стихи, поэмы. – Уфа, 1987.
- Быстроходной мой челнок. Стихи. – М., Малыш, 1987.
- Һеҙҙең өсөн, балалар. Шиғырҙар, әкиәт. – Өфө, 1989.
- Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар. Шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар. – Өфө,
- Һайланма әҫәрҙәр. – Өфө,
- Йәшлек илендә ҡалам. Шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар. – Ҡазан,
- Сәй ҡайнатты ҡуяндар. Шиғырҙар, әкиәттәр. – Өфө,
- Елеп бара ғүмер йомғағы. – Өфө,
- Яҙмыш юлҡайҙары урау – урау. Әҙәби портреттар, хәтирәләр. – Өфө,
- Һайланма әҫәрҙәр: Ике томда. – Өфө, 2004.
- Йәнгүзәлем. Поэма, шиғырҙар, йырҙар. – Өфө, 2007 .
- Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай? Шиғырҙар, йырҙар, ҡобайырҙар, әкиәттәр, поэмалар. – Өфө ,2010.
- Шагаю по белой тропинке.Стихи,сказки,поэмы. -Уфа,2012.
- Беҙ Баймаҡтар бит әле.Шиғырҙар,йырҙар,поэмалар,ҡобайырҙар.-Өфө,2013.
II.
- Хөсәйенов Ғ. Йырланған һәм йырланаһы йырҙар// Ғ. Хөсәйенов.Шағирҙар.-Өфө, 1981-6.179-188.
- Атайсал һағышы/Ғиләжев X. Ҡәләмдәштәр.-1984-6. 151-158.
- Аралбаев Ҡ. Донъя ғәме янында//Октябрь байрағы.-1990.-12 июль.
- Шағир Абдулхаҡ Игебаевҡа – 60 йәш//Совет Башҡортостаны.-1990.-29 июль.
- Артылыштарға артылғанда//Ағиҙел.-1990.-№7-6. 63-70.
- Нурмөхәмәтов М. Халыҡ рухын иш итеп//Йәшлек.-1995.-27 июнь.
- Шаммас Р. Ҡар өҫтөндә усаҡ яндырып//Өмөт.-1995.-30 июнь.
- Хамматов Я. һағына белә икән таштар ҙа//Башҡортостан.-1995.-30 июнь.
- Ҡолмай Я. Тырышлыҡ/Ҡолмой Я. Хәтер хазинаһы.-Өфө, 1996.-б.186-193.
- Шиғриәткә тоғролоҡ/Бикбаев Р. Шағир һүҙе-шағир намыҫы.-Өфө, 1997.
- Филлипов А. Поэзия добра и любви//Истоки.-2000.
- Шиғри хистәремдә гөл үрәм//Йәшлек.-2000.-1 июль.
- Йөрәгендә Ер һәм Йыр//Ағиҙел.-2000.-№ 7.-6.-97-101
- Аралбай Ҡ. Халыҡсан шиғриәт асылы//Башҡортостан.-2001 -22 март.
- Аралбай Ҡ.Халыҡсан шиғриәт асылы//Ҡ.Аралбай.Хәтеремдең тере ҡуҙҙары.-Өфө,2007.-131-138-се б.
- Игебаев А.Үҙем хаҡында үҙем//Ватандаш.-2010.-№8-б.97-112
- Ушанов Т. Уҙаманға мәҙхиә.// Һаҡмар.-2010.-1 июль
- Аҙнағолов Р.Йәнтөйәген нурлаусы бөркөт.//Р.Аҙнағолов.Йәйғор төҫтәре.-Өфө,2011.-б.75-83
«ИРӘНДЕК» БЕЙЕҮ АНСАМБЛЕ
«Ирәндек» бейеү ансамбле 1979 йылда ойошторолдо. Халыҡ ансамбле исеме 1999 йылда бирелде.
Ансамбль ойошторолоуының тәүге йылдарында уҡ киң билдәлелек яулау бәхетенә иреште. 1989 йылда Галле округында уҙғарылған фольклор һәм йыр коллективтарының халыҡ-ара фестивалендә, 1991 йылда Мәскәүҙә «Славян аҫылы» фестиваль программаһында ҡатнашты. 1993 йылда – Италияға, 1995 йылда – Анапаға барҙы.
1996 йылда «Халыҡ-ара дуҫлыҡ» фольклор фестивалендә диплом алып ҡайтты. 1997 йылда 18-се халыҡ-ара фестивалендә Бельгияға Рәсәйҙән берҙән-бер вәкил булып барҙы.
Ансамблгә нигеҙ һалыусы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Бикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улы (1952 – 1996 й.й.).
Йәүҙәт Бикбирҙин Баймаҡ районы Күсей ауылында 1952 йылдың 10 июнендә тыуған. Ауылда 8 класты тамамлағас, малсылыҡта бер аҙ эшләй.Район конкурсында ҡатнашып, бейеү буйынса беренсе урынды ала һәм Стәрлетамаҡ сәнғәт училищеһына уҡырға инә.Училищены тамамлағас, Ҡолсора ауылына мәҙәниәт йорто директоры итеп ебәрелә. 1971 йылда район мәҙәниәт йортона өлкән методист итеп алалар, унан Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленә саҡыралар. Өфөлә оҙаҡ бейергә өлгөрмәй, 1974 йылда Совет Армияһына алына, хәрби частә ансамблдә бейей. Армиянан 1976 йылдың көҙөндә кире үҙе бейегән ансамблгә ҡайта.1977 йылда Фәйзи Ғәскәров ансамбле менән Францияла, Индияла, Италияла булалар. 1979 йылда Бәхти Ғайсин үҙенең эстрада коллективына ала. Германияла гастролдә булғанда “Ҡара тауыҡ” бейеүе өсөн президенттың ҡатыны уға немец магнитофоны бүләк итә. 1983 йылға тиклем Й. Бикбирҙин илебеҙҙең һәр ҡалаһында тигәндәй сығыш яһай. Мәскәүҙә, Украинала, Чебоксар, Казан һәм башҡа ерҙәрҙә үҙенең таланты менән һоҡландыра тамашасыларҙы.
1983 йылда Баймаҡҡа ҡайта. Яңы ойошторолған бейеү ансамблендәт ең һыҙғанып эшкә керешә, яңы тарихи-хореографик бейеүҙәр һала. Халҡыбыҙҙың үткәндәренән тарихи образдар, тарихи миниатюралар тыуҙыра. Ул “Ҡара һаҡал”, “Игзаков”, “Маршрут”, “Бейеш батыр”, “Ҡарауан һарай”, “Төйәләҫ буйында”, “Ҡыҙҙар байығы”, “Һуңғы хат”, “Ҡайтыу”, “Бөрйән яугирҙары”, “Урал аша”, “Сонайым”, “Ҡара юрға”, “Колхоз йәштәре”, “Юлғотло”, “Ҡара-ҡаршы” һәм башҡа бик күп бейеүҙәр ижад итте. “Ирәндек” бейеү ансамбле башҡарған бейеүҙәр Италия, Германия һәм Рәсәйҙең ҙур ҡалаларының тамашасаларын таң ҡалдырҙы.
