Баймаҡ ере башҡорт әҙәбиәте, сәнғәтенә таланттар үҫтереү төйәге булараҡ дан тота. Тыуған ерен данлаған, йәрәгендә тыуған еренең хуш еҫен йөрөткән, ергә ғүмер буйы “атайсал “ тип өҙөлөп –янып ижад итер өсөн тыуған атайсалдың тынғыһыҙ, сәмле, рухлы ҡыҙҙарын , улдарын һәр кемебеҙ белергә, уларҙың ижадын өйрәнергә, башҡаларға еткерергә тейеш.
Яҡташ шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ, Баймаҡ яҡтарында яҙмыш елдәре ташлауы буйынса йәшәп, ижад иткән әҙиптәр тураһында Баймаҡ районының әҙәби картаһы төҙөлдө. Ул ете бүлектән тора:
Башҡорт әҙәбиәте күгендә -Баймаҡ йондоҙҙары. (А. Игебаев, Т. Гарипова, М. Иҙелбаев, Дәртмәнд, Ә. Хәйбуллин, А. Баһуманов, Б. Байымов, А. Ҡәҙерғолов, Р. Түләков, Ә. Үтәбай, Н. Ғәйетбаев, Б. Искужин, Л. Ҡәйепова,У. Мостафин, З. Каҙаҡбаева )
Билдәле сәсән –ипровизаторҙар… (Ғәбит Арғынбаев, Хәмит Әлмөхәмәтов, Шәһәрғәзи Ғәбдиев, Хәбибулла Ғәбитов)
Яугир –шағирҙарҙың исемдәре һәм ижады үлемһеҙ… (Н. иҙелбаев, С Кулибай, Б. вәлид, Х. Ҡунаҡбаев)
Баймаҡ ере уларҙы ижадҡа әйҙәне (З. Биишева, Һ. Дәүләтшина, М. Фәйзи, Р. Өмөтбаев )
Иҫтәлекле урындар.
Әҙәби премиялар
Әҙәби ойошмалар.
Тәрбиәүи әһәмиәте ҙур булған был карта , әлбиттә, китапханаларҙа оло хазиналарҙың береһе булып урын аласаҡ, һәр кемгә ҡиммәтле мәғлүмәт сығанағы ла булып хеҙмәт итәсәк.
Китапханаларҙа , һәр йылдағыса, яҡташ шағир, яҙыусыларыбыҙҙың ижадын тәрәнерәк өйрәнеү буйынса 14 майҙан 18 майға тиклем әҙәби аҙналыҡ үтәсәк. Аҙналыҡ сиктәрендә ойоштороласаҡ сараларҙа һәр төбәк үҙ еренең әҙип, әҙибәләрен барлаясаҡ, данлаясаҡ.
Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығына арналған осрашыу
Осрашыуҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған крайҙы өйрәнеүсеһе Вара Бәшәр улы Буранбаев, тыл ветераны Магнитогорск ҡалаһында Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индереп снарядтар эшләү заводында көндө төнгә төндө көнгә ялғап эшләй Бәкирова Мәрзиә Садиҡ ҡыҙы, 16 йәшендә хәрби госпиталдәрҙә, ауыл, ҡалаларҙа концерт менән сығыш яһаған Хафизов Фаузи Фәтхелбаян улы ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарының һөйләгәндәрен ҡаланың 3,4 мәктәбенән килгән уҡыусылар йотлоғоп тыңланы. Хәрби патриотик йырҙар конкурсында еңеүсе Мирас фольклор студияһы егеттәре йырҙары менән һөйөндөрҙө. Рухи көсөм тыуған яғымдан исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырып үтелде. Уҡыусыларға яҡташ Советтар Союзы геройҙарын , яҡташ яугир шағир, яҙыусыларҙы һанап үтергә тигән викторина һорауҙары бирелде һәм ыңғай яуаптарға бүләктәр тапшырылды. Бөйөк Ватан һуғышы тураһында йөкмәткеле видероликты Консультант Плюс бүлеге мөдире Миләүшә Юнысова әҙерләп күрһәтте. Һуғыш темаһына сәхнәләштергән өҙөк сараға йәм өҫтәне.
