logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Әҙәби ҡунаҡхана

Китапханала – “Әҙәби ҡунаҡхана”

– Венера Әғзәм ҡыҙы! Әйтегеҙ әле, беҙҙең китапханала башҡорт телендә сыҡҡан ниндәй китап иң бәләкәйе һәм, кескәй генә булыуға ҡарамаҫтан, йөкмәткеһе яғынан иҫ киткес ҡиммәтле һәм тос китап икән ул?

– Эйе, Айгөл Рамаҙан ҡыҙы, беҙҙең фондта бәләкәй генә бер китапсыҡ бар. Ул – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың “Хазина” исемле китабы. Был йыйынтыҡҡа шағирҙың заман ҡаҙағына һуҡҡан актуаль шиғырҙары һәм поэмалары тупланған.

– Ысынлап та, алтын ҙур булмай тигәндәй, йәтеш кенә булһа ла бик ҡиммәтле рухи ҡомартҡы икән ул, шулаймы, дуҫтар? Ғөмүмән, Рауил Бикбайҙың бөтә әҫәрҙәре лә уҡымлы, заман һулышын һынландырған ижад емештәре булыуы менән айырылып тора.

“Быуындарға ялғап быуындарҙы
Илде тотҡан телем, һүҙем бар…”

исемле Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү маҡсатында Рауил Төхвәт улының ижадына арналған “Әҙәби ҡунаҡхана” шулай башланып китте. Унда “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе һәм “Игебай мәктәбе” клубы ағзалары, әҙәбиәт һөйөүсе яҡын дуҫтарыбыҙ – Баймаҡ лицей-интернаты, 4-се лицей уҡыусылары ҡатнашты.
Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың “Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, шулай уҡ Башҡорт теле йылы уңайынан һәм “Туған телгә – 100 аҙым” республика проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Баймаҡтан Борис Хәйретдинов, Ниғәмәттән Рәйсә Иҫәнбаева, Икенсе Этҡолдан Көнһылыу Сөләймәнова, Беренсе Этҡолдан Зәкиә Сөләймәнова, Темәстән Рәзинә Киндебаева һәм Ҡаратал ауылынан Зәкиә Юнысбаева йәш ижадсыларға туған телебеҙгә арналған матур шиғри күстәнәстәренән “ауыҙ иттерҙе”.
Өфө киң профилле колледж студенты – “Игебай мәктәбе” клубы ағзаһы Гөлсибәр Йәрмөхәмәтова Рауил Бикбайҙың шиғырын да, үҙе яҙған ижад емешен дә уҡып ишеттерҙе.
Ә БЛИ уҡыусылары Алтынай Килмәкова һәм Мәҙинә Вәлиева үҙҙәренең тыуған Беренсе Этҡол һәм Ишбирҙе ауылдарына арналған шиғырҙарын һөйләне. Ғүмәр ауылы һылыуы Миңзилә Үҙәнбаева Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын тасуири ятланы. Ализа Ласынованың Баймаҡ телевидениеһы ойошторған “Рух ҡошо” проектындағы “Кешеләр, һеҙгә өндәшәм!” видеоһын ҡараныҡ.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормош һәм ижад юлына виртуаль күргәҙмә тәҡдим ителде, шағирҙың үҙе һөйләгән “Башҡортостан бында башлана” шиғырының видеоһын диҡҡәт ҡылдыҡ. Бигерәк тә мәғариф ветераны Миңзилә Фәйзуллина һөйләгән “Халҡыма хат” поэмаһы йөрәктәрҙе тетрәтте, рухи оран булып яңғыраны. Ғөмүмән, туған телебеҙгә арналған рухи байрам бик тә йылы үтте, күңелдәргә матур хәтирә булып уйылғандыр, моғайын.

Башҡортостан! Йөрәккәйе янған
Балаларың бында килгәндәр.
Бында килгән ил ҡәҙерен белгән,
Телем, моңом ғәзиз тигәндәр.
Ауырлыҡты бергә күтәрәйек,
Күтәрәйек халыҡ байрағын.
Бында бөгөн – милләт киләсәге,
Бында бөгөн – милләт байрамы!
Айгөл Иҙелбаева.