Й. Бикбирҙин янып ижад иткән ваҡытта, 44 йәшендә генә беҙҙең аранан китеп барҙы.Ул 1996 йылдың 1 майында Күсей ауылында ерләнде. Район үҙәк мәҙәниәт йортонда Йәүҙәт Бикбирҙин хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылды.
Артабан ансамблде Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ.Сәләм премияһы лауреаты Искужин Динислам Мостафа улы етәкләне һәм ансамблдең ижади үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Бик күп талантлы бейеүселәр «Ирәндек» бейеү ансамбленә сағыу, үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне. Бына улар:Рәфҡәт Юнысов, Луиза һәм Сулпан Аскаровалар,Гөлназ Йыһаншина, Фәттәх Аралбаев, Гөлнара Рысмөхәмәтова, Зарифа Аралбаева,Гөлзифа Әхмәтова,Әсҡәт Нурмөхәмәтов,Салауат Сәйғәфәров,Ғиззәт Ямантаев, Радмир Йәнбәков, Азамат Нарынбаев,Дилара Әхмәтова,Йәмил Йәнбәков,Марсель Шәйәхмәтов, Илгиз Ильясов, Азамат Кәримов, Кәрим Байғолов, Нияз Баййегетов, Миңниғәле Кинйәбулатов, Әлфирә Юнысбаева,Резеда Фәхретдинова һ.б.
I.
- Гаитбаев А., Из племени ирандыкских беркутов//Октябрьское знамя.- 1990.-4 октября.
- Иҫәнбаев И. Ирәндек балҡыштары//Башҡортостан.-1991.-16 апрель.
- Нигаматова Г. Вернулись лауреатами фестиваля//Октябрьское знамя.- 1996.-17 сентября.
- Усманова К. Бейеүсегә//һаҡмар.-2000.-29 апрель.
- Ғәбделисламова Ә. Ауылдашыбыҙҙы онотмайыҡ//һаҡмар.-2002.-9 июль.
- Ишемгужина А. Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ…//һаҡмар.-2000.-24 ноябрь.
- Исламғолов М. Бейеүҙәре һаман күңелдәрҙә…
- Усманова К. Бейеүҙәре күңел һыҡрата…//Башҡортостан.-1997.-9 июль.
- Усманова К. Үлемһеҙ бейеүҙәр ҡалдырҙы//Йәшлек.-2002.-11 июль.
- Усманова К. Бейеүҙәре күңел әрнетә…//Атайсал-.2002.-9 июль.
- Әбделмәнов Ф. Һин үҙенсә йәшәнең (дуҫтың рухы менән һөйләшеү)//Йәшлек -19 -21 июль.
- Әйҙә күңелем, күккә ос.//Һоҡланһын бар донъя.-Өфө, 1999.-б.112-119.
БАЙРАМҒОЛОВ МИҘХӘТ ӘСФӘНДИӘР УЛЫ
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр рәссам, шағир
Миҙхәт Әсфәндиәр улы Байрамғолов 1931 йылдың 1 майында Күсей ауылында тыуған. Баймаҡта 1-се урта мәктәпте тамамлап, Силәбе педагогия институтының химия-биология факультетында юғары белем ала. 45 йыл буйы райондың төрлө ауылдарында, Баймаҡ ҡалаһында химия, биология, рәсемдән балаларға белем бирә.
Районда уны күп яҡлы талант эйәһе тип беләләр. Рәссам булыуҙан тыш, музыка, шиғриәт менән ихлас мауыға, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнаша. Төркмәндә «Дан һәм Хеҙмәт» музейын башлап ойоштора. Хәҙер музей Башҡортостан Республикаһы музейының филиалы, 1996 йылдан Ғата Сөләймәнов исемен йөрөтә.
М. Байрамғолов һүрәт төшөрөү менән бала-сағынан уҡ шөғөлләнә башлай. Уның Бөйөк Октябрҙең 40 йыллығына арналған тәүге картиналар серияһы 1957 йылда диплом менән билдәләнә. Еңеүҙең 40 йыллығы хөрмәтенә ойошторолған республика күргәҙмәһендә уның өс картинаһы I дәрәжә дипломға лайыҡ була. 1961 йылда Мәскәүҙә үткән үҙешмәкәр рәссамдарҙың Бөтә Союз күргәҙмәһендә ҡатнаша. Уның тәҡдиме буйынса 1993 йылдың 12 июнендә Туғажман тауы башына төбәктең утыҙ ҡурайсыһы иҫтәлегенә арнап эшләнгән утыҙ тажлы, бейеклеге 15 метрлыҡ һәйкәл ҡуйыла. Был хеҙмәте өсөн 2001 йылдың ғинуарында М.Байрамғолов ЮНЕСКО-ның Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
Яҡташыбыҙҙың тыуған яғына, тыуған иленә, халҡына булған оло һөйөүе картиналарында ғына түгел, шиғырҙарында ла сағыла.
I.
- Тыуған яғым – алтын бишек: шиғырҙар–Өфө, 2001. – 80б.
- Родина моя – золотая колыбель: Стихи.- Уфа, 2006.-96 с.
II.
- Байназаров Ә. Илһам. //Октябрь байрағы.-1 – 4 август.
- Әхмәров Ф. Кемдең ҡурайға һәйкәл күтәргәне бар әле//Башҡортостан.-1998.- 2 июль.
- Баймағым – гүзәллеккә бай яғым//Атайсал.-2001.-18 апрель.
- Әхмәров Ф. Атайсалына ғашиҡ рассәм//Баймаҡ-Илеш.– 11 ноябрь.
- Фәтхуллин Ф. Ҡурайға музей һәм һәйкәл//Ҡыҙыл таң. – 2001. – 30 апрель.
- Мортазина Г. Ҡурайға ғашиҡ йән//Башҡортостан.-2000- 24 февраль.
- Сәфәрғәлина М. Ҡурайға ла, үҙенә лә һәйкәл ҡуйҙы//- Һаҡмар-2001 -28 апрель.
- Прекрасная страсть//Баймакский вестник.-2000.-сентябрь.
- Айытҡолов Ф. Һоҡландырып йәшәй беләләр.//Атайсал.-2009.-№76
- Ғәфү ит,кәләшем…//Киске Өфө.-2010-№19
ҮТӘҒОЛОВ РАМАҘАН ИСМӘҒИЛ УЛЫ
тарихсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың Маҡтаулы крайҙы өйрәнеүсеһе
Рамаҙан Исмәғил улы Үтәғолов 1930 йылдың 15 ноябрендә Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. 1949 йылда Баймаҡ 1-се мәктәбен тамамлағас, 1949-1953 йылдарҙа Магнитогорск ҡалаһының педагогия институтында тарих факультетында уҡый. Уны тамамлағас, 1953 – 1958 йылдарҙа Баймаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы, уҡыу – уҡытыу эштәре мөдире була. Баймаҡ халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор,етәксе булып эшләй. 1963 йылда Мәскәүҙә бөтә Союз педагогия уҡыуҙарында үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып сығыш яһай. Был сығыш «Народное образование» журналында баҫылып сыға. 1982 йылдан хаҡлы ялда булһа ла, райондың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Уның тыуған яҡты өйрәнеүгә бағышланған мәҡәләләре район, республика матбуғатында баҫыла килә. Ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты .
Хәҙерге көндә Сибай ҡалаһында йәшәй.
I.
- Утягулов Р. Г. Тропою знаний. –Баймаҡ, –с.175.