Үҙәк китапхана директоры Л.К.Дәүләтшина ҡунаҡтарға һәм иғтибар менән тыңлап ултырған уҡыусыларға рәхмәт әйтте һәм улар бөгөнгө көндә тере яугир,яҙыусы В.Буранбаев менән осрашыу бәхетенә ирешеүҙәрен әйтте. Осрашыу аҙағынан иҫтәлеккә фотоға төшөү ойошторолдо. Батырлыҡ дәресен әҙерләне һәм алып барҙы хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Сәрүәр Иҙелбаева.
Рамаҙан Өмөтбаевтың 88 йыллығына арналған китапхана дәресе үтте
Яҡташтары күңелендә яҡты нур булып һаҡланған, фиҙаҡәр хеҙмәте, ырамлы эше, талантлы ижады менән милләтебеҙҙең абруйын күтәргән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе – Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың тыуыуына 88 йыл тулыуға арналған китапхана дәресе үтте. Китапхана дәресендә Р.Өмөтбаевтың бай тормош юлына байҡау яһалды. “Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Р.Өмөтбаевҡа 88 йыл”, “Атлы башҡорт ҡанатлы башҡорт” исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырып үтелде.
Беҙҙең бала саҡты һуғыш урланы
Йылдар үтеп, ваҡыт арауығы алыҫлаша барһа ла, ҡәһәрле һуғыш һалған яралар уңалмай. Бөйөк Еңеүҙең 66-сы яҙын ҡаршыланы илем, ерем, халҡым. Дәһшәтле йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәреүселәр ҙә йылдан-йыл кәмей. Улар хаҡында хәтер генә ҡала. Шул йылдарҙың шаңдауын бөгөнгө йәш быуын да белеп йәшәргә тейеш. Тап ошондай ниәт менән Баймаҡ район китапханаһында «Беҙҙең баласағыбыҙҙы, йәшлегебеҙҙе һуғыш урланы» исеме аҫтында осрашыу үтте. Кисәлә 105-се һөнәрселек училищеһы студенттары, «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары саҡырылған ҡунаҡтар; мәғариф ветерандары Фәүзиә Фазлый ҡыҙы Сөләймәнова, Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙы Әүәлбаева, Йәнтурина Гөлсара Искәндәр ҡыҙы менән осрашты.
Был сараны ойоштороуға күп көс һалған китапхананың методисы Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы Иҙелбаева тураһында ла һүҙ әйтмәү мөмкин түгел. Ошо осрашыуҙа оло һәм йәш быуын араһында йылы тәҫьораттарҙан торған күпер һалынды. Бөгөнгө кисәбеҙ юҡҡа ғына "Беҙҙең баласаҡты һуғыш урланы " тип аталмай:
"Ошо залда ултырыусы сал сәсле инәйҙәрҙең кеше ғүмерендә иң саф тойғолар менән һуғарылған бала саҡтары, йәшлек йылдары һуғыш ваҡытына тура килә. Аяуһыҙ һуғыш уларҙы ваҡытынан алда өлкәнәйтте, сырайҙарына олпатлыҡ билдәләре һалды.
Бөйөк Ватан һуғышының бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татыған яугирҙәр, бөйөк Еңеүҙе көнләп яҡынайтыр өсөн ашар ашын ашай алмаған, йоҡлар йоҡоһон йоҡламаған тыл хеҙмәтсәндәре, бөгөн сәстәре салланған инәйҙәр һәм олатайҙар, һеҙгә оло хөрмәтебеҙҙе һәм рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ", тип алып барыусының тетрәндергес һүҙҙәренән һуң күҙҙәргә йәш тулды. Ул шатлыҡ, ғорурлыҡ йәше ине.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһының үҙәк китапханаһында хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Сәрүәр Иҙелбаева тарафынан “Изге күңелле ханымдар” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Был кисәгә һөнәрселек лицейының беренсе курс ҡыҙҙары һәм өлгөлө ханымдар саҡырылды.
