logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаттары

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана янындағы зыялылар клубының Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистика премияһы тураһында

 

ПОЛОЖЕНИЕ

Күренекле журналист, тыуған яғыбыҙҙың ялҡыны патриоты исемен мәңгеләштереү, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади әүҙемлеген күтәреү, уларҙы дәртләндереү маҡсатында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана янындағы зыялылар клубы Юлай Мәҡсүтов  исемендәге  премия булдыра.

Конкурста 35 йәшкә тиклемге, башҡортса йәки русса яҙыусы матбуғат активистары, гәзит-журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала.

Уларҙы очерктары, һүрәтләмәләре, аналитик мәҡәләләре Баймаҡ, Сибай, республика гәзиттәрендә баҫылған һәм Баймаҡ төбәгенә, уның арҙаҡлы кешеләренә бағышланған, башҡорт йәштәренең рухи үҫеш, әхлаҡи тәрбиә мәсьәләләрен күтәргән, иҡтисад, социаль тормош проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын асҡан булырға тейеш.

Премияны биреүгә тәҡдимдәр беренсел журналистар, башҡа йәмәғәт ойошмалары, редакциялар,хеҙмәт коллективтары, шулай уҡ айырым кешеләр тарафынан юллана. Премия еңеүсегә 1 сентябрҙә – Белем көнөндә бирелә. Конкурс лауреаты Юлай Мәҡсүтов исемендәге премияға һәм дипломға лайыҡ була.

Положение Юлай Мәҡсүтов исемендәге Баймаҡ журналистика премияһы буйынса комиссияның 2012 йылдың 20 ғинуарында үткәрелгән ултырышында  раҫланды.

Юлай Мәҡсүтов исемендәге Баймаҡ район журналистика  премияһы  буйынса комиссия составы:

Гәниева Лилиә Фәйзулла ҡыҙы, матбуғат ветераны – рәйес,

Ағзалар:

Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙы-Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры

Иҙелбаева Айгөл Рамаҙан ҡыҙы, “Йәнгүҙәй” ижад берекмәһе рәйесе

Сафина Зөлфиә Дәүләтбай ҡыҙы-Баймаҡ телевидениеһы директоры

Тапаков Хәйҙәр Ниғәмәт улы-“Атайсал” гәзите баш мөхәррире

Әбилева Гөлсәриә Ғәйнислам ҡыҙы- журналист

Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаттары:

  1. Сафина Зөлфиә Дәүләтбай ҡыҙы – 2008 йыл
  2. Иҫәнгилдина Гүзәл Салауат ҡыҙы-2010 йыл
  3. Иҙелбаева Айгөл Рамаҙан ҡыҙы- 2012 йыл
  4. Вәлиева Резеда Фәйзрахман ҡыҙы-2012 йыл
  5. Ғәҙелшина Земфира Зәйнулла ҡыҙы – 2017 йыл
  6. Ишбулатов Илгиз Вәкил улы – 2020 йыл
  7. Фадеев Дмитрий Николаевич – 2020 йыл