- Утягулов Р. Г. Звезды Ирендыка.-Сибай, 2001.-с.97.
- Утягулов Р. Г., Сайгафаров А. З. Баймакский край: Энциклопедическое и краеведческое издание.- Уфа: Китап, -с.328.
- Сыңғыҙ – изге төйәк. –Сибай, 2003.
- Баймаҡтар башҡорт кавалерия дивизияһында. //Ватандаш.-2005.-№1
- Бөрйән бунты.//Ағиҙел.-2005.-№9
- Сәсән тигән даны бар.//Ағиҙел.-2005.-№2
- Подвиг.-Сибай,2006
- Флагман среднего образования.-Сибай,2007.-118с.
- Сәсәндәр иленә сәйәхәт.-Сибай,2008
- Мөхәмәтйән Булатов-Әхмәтзәки Вәлиди көрәштәше. //Ватандаш.-2008.-№3
- Учитель доброты.- Сибай,2010.-138 б.
- Беркуты Ирандыка.-Сибай,2012.-106 с.
- Легендар Буранбай сәсән.-Сибай, 2015.-160б.
II.
- Сәйғәфәров Ә.З. Үҙ халҡының улы//Атайсал.-1998.-27 октябрь.
- Сәйғәфәров Ә.З. Табаҡ-табаҡ тарих яҙам..//һаҡмар.-2003.-ноябрь.
- Сәйғәфәров Ә.З. Үҙ халҡының улы//Баймаҡ-Илеш -2000.-11 ноябрь.
- Яҡшыбаева Л. Вәғәҙә иман.// Йәшлек.-2000.-10 ноябрь.
- Тажетдинов А.Ир азаматы.//Һаҡмар.-2010.-ноябрь
БУРАНБАЕВ ВАРА БӘШӘР УЛЫ
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Сәғит Мифтахов, Батыр Вәлид исемендәге премиялар лауреаты, Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданины
(1924- 2015)
Буранбаев Вара Бәшәр улы 1924 йылда Түбә ҡасабаһында тыуа. Баймаҡта 1949 йылдан бирле йәшәй. Үҙенең хеҙмәт юлын «Ҡыҙыл Баймаҡ», «Баймакский рабочий» редакцияһы янындағы радиола әҙәби сотрудник булып башлай. 1950-1952 йылдарҙа Баймаҡ партия райкомында пропагандист, унан һуң ике йыл «Ҡыҙыл Баймаҡ» газетаһында редактор булып эшләй.
1954-1958 йылдарҙа Өфөнөң дүрт йыллыҡ юғары партия мәктәбендә уҡый. Уҡып бөткәндән һуң, райком аппаратында өгөт – нәсихәт бүлеген етәкләй, артабан район Советы башҡарма комитеты председателе урынбаҫары булып эшләй.
1965-1978 йылдарҙа Баймаҡ район халыҡ контроле комитетын етәкләй. 1984 йылда хаҡлы ялға сыға. Пенсияла булыуға ҡарамаҫтан, ете йыл Граждандар оборонаһы штабы етәксеһе, Баймаҡ музейының директоры була. Әүҙем йәмәғәтсе, тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе. Оҙаҡ йылдар район китапханаһы янында ойошторолған «Атайсал» клубын уңышлы етәкләне. Районыбыҙ тарихын тергеҙгән мәҡәләләр һәм китаптар авторы В.Б.Буранбаев 2010 йылда Башҡортостандың Почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе исеменә лайыҡ булды.
I.
- Буранбаев В. Түбә руднигында тормоштоң гөрләп торған саҡтары бар ине. // Атайсал. – 1994. – 12 – 16 март.
- Хәтер(Память).-Баймак,1995.-332 б.
- Түбә руднигы // Башҡортостан. – 1996. – 25 июнь.
- Уның тормошо – үҙе бер тарих // Октябрьское знамя. – 1996. – 25 апрель.
- Күк Ирәндек буйында // Ағиҙел. – 1999.
- Патефон: Хикәйә // Атайсал. – 1999. – 18 сентябрь.
- Ут эсендә үтте йәшлегебеҙ // Ағиҙел. – 2000. – №5. – Б. 69-101.
- “Ҡарурманды үткән саҡта”//һаҡмар-2001-27 ноябрь.
- Буранбаев В. Шаян Шоферйән: Хикәйә // Йәшлек. – 2002. -23 июль.
- Буранбаев В. “Буранбай “//Атайсал.-2002.-7 март.
- Буранбаев В. “Тәфтиләү”//Атайсал.-2002.-5 апрель.
- Буранбаев В. Көпө салбар бәләһе: Хикәйә//Атайсал.- 2002.-19 декабрь.
- Буранбаев В. Һуғыштан ҡайтҡас: Автобиографик очерктар// Ағиҙел. – 2003.
- Буранбаев В.Күк Ирәндек буйында.: Хикәйәләр,шиғырҙар,таҡмаҡтар.-Баймаҡ,2004.-284 б.
- Буранбаев В.Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам…:Шиғырҙар,поэмалар,бәйеттәр,хикәйәләр,хәтирәләр,башҡорт халыҡ йырҙары тарихы.-Баймаҡ,2005.-132 б.
- Рухи көсөм тыуған еремдән. Хикәйәләр,юморескалар,йырҙар.–Баймаҡ,2006.-90 б.
- Яугир яу яландарынан ҡайтҡас.Хәтирәләр,очерктар,хикәйәләр.- Баймаҡ,2009.-136 б.
- Тыуған яғым-алтын бишегем:Һайланма әҫәрҙәр.-Өфө,2011.-200 б.
- Үткән ғүмер- аҡҡан һыу төҫлө:Хикәйәләр,хәтирәләр,мәҡәләләр.-Өфө,2012.-223 б.
II.
- Үтәйев Р. Өс таған//Башҡортостан.-1992.-1 август.
- Үтәйев Р. Счастливая старость ветерана//Октябрьское знамя.-1994.-№71.
- Ярмуллин С. Райондың “Хәтер”е тулыраҡ//Башҡортостан.-1996.-27 июнь.
- Ҡартаямы ни ул йөрәк…//Октябрьское знамя.-1999.-26 июнь.
- Беҙҙең лауреат// Октябрьское знамя.-1998.-26 июнь.
- Иҙелбаева А.”Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам..”//Йәшлек.-2011.-7 май.
- Йөҙ йәшкә лә етергә яҙһын//Һаҡмар.-2014.-№74.-3 июль.
- Не теряя оптимизма.//Баймакский вестник.-2014.-№71-28 июня.
МӘҮЛИТОВ ВИЛҮР ШӘКИРЙӘН УЛЫ
һәүәҫкәр композитор,
РФ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре
Вилүр Шәкирйән улы Мәүлитов Баймаҡ районы Комсомол ауылында 1951 йылда тыуған. Комсомол тулы булмаған һәм Темәс урта мәктәбендә белем ала. Мәктәпте тамамлағас, токарь булып эшләй, 1969-1972 йылдарҙа педагогия институтын тамамлай. Ишембай ҡалаһының 2-се интернат- мәктәбендә башҡорт теле әҙәбиәтенән, ә 1980 йылда тыуған яғында — Билал урта мәктәбендә уҡыта.