Мәҡсүдә Нәбиуллина — РФ мәғариф отличнигы, мәғариф ветераны, өлгөлө әсәй һәм өлгөлө ҡәйнә лә. Хаҡлы ялдамын тип тормай, ул фитнес-клубҡа йөрөй. Ә Нәйлә Ҡадырова 35 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, мәғариф ветераны, әле булһа дәрте ташып тора. Уның башҡортса йырлауы, гитарала уйнауы кисәгә килеүселәргә бик оҡшаны.
Саҙаҡаның хәйерленән хәйерлеһе -
Телде һаҡлау, телде һаҡлау,
Һаҡлау телде.
Р. Бикбаев. "Йөҙ ҙә бер хәҙис" (2-се китап)
25 апрель көнө Халыҡ ижады үҙәгендә үткән конференцияла Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне. Ул баймаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен, һоҡланыу хистәрен еткерҙе, шиғри минуттар бүләк итте.
Шағир һүҙе - халыҡ һүҙе ул. Шағир һүҙе замана ҡалыптарына һалынмай, осор бойороҡтарына буйһонмай, азат ҡош шикелле йөрәктәрҙе йөрәктәргә ҡуйып, халыҡ һәм паклык йырын йырлай. Шуның өсөн дә ул шағир!
Рауил Төхвәт улының Баймаҡ ерендә шиғырҙарын фәҡәт үҙе башҡарыуы бәхетле минуттар ҡабатланмаҫ мәл генә булып ҡалды.
Яратҡан шағирыбыҙға Баймаҡ халҡы исеменән йөрәк һүҙҙәрен Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡов еткерҙе.
25 апреля в ЦНТ прошла районная конференция «Сохраним ребенка в семье и семью для ребенка» в рамках Года благополучного детства и сохранения семейных ценностей.
В первой части конференции состоялся круглый стол. Знаменательным событием стало участие в работе конференции народного поэта Республики Башкортостан, депутата Государственного Собрания Курултай Республики Башкортостан Равиля Тухватовича Бикбаева. Участниками круглого стола являлись представители здравоохранения, народного образования, сельской администрации, спорткомитета, мать-героиня, образцовые дедушка и бабушка, молодая многодетная семья. Открыла конференцию председатель районного женсовета Л.К. Давлетшина. Вели круглый стол Султангулова Л.С. и Хисамиев Р.С. Приветственным словом участникам конференции выступил глава администрации Баймакского района Ситдиков И.Х. На круглом столе обсуждались важные вопросы, касающиеся охраны семьи, материнства, отцовства и детства, сохранения семейных ценностей, организации досуга населения. Единогласно была принята резолюция конференции.
25 апреля прошла конференция женщин Баймакского района “Сохраним ребенка в семье и семью для ребенка”. Она была приурочена к Году благополучного детства и укрепления семейных ценностей. В рамках данной конференции также прошла церемония награждения победителей районного конкурса “Уңған килендәр һәм сабыр ҡәйнәләр”.
В течении апреля месяца свекрови и невестки с разных деревень соревновались за звание самых лучших. Они представили вниманию жюри визитку пары, излюбленные блюда семьи, рукодельные изделия, также успешном стало чтение хадисов, переложенных на стихотворный лад Равилем Бикбаевым, народным поэтом Башкортостана. Поэтому участие самого Рауиля Тухватовича Бикбаева и его супруги на завершающем этапе стало знаменательным событием, он поздравил всех победителей, подарил свои книги с автографом и прочитал стихи на разные актуальные темы. Также было радостно видеть наших любимых писателей, редактора газеты “Атайсал” Хайдара Тапакова и поэта Зульфара Валитова. Присутствие на празднике главы района Ситдикова И.Х. и зам. главы по социальным вопросам Зайнуллина И.А. подчеркнуло важность и официальность данного мероприятия.