Вилүр Мәүлитов оҫта баянсы, һәүәҫкәр композитор булараҡ танылыу яуланы. Уның А. Игебаев һүҙҙәренә яҙған “Күңелкәйем һине уйлайҙыр”, “Йөрәк менән йөрәк һөйләшә” йырҙарын районыбыҙҙың йырсылары яратып башҡара. Йыр уҡытыусыһы һәм фольклор түңәрәге етәксеһе булараҡ, Вилүр Шәкирйән улы балалар өсөн дә йырҙар ижад итә. Уның хәҙер 100-гә яҡын йыры бар.
2010 йылда Күмертау ҡалаһында үткән республика һәүәҫкәр композиторҙар конкурсында дипломант исемен, 2014 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге бәйгелә 1-се урын яулай.Шулай уҡ 2014 йылда
“Башҡортостан” гәзите дипломанты була.
I.
- Мәүлитов В. Йыр – толпарым: Йырҙар.-Баймаҡ, 2001.-61 б.
- Йырҙарым – күңел нурҙарым.
- Йылмаяйыҡ әле бер: Аудиодиск.-Өфө,2009
- ”Башҡортостан”,”Онотмаһын мине лә Тыуған ил”:Йырҙар//Байрам.-2009.-№12.
- ”Һалдат булам”:Йырҙар.//Аҡбуҙат.-2009.-№2.
- Һаумы,ҡояш: Аудиодиск.-Өфө,2011.
- Тыуған яҡ:Аудиодиск.-Өфө,2014.
II.
- Музыка менән ауырыу//Башҡортостан.-1995.-6 декабрь.
- Бикйәнов С. һандуғастар күп булмай//Атайсал.-1999.-22 октябрь.
- Хәбиров А. Ижадынан моң тама//һаҡмар.-2000.-15 март.
- Ырыҫмөхәмәтова Р.Йырлы йортта ҡот йәшәй.//Киске Өфө.-2009.-№16.
- Мәүлитова Л.Күңелендә уның моң йәшәй.// Йәшлек.-2010.-15 апрель-№41.
- Мәүләтова Л. Илһамлы ижад эйәһе.//Башҡортостан.-2011.-12 март.
- Мөхәмәтшин А.Ижады-үҙенсәлекле моң дарьяһы.//Һаҡмар.-2011.-№26.
- Булатова Р.Йыр- моңдо юлдаш итеп.//Һаҡмар.-2013.-№61.
- Талантлыны данланы Башҡортостан.//Башҡортостан.- 2014.- №148.
УШАНОВ ТӘФТИЗӘН САБИРЙӘН УЛЫ
Сәғит Мифтахов, Батыр Вәлид исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
(1937-2012)
Тәфтизан Сабирйән улы Ушанов 1937 йылдың 19 декабрендә Әбйәлил районының Шағаҙай ауылында тыуып, яҙмыш ҡушыуы буйынса, Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында үҫә. 1952 йылда Темәс педучилищеһына уҡырға инә. Данлыҡлы уҡыу йортон 1956 йылда тамамлағандан һуң, бөтә ғүмерен журналистикаға арнай һәм 2003 йылдың апрелендә генә “һаҡмар” гәзите редакцияһынан хаҡлы ялға сыға.
Яҡташ шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаевтың 2002 йылда “Яҙмыш юлҡайҙары урау-урау” тигән исем аҫтында әҫәрҙәр йыйынтығы баҫылып сыға. Унда журналистика ветераны Тәфтизән Сабирйән улы Ушанов тураһында очерктар бар. Танылған шағирҙың ошондай шиғри фекере журналистҡа үҙе бер фатиха булып яңғыраған һымаҡ:
Әйҙә, һөйөнһөн дуҫтарың,
Көйөнһөн дошман.
Мәңге шулай айбарланып
Милләт ғәмдәрендә янып,
Намыҫың ҡушҡанса йәшә,
Тәфтизән Ушан.
Әүҙем һәм оҫта журналистың хеҙмәте тейешле баһаланып барҙы. 1981 йылда уға Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһы тапшырылды. 1986 йылда Тәфтизән Ушанов Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. 2001 йылда уға бирелгән Батыр Вәлид исемендәге премияны Баймаҡ интернат-лицейында тәрбиәләнгән балаларға бүләк итте.
I.
- Ике азаматҡа аманат//Башҡортостан.-2002.-19 июнь.
- Һаҙағай булып балҡыны//һаҡмар.-2004.-27 апрель.
- Ололарҙы ихлас ололанылар//һаҡмар.-2005.-14 апрель.
- Ҡаһарман Ҡаһармановтар//һаҡмар.-2005.
- Варна иҫтәлектәре.(Көндәлектән өҙөктәр) //Башҡортостан.- 2006.-№10,№11.
- Төбәгебеҙҙең йылъяҙмаһы.//Һаҡмар.-2006.-№64,№65.
- Сибайҙа ла булдыҡ беҙ.//Һаҡмар.-2012.-№132.
II.
- Үтәев X. Остаҙыбыҙ хаҡында һүҙ//һаҡмар.-2003.-№66.
- Ғәниева Л.Тыуған еренең лайыҡлы улы.// Һаҡмар.-2012.-№145.
- Утяев Р.Помним его веселым и жизнерадостным.//Баймакский вестник.-2012.-№144.
ХАРРАСОВ РАУИЛ ҒҮМӘР УЛЫ
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рауил Ғүмәр улы Харрасов 1961 йылдың 7 октябрендә Ҡарамалы ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Кескәйҙән үк йыр- моңға ғашиҡ булып үҫә. Уның әсәһе лә бик матур, моңло тауышлы, олатаһы Мәхмүт Харрас улы Галин да заманында данлыҡлы ҡурайсы булған.
Халыҡ йырҙарына тәрән һөйөү йөрөткән Рауил Харрасов 1987 йылда Мәскәү Кремленың съездар һарайында сығыш яһай. Красноярскийҙа үткән аҙ һанлы халыҡтар һәм Волга буйы халыҡтары фестивалендә ҡатнаша. Үҙенең моңло тауышы менән һәүәҫкәр йырсы республика күләмендә уҙғарылған “Дуҫлыҡ йыры-97”, “Ирәндек моңдары-98, “Уралым моңо-2000” конкурстарында лауреат исемен алыуға өлгәшә. “Йырҙарым – күңел нурҙарым” исемле аудиокассетаһының сығыуы Рауил Ғумәр улының ижадын һөйөүселәргә ҙур бүләк булды.
2001 йылда Рауил Ғүмәр улы Харрасов Батыр Вәлид исемендәге премияға лайыҡ булды. Был премия уның өсөн сәхнәләге уңыштарын баһалау ғына түгел, киләсәкке ижадына илһамландырыр, дәртләндерер көс тә булды. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
МОСТАФИН УРАЛ САБИРЙӘН УЛЫ
Батыр Вәлид һәм Сәғит Агиш исемендәге премиялар лауреаты
Урал Сабирйән улы Мостафин Икенсе Этҡол ауылында 1951 йылдың 17 ғинуарында донъяға килгән. 1996 йылда ошо ауыл мәктәбен, 1968 йылда 1-се башҡорт интернатын, 1973 йылда авиация институтын тамамлай. 1975-1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Ҡыҙыл пролетарий» заводында инженер – конструктор булып танкылар, самолеттар двигателдәре төҙөү буйынса эшләй. 1982 йылда Баймаҡ ҡалаһына күсеп ҡайта. Район хакимиәтенең төҙөлөш, сәнғәт, транспорт бүлеге мөдире, кирбес заводында баш технолог, ремонт – техник предприятиеһы директоры вазифаларын башҡара. Әммә яҙмыш уны ҡаты һынауға дусар итә. 43 йәшендә ауыр яҙмыш һынауына дусар була, Баймаҡ – Сибай юлында авария һөҙөмтәһендә умыртҡа һөйәге имгәнә. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәй, үҙ эсенә бикләнмәй, йәшәү өсөн көрәш башлай, әҙәби ижадҡа ылыға. Тормош асылы, халыҡ яҙмышы, ижад һәм көрәш, йәшәү мәғәнәһе хаҡындағы ижад емештәре шиғырҙар һәм фәлсәфәүи уйланыуҙар булып аҡ ҡағыҙға теҙелә.
Республика, район ижтимағи сәйәси баҫмаларында шиғырҙары, проза, публицистик әҫәрҙәре йыш ҡына донъя күрә. 2014 йылда Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы итеп ҡабул ителә.
Төрлө йылдарҙа донъя күргән, китап уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған ”Тәүбә тәсбихем”, ”Йәшәү яҙмыш”, ”Илһам көсө”, ”Ғүмер –атылған уҡ”, ”Ҡойон ҡойроғо оҙон”, ”Хистәр донъяһы” исемле йыйынтыҡтар- көслө рухлы, маҡсатҡа ынтылышлы, ныҡышмалы авторҙың тырышлығы менән тыуҙырылған оло хеҙмәт емештәре.
I.
- Тәүбә тәсбихем: Шиғырҙар // Нур усағы. – Өфө, 2001
- Йәшәү яҙмыш: Шиғырҙар. – Сибай, 2002.
- Илһам көсө: Шиғырҙар, робағиҙар. – Өфө: Китап, 2005. – 220 б.
- Ғүмер- атылған уҡ:Шиғырҙар,фәлсәфәүи уйланыуҙар.-Өфө,2010.-246 б.
- Ҡойон ҡойроғо оҙон:Повесть,хикәйәләр.- Өфө,2013.-340 б.
- Хистәр донъяһы:Ҡыҫҡа шиғырҙар.-Өфө,2013.-104 б.
II.
- Сердца горячее биение//Баймакский вестник.-2001 .-16 января.
- Тажетдинов А. Бәхетем дә барҙыр әле…//Һаҡмар.-2001-13 октябрь.
- Иҙрисова Г. Ғазаптан яһалған шиғриәт//Атайсал.-2002.-29 ғинуар.
- Исҡужин Б. Тәсбих таштары араһында//Башҡортостан.-2002-149 б.
- Сафина 3. Жизнь-судьба//Баймакский вестник.-2002.-8 август.
- Ижад үрҙәре, ай-һай, бейек//һаҡмар.-2003.-20 март.
- Тажетдинов А.Йәйғор остарын тоташтырыусы.//Киске Өфө.-2011.-№3.
- Тажетдинов А.Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй.//Һаҡмар.-2011.-№5.
Ғүмер
Эй,бәндәнең ғүмеркәйе-
Ҡаҙ бөртөктәре һымаҡ:
Ерҙән осоп, Күкте ҡосоп,
Шул Ергә ҡайтҡан йомғаҡ!
Эй,бәндәнең ғүмеркәйе-
Ҡар һыуы аҡҡан һымаҡ:
Ярҙар йырып,юлдар ярып,
Уйҙарға һалған йомаҡ.
Эй,ғүмерҙең уҙыуҙары,
Ҡом ағымдары һымаҡ:
Тәндә ташып, йәнгә ашып,
Ҡот алып килгән ҡунаҡ.
Именлек
Кәрәкмәй бер ҙә артығы:
Имен булһын донъялар,
Донъялар имен булһалар,
Илгә лә ҡот оялар!
Ҡашығаяҡ шылтырауы
Кем башынан үтмәгән?
Сайҡалып та ҡуя ҡай саҡ
Күктә сүмес – Етегән!
Донъя булғас була инде
Ыҙаһы ла болаһы.
Болаһына түҙер өсөн
Аңлы әҙәм балаһы.
Хәйәм әйткән,кеше үлгәс,
Көршәккә әйләнә, тип.
Көршәккә түгел,балсыҡҡа
Әйләнһә лә,эҙе ҡала,
Йәшәй белһә,
Именлекте,
Игелекте,
Изгелекте
Үҙенә эйәләтеп!
Донъя тотҡаһы
Уңған микән әләменең уҡаһы:
Шыйыҡ һүҙҙән тыуған илдең бутҡаһы.
Бушап бөткән ишектәрҙең тотҡаһы,
Еңел бата теләһә кемдең ҡотҡоһо.
Берәүҙәрҙең килә ҡалас йотаһы,
Берәүҙәрҙең-алтын балыҡ тотаһы,
Берәүҙәрҙең- бар донъяны отаһы,
Берәүҙәрҙең хатта ҡасҡан йоҡоһо.
Кем ҡулына дилбегәне бирергә,
Дәрәжәбеҙ,хаҡыбыҙҙы белергә?
Кем йүнәтер ишектәрҙең тотҡаһын,
Кем күҙәтер бешергәндең бутҡаһын,
Табылырмы илдә “донъя тотҡаһы”?
НУРМӨХӘМӘТОВ ӘСҠӘТ ШӘФҠӘТ УЛЫ
бейеүсе, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты
Әсҡәт Шәфҡәт улы Нурмөхәмәтов 1966 йылдың 16 мартында Темәс ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағас та, 1980 йылда Киевта үткәрелгән йәштәр фестивалендә ҡатнаша. 1983 йылдан “Ирәндек” ансамбле солисы. 1984-1986 йылдарҙа армия сафтарында хеҙмәт итә.
Хеҙмәттән һуң, Стәрлетамаҡ культура- ағартыу училищеһында уҡый, унан Темәс мәҙәниәт йортонда директор вазифаһын үтәй. Бик күп дипломдар, маҡтау ҡағыҙҙарына эйә. Учалыла үткән 1-се республика смотр-конкурсында 2-се дәрәжә диплом, Анапала (1996) – иҫтәлекле диплом, Баймаҡ районыныда Й. Бикбирҙин исеменә үткәрелгән бәйгелә Маҡтау ҡағыҙы, Йомабай Иҫәнбаевтың 110 йыллығына арналған республика ҡурайсылар конкурсында рәхмәт хатына лайыҡ булды.
1995 йылда Өфөлә үткән 1 республика ҡурай байрамында Гран-при яулай. 2003 йылда сәнғәт өлкәһендә башҡорт халыҡ мәҙәниәтен үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләгәне һәм пропагандалағаны өсөн Батыр Вәлид премияһына лайыҡ булды.
СӘЙҒӘФӘРОВ ӘМИР ЗӘКИР УЛЫ
Башҡортостандың маҡтаулы крайҙы өйрәнеүсеһе, Баймаҡ ҡалаһының почетлы гражданины
Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров 1935 йылдың 16 майында Ишбирҙе ауылында тыуған. Ишбирҙе ете йыллыҡ мәктәбендә, Темәс педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Уҡытыусы, башланғыс мәктәп мөдире, мәктәп директоры, район партия комитеты сәркәтибе һәм бүлек мөдире,райсовет башҡарма комитеты рәйесе, район хакимиәт башлығы урынбаҫары, Бөрйән ырыуы ҡор башы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаларында эшләй.
Ике “Почет билдәһе” һәм “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы” ордендары менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре.
Беренсе (1995), икенсе (2001) һәм өсөнсө (2010) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының делегаты.Тыуған яҡ тарихын тергеҙгән мәҡәләләре әленән-әле республика һәм район матбуғатында донъя күреп тора. 2002 йылда сыҡҡан “Баймаҡ төбәге”(“Баймакский край”) китабы өсөн Б. Вәлид премияһына лайыҡ булды.
I.
- Баймак и баймакцы в произведениях. Р. Г. Уметбаева//Баймакский вестник. – 2004. – 3 апрель.
- Ғәжәйеп серле тау донъяһына сәйәхәт. // Һаҡмар. – 2004. – № 85.
- Земной поклон Вам, кормильцы фронта//Баймакский вестник-2005-27 января.
- Милләтебеҙ батырҙарының береһе: Халыҡ батыры Сураш Ҡолмырзиндың тыуыуына 290 йыл тулыуға ҡарата//һаҡмар.-2001 .-28 июнь.
- Сәйғәфәров Ә. Ер-Һыу атамалары. Баймаҡ районы.-Өфө, 2004-183 б.
- Прошел путь славный: к 70-летию района//Баймакский вестник.-2000. 11 декабря.
- Утягулов Р., Сайгафаров А. Баймакский край: Энциклопедическое краеведческое издание.-Уфа, 2002.
- Эхо грозных лет в документах//Баймакский вестник.-2005.-20 января.
- Бында Сураш батыр рухы йәшәй//Ватандаш.-2001.-№ 11.-б.175-178.
- Һаулыҡ һағындағы тәүге табиптар//Ватандаш.-2002.-№8.-б.171-177.
- Ил тарихын һаҡлар ер//Ватандаш.- 2003.-№ 7.- б.182 – 195.
- 450 лет вместе с Россией.-Баймаҡ,2007.-124 с.
- На страже здоровья.Этапы развития и становления здравоохранения.-Сибай,2007.-220 с.
- Дәрдмәнд.Ижад шишмәһе Ирәндектән.-Баймаҡ,2009.
- Развитие общего образования.Баймакский район.-Магнитогорск,2009
- Ир иңендә-ил ғәме.-Баймаҡ,2010.-252 б.
- Илһөйәр һәм ғәййәр олатайҙарыбыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында.-Баймаҡ,2012-85 б.
II.
- Байназаров А. Его не портила власть//Баймакский вестник.-2005.-12 май
- Мөхәмәтшин С. Абруйлы уҙаман//Һаҡмар.-2005.-12 май.
- Мөхәмәтшин С. Һәр башланғысы изге//Башҡортостан.-2005.-19 май.
- Хөсәйенов Ғ.Ил-йортобоҙ хаҡында ике китап.//Башҡортостан.-2005.-№139.
- Мөхәмәтшин А.Тыуған иленең ысын патриоты.//Һаҡмар.-2010.-№55.
ХӘЙРЕТДИНОВ БОРИС МӨХӘМӘТ УЛЫ
Һәүәҫкәр композитор, республика конкурстары лауреаты,
Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты
Борис Мөхәмәт улы Хәйретдинов 1948 йылда II Этҡол ауылында тыуған. 1967 йылда Сибай педучилищеһын тамамлай һәм тыуған ауылына йыр уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Ошо йылдарҙа тәүге йырҙарын ижад итә. Ауыл советы рәйесе итеп һайлана. 1971 – 1977 йылдарҙа ситтән тороп БДУ-ның тарих факультетында уҡый, II Этҡол, Татлыбай, Ишбирҙе мәктәптәрендә директор булып эшләй.
1993 йылда Баймаҡ районы һәүәҫкәр композиторҙар берекмәһе рәйесе итеп һайлана. Баймаҡ ҡалаһының мәктәптәрендә эшләй.
Борис Мөхәмәт улы баянда, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай, 100-гә яҡын йыр авторы. Халыҡ йырҙарын пропагандалағаны өсөн Рәсәй Композиторҙар Союзы Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Уның «Баймағым – тыуған яғым», «Йырым һиңә, ауылым», «Кил һин миңә», «Ал мине лә» исемле йырҙары күренекле йырсыларҙың репертуарында лайыҡлы урын биләне. Шулай уҡ ул районыбыҙҙың тарихын тергеҙеү өҫтөндә лә күп эшләй. Мәҡәләләре матбуғат биттәрендә донъя күреп тора. Ауыл ҡала мәктәптәрендә йыр,тарих дәрестәрен алып бара.
I.
- Һағынмаҫ та инем: Йырҙар. – Сибай, 1997.
- Ете лә генә ырыу,береһе –бөрйән.-Баймаҡ,2007-220 б.
- Ғүмерем биҙәктәре:Һайланма йырҙар һәм шиғырҙар шәлкеме.-Баймаҡ,2013.-82 б.
- Шежере башкир и народные песни,как дополнительные источники по истории Башкортостана.-Сибай,2014.-119 с.
II.
- Аҡъюлова И. Кеше исемен эше биҙәй // Башҡортостан. – -10 май.
- Байым Б. Күңелендә моң шишмәһе//Йәшлек.-1992.-28 ғинуар.
- Йыр һөйөүселәр, һеҙҙең өсөн//Атайсал.-1997.-13 сентябрь.
- Лукманова Г. Человек, очарованный музыкой // Баймакский вестник. -2000.-23 мая.
- Лукманова Г. Очарованный музыкой // Илеш – Баймак. -2000. -6 июнь.
- Әғзәмов X. Талант та бар, илһам да…//Октябрь байрағы.-1-30 сентябрь.
- Тутаева Р. Моң эйәһе//Атайсал.-1998.-20 февраль.
- Таһирова З.Башҡорт мемуаристикаһында шәжәрәләр.//Ағиҙел.-2008.-№9-б.93.
ТАЖЕТДИНОВ АЗАМАТ ӘҒЗӘМ УЛЫ
Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Азамат Әғзәм улы Тажетдинов 1938 йылда Баймаҡ районының Байым ауылында тыуған. Дүрт кенә йәшендә ҡәһәрле һуғыш арҡаһында атайһыҙ ҡалған.
2-се Этҡол ауыл мәктәбендә, Темәс, Белорет педучилищеларында белем ала. 1957 йылдан мәғариф өлкәһендә эшләй башлай. Ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын тамамлағандан һун, 1965–1969-сы йылдарҙа 2-се Этҡол ауыл мәктәбе директоры вазифаһын башҡара.
Һуңғы йылдарҙа Азамат Әғзәм улы тыуған еренең тарихын, тәбиғәтен, ер-һыу атамаларын өйрәнеү, күренекле шәхестәренең ғүмер һәм хеҙмәт юлын тергеҙеү, халыҡ иғтибарына еткереү эштәре алып бара.Һәр кем үҙенең тыуып үҫкән яғын, тоҡом-тамырҙарын, нәҫел-ырыуын белеп үҫергә бурыслы, тип иҫәпләй ул. “Беҙ Байымдар”, “Шәһәрғәзи сәсән”, “Ел-дауылдар аша” китаптарының авторы, тыуған яҡ тарихын, ер-һыу атамаларын, күренекле шәхестәрҙең тормош юлын даими өйрәнгәне һәм халыҡҡа еткергәне өсөн Батыр Вәлид премияһы лауреаты исеме бирелде.
I.
- Беҙ-Байымдар.-Сибай,2003.-95 б.
- Аҡмулла эҙҙәренән//Башҡортостан.-2003.-16 июнь
- Әсә көттө улын…//Йәшлек.-2003-21 июнь.
- Ел-дауылдар аша…-Сибай,2005.-180 б.
- Шәһәрғәзи сәсән.-Баймаҡ,2005.
- Ҡулға ҡорал алмаһаҡ та…//Йәшлек.-2005.-7 июнь
- Ғүмерем ағыштары- ғаиләм яҙмыштары.-Баймаҡ,2008.
- Сәсәндәр иленә сәйәхәт.-Сибай,2008-159 б.
- Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән.-Өфө:Ғилем,2010.-272 б.
- Оло юлда Юлыҡ.-Өфө:Белая река,2012.-240 б.
- Байым ишан нәҫелдәре.-Өфө,2013.-200 б.
II.
- Насырова Г.Сын своей земли//Баймакский вестник.-2006.-№122.
- Раева Г.Етмештә лә егеттәй уҙаман ул.//Атайсал.-2008.-№100.
- Мостафин У.”Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән”.// Һаҡмар.-2010.-№109.
- Мостафин У.Үҙ дәүеренең лайыҡлы шәхесе.//Һаҡмар.-2013.-№142-143
- «ҠОМАРТҠЫ» ХАЛЫҠ АНСАМБЛЕ
«Ҡомартҡы» халыҡ ансамбле 1982 йылда Баймаҡ мәктәп-интернатында ойошторолған. Ул осорҙа халыҡ йырҙарына – оҙон көйгә иғтибар ҙа, ихтирам да һүнгән мәл була. Төркөмгә йырҙың бәҫен, ҡәҙерен белгән, халҡыбыҙ тарихына битараф булмаған, кешеләр, мәктәп-интернатта эшләгән абруйлы уҡытыусы-тәрбиәселәр тупланды: С.М.Батталова, Ғ.В.Ишалина, Т.Ғ.Әүәлбаева, Э.З.Ғәббәсова, Р.И.Йәнтүрина, З.Ш.Юнысова, З.Ғ.Фәйзуллина, Р.И.Һунарғолова, З.С.Баймырҙина. Ансамблдең етәксеһе- республика һәм район йыр бәйгеләре лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәүжидә Рахманғол ҡыҙы Айытҡолова.
Тәүҙә төркөм «ветерандар ансамбле» тип аталһа, 1995 йылдан «Ҡомартҡы» исемен йөрөтә. Йырҙар күмәкләп һәм музыкаль оҙатыуһыҙ башҡарыла. Ансамблдең репертуары бай: «Ерән ҡашҡа», «Ҡуңыр буға», «Элмәлек», «Азамат», «Сәлимәкәй», «Ҡолой кантон», «Урал», «Буранбай».
«Ҡомартҡы» ансамбле башҡарған йырҙар Сибай радиостудияһынан Марат Тулыбаев тарафынан яҙҙырылып, республика радиоһында яңғыраны. 1997 йылда билдәле фольклорсы, ҡурайсы, йыр хазиналарын эҙләп табып, халыҡҡа кире ҡайтарыусы Юлай Ғәйнетдинов «Хазина» тапшырыуҙарының береһен «Ҡомартҡы»ға арнаны.
Ансамбль 2003 йылда «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика фестивалендә ҡатнашып, «Халыҡ ансамбле» тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Ошо уҡ йылда ул өс ҙур йыйында ҡатнашты: Ишмулла Дилмөхәмәтов көндәрендә, Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостан Республикаһы суверенитетының 13 йыллығына арналған байрамда, Баймаҡҡалаһында башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр» һәм Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған I халыҡ-ара сәсәндәр бәйгеһендә.
2004 йылдың йәйендә башҡорт халҡының данлы улы Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуына арнап Салауат районында үткәрелгән Салауат йыйынында «Ҡомартҡы» ансамбле Президентыбыҙҙы һәм башҡа ҡунаҡтарҙы матур таҡмаҡтары менән ҡаршыланы.
Башҡорт халыҡ йырҙарын тергеҙеүгә, пропагандалауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән уникаль коллектив 2005 йылдың 10 ноябрендә Батыр Вәлид премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды.
- Айытҡолова М. Йөрәктәрҙән урғылған моң// Һаҡмар.- 2002.-19 декабрь.
- Айытҡолова М. Халыҡ йыры үлемһеҙ//Атайсал.-2003,-28 март.
- Айытҡолова М. Ҡомартҡыларҙың бәҫен арттырабыҙ// Башҡортостан.-2005.-№ 117.
- Амирханова Ф. Заслужили звание народного//Баймакский вестник.- -22 январь.
- Шахморатова М. “Ҡомартҡы” – ысын ҡомартҡы// Һаҡмар-2002.-23 ноябрь.
- Шундай ҡомартҡылар ҙа була//Атайсал.-2003.-28 март.
- Улар премияға лайыҡлы//Һаҡмар.-2005.-1 ноябрь.
КӘРИМОВА ФӘНИӘ МУСА ҠЫҘЫ
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.
Фәниә Муса ҡыҙы Кәримова 1945 йылдың 25 ноябрендә Ярат ауылында донъяға килгән.1953-1960 йылдарҙа Ярат 7 йыллыҡ мәктәбендә,1960-1964 йылдарҙа 1-се Этҡол урта мәктәбендә уҡый.Белорет педагогия училищеһында,Стәрлетамаҡ пединститутының филология факультетында белем ала.
1965-1967 йылдарҙа Баймаҡ район советының башҡарма комитетында бәлиғ булмаған балалар эштәре буйынса секретарь,1967-2009 йылдарҙа Баймаҡ 1-се һанлы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.Мәктәп профсоюз комитеты рәйесе,район мәғариф бүлеге профсоюз комитеты президиумының, район мәғариф бүлегенең аттестация комиссияһы ағзаһы булып тора.
Мәктәп,район һәм республика кимәлендә,шулай уҡ халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша һәм сығыш яһай.Оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте методик ойошмаһы етәксеһе вазифаһын намыҫлы башҡара,район хор йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы була.
1997 йылда Баймаҡ 1–се һанлы мәктәбендә “Ҡурай” музейы ойоштора. 2009 йылға тиклем музей менән етәкселек итә.”Ҡурай “ музейы районда ғына түгел,республикала ҙур билдәлелек ала,конкурстарҙа призлы урындар яулай. Башҡортостан телевидениеһының ”Хазина” тапшырыуы аша бөтә республикаға таныла.
2006 йылда “Ҡурайсылар иле”,2011 йылда “Халыҡ хәтере” исемле китаптары донъя күрә.2007 йылда “Ҡурай” музейы һәм ”Ҡурайсылар иле” йыйынтығы өсөн Батыр Вәлид премияһына лайыҡ була.
I.
- ”Аҡмулла-яҡтылыҡ йырсыһы”.// Башҡортостан уҡытыусыһы.-1996.
- ”Әҙәп-иман тотҡаһы”//Башҡортостан уҡытыусыһы.-1997.
- ”Бала саҡҡа ҡайтам әле”//Башҡортостан уҡытыусыһы.-1999.
- “Урал батыр рухы йәшәй бында”// Йәншишмә.-2003-26 июнь
- “Мәктәп музейы-тәрбиә үҙәге” // Һаҡмар.- 2003- 18 май
- Ҡурайсылар иле.-Баймаҡ,2006.
- “Шәхес тәрбиәләүсе белем усағы”// Һаҡмар. -2010- №23
- Халыҡ хәтере: Легендалар,таҡмаҡтар,бәйеттәр,мөнәжәттәр.-Баймаҡ,2011.-111 б.
II.
- Фәйзуллина Л. Ихлас һөйөп баға донъяға.//Атайсал.-1997.-16 апр.
- Иҫәнгильдина Г. Ҡурай музейы асылды.//Һаҡмар.-2002.-19 апр.
- Әхмәров Ф. Ҡурайға ла музей бар.// Башҡортостан.-2002.- 8 авг.
- Ахметов Ф. Через курай к патриотизму.// Баймакский вестник.-2006.-19 окт.
- Фәхретдинова Ғ. Милли рухта тәрбиәләгән уҡытыусы.// Һаҡмар.-2007.-25 ғинуар
- Иҙелбаева А. Ҡурайсылар иле булып ҡалайыҡ.// Һаҡмар.-2007.-май
- Юнысова З.Халыҡ хәтерен халыҡҡа еткереүсе.//Һаҡмар.-2012.-№67
- Ҡурай музейы.// Башҡортостан.-2012.-5 май
ХӘСӘНОВТАРҒӘИЛӘ ФОЛЬКЛОР АНСАМБЛЕ
Ғаилә ансамбле үҙ эшмәкәрлеген 1980 йылдарҙа башлай.Ансамбль составында 2 йәштән 85 йәшкә тиклем 70 кеше ҡатнаша. Ансамбль репертуарында 40-тан ашыу башҡорт халыҡ йыры,халыҡ бейеүҙәре,бәйеттәр,мөнәжәттәр,шулай уҡ театрлаштырылған тамашалар:”Минең ғаиләм- минең байлығым”,”Сәскә ат, атайсалым Баймағым”,”Хәсәновтарҙа ҡунаҡта”,”Балаға исем ҡушыу”,”Теләккә сығыу” һ.б.Хәсәновтар ғаилә ансамбле 1983 йылда “Берҙәм дуҫ ғаилә” телевизион фестивалендә,1985 йылда-театрлаштырылған “Алдар батыр” тамашаһында,1998 йылда- “Ғаилә мозаикаһы” республика телетапшырыуында,2001 йылда –“Минең ғаиләм- минең байлығым” республика фестивалендә,2005 йылда-“Башҡортостан- Урал ынйыһы” республика форумында,2008,2012 йылдарҙа “Ғаилә-Рәсәй ғорурлығы” фестивалдәрендәҡатнашып төрлө призлы урындар,лауреат исемен яулай.2007 йылда Батыр Вәлид премияһы лауреаты исеме бирелә, 2008 йылда “Ашҡаҙар таңдары” башҡорт фольклоры республика байрамында дипломант була,ошо уҡ йылда ”Российские покровители семьи и брака Святые Петр и Феврония” алтын миҙалы менән бүләкләнә. Башҡортостан республикаһы ”Йыл ғаиләһе-2012” исеменә лайыҡ була. Ансамбль ағзалары үҙҙәре айырым төрлө район,республика,төбәк –ара бәйгеләр лауреаты.
ӘХМӘР ҮТӘБАЙ
Күренекле яҙыусы, шағир, журналист,
Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Батыр Вәлид исемендәге
премиялар лауреаты.
Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев 1960 йылдың 29 ғинуарында Буранбай ауылында тыуған. 1-Этҡол урта мәктәбен тамамлағандан һуң колхозда эшләй. 1980 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Башҡортостан радиоһында, Ағиҙел”,”Шоңҡар”журналдарында хәбәрсе,”Киске Өфө” газетаһында мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.”Башҡортостан” дәүләт телерадио компанияһында “Йәдкәр” программаһын әҙерләп алып бара.Башҡортостан Яҙыусылар берлеге урынбаҫары вазифаһын башҡара.1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы.Хәҙерге көндә “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир урынбаҫары.
I.
- Яҙым килде.:Шиғырҙар.// Ете шишмә.-Өфө,1988.-99-117 б.
- Һағыныу:Фантастик повесть һәм хикәйәләр.-Өфө,1992.
- Хәнйәр: Поэма,шиғырҙар// Егет һүҙе.-Өфө,1997
- Моң эсенә инеп йәшеренәм.Поэмалар,шиғырҙар.//Түләк Р.,Үтәбай Ә.Буранбайҙың яҙған хатын уҡып.-Өфө,2002
- Сәхрә.-Өфө,2007.-360 б.
- Мин айныҡ тормош башланым.-Өфө,
- Үрелеп алған алма:Хикәйә,повесть,роман,новеллалар.-Өфө,2011.-407 б.
II.
- Шәрәфетдинов Д.Оҫталыҡта тиңе юҡ.//Йәшлек.-2010.-№10.
- Аҙнағолов Р.Тулҡындарҙың бер ялҡыны.//Р.Аҙнағолов.Йәйғор төҫтәре.-2011.-б.432-463.
- Шәрәфетдинов Д.Уйландырырлыҡ әҫәр.//Ағиҙел.-2011.-№7- б.136-140.
- Әҙәбиәт тормош дәреслегеме?//Ағиҙел.-2011.-№1.-б.137-147.
- Әхмәрҙең йырсы була яҙғаны йәки Буранбай феномены уға ла ҡағыла.//Йәшлек.-2015.-6 февраль
ДӘҮЛӘТШИН ТАШБУЛАТ МОСТАФА УЛЫ
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Ташбулат Мостафа улы Дәүләтшин 1955 йылдың март айында Байыш ауылында тыуған. Байыш һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. Ташбулат Мостафа улы республика, район, совхоз, ауыл күләмендәге мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр Мәскәү, Ырымбур, Өфө сәхнәләрендә сығыш яһай. 1987 йылда Ғата Сөләймәнов, 1988 йылда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге приздарға үткәрелгән республика конкурстары лауреаты. Республика делегацияһы составында 1989 йылда Братислава ҡалаһында үткәрелгән Халыҡ-ара радио конкурсында Гран-при яулай һәм Алтын миҙалға лайыҡ була. 1990 йылда Баймаҡ районының «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән Красноярскийҙа үткән Икенсе Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә ҡатнаша һәм лауреат була. 2000 йылда Японияла үткән Бөтә Донъя халыҡ ижады фольклор фестивалендә ҡатнаша. Хәҙерге ваҡытта «Урғаҙа» музыка мәктәбенең Байыш филиалында балаларға ҡурай серҙәрен өйрәтә.
I.
- Баймакский край. –Уфа: Китап, -с.262.
- Сиражетдинова А. Урғаҙа ҡурайсыһы // Октябрь байрағы.- 1991.