logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Батыр Вәлид

Тормош көҙгөм – ғәзиз ике күҙем
Яу ҡырында ҡалды ғүмергә,
Ил өсөн мин күҙем генә түгел
Ғүмеремде әҙер бирергә…

Был тетрәткес юлдарҙың авторы – утлы яу юлдарынан беренсе төркөм инвалиды булып ҡайтҡан шағир Батыр Вәлид. Күҙҙәре һуҡрайып, ғүмер уртаһы етер – етмәҫтән бөтөнләй кеше көнлө булып ҡалған ижадсы. Ҡулына ҡәләм тотоп, уй – тойғоларын аҡ ҡағыҙ битенә төшөрөү һәләтенән яҙа. Ә бит егерменсе – утыҙынсы йылдарҙа яҡташыбыҙ Батыр Вәлид Башҡортостанда киң билдәле иң абруйлы шағирҙарҙың береһе була.

 

Яугир – шағир һәм журналист, 1936 йылдан алып Башҡорт АССР-ының Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Баймаҡ ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы Батыр Вәлид (Батыр Хәжиәхмәт улы Вәлидов) 1905 йылдың 20 апрелендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Туҡтағол ауылында ярлы шахтер ғаиләһендә тыуған. Йәшләй етем ҡалып, байҙарҙа көтөү көтә, приискыларҙа эшләп, төрлө ауырлыҡтар күреп үҫә. Тәүҙә Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонының үҙәге Ташлы ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. 1923 йылда Өфөгә килеп В. И. Ленин исемендәге интернат мәктәбенә уҡырға инә. Ошо йылдарҙа Батыр Вәлид әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына һәм үҙе лә шиғырҙар яҙа башлай. Мәктәпте тамамлағас, ул рабфакта, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

Батыр Вәлидтең исеме 1924 – 1925 йылдарҙа матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай, айырыуса ул 1926 – 1932 йылдарҙа популяр шағирҙарҙың береһе булып таныла. Уның бер-бер артлы «Асыу ҡатыш йылмайыу», «Тау балаһы», «Борғо тауышы», «Еңеү» кеүек шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. Әҙәбиәткә Батыр Вәлид индустриаль хеҙмәт, атап әйткәндә, үҙе тыуып үҫкән Түбә руднигы, шахта батырҙарын, улар тормошондағы ҙур үҙгәрештәрҙе йырлаған үҙенсәлекле шағир булараҡ килде. Башҡортостан халыҡтары араһында киң таралған популяр «Ҡуңыр буға», «Ирәндек буйында», «Салауат маршы» кеүек йырҙарҙың текстарының авторы ул.

Утыҙынсы йылдарҙа уның сәләмәтлеге насарланыу сәбәпле, ижади активлығы ла кәмей. 1941 йылға тиклем ул Башҡортостандың көньяҡ райондарында уҡытыусы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, фашистарға ҡаршы дәһшәтле көрәштәрҙә Батыр Вәлид ауыр контузия ала һәм шуның һөҙөмтәһендә инде бөтөнләй һуҡырая. Шағир шундай бәхетһеҙлеккә осраһа ла ҡәләмен ташламай. Уның «Бүләгем», «Һайланма әҫәрҙәр», «Йырлайыҡ, дуҫтар», «Күңел күҙе», «Ҡурай моңо», «Йылдарым — йырҙарым» китаптары баҫылып сыҡты. Ул шиғырҙар менән бергә лиро-эпик характерҙағы «Тау балаһы», «Билсән Сөләй», «Ҡауышыу», «Уралға йырым» кеүек поэмалар яҙҙы.

Батыр Вәлид 1969 йылда 26 февралендә яҡты донъя менән хушлаша. Һуңғы 9 йылын ул Өфө ҡалаһында йәшәй. Ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Күренекле шағир Батыр Вәлидтең исемен яҡташтары күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡлай. Күсей ауылында ла уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, урамдарға исеме ҡушылған. 1963 йылда уға Баймаҡ ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы исеме бирелә.

1994 йылдың 9 апреленән арҙаҡлы яҡташыбыҙ, халҡыбыҙҙың данлы улы шағир Батыр Вәлидтең иҫтәлегенә арнап Баймаҡ районы һәм ҡалаһы хакимиәте махсус премия булдырҙы. Ул әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә айырыуса ҙур уңыштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙға бирелә. Иң тәүге премия Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Баймаҡ ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы Абдулхаҡ Игебаевҡа ауылдашы – Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловҡа арналған “Ирәндек бөркөтө” поэмаһы һәм баймаҡтар тураһындағы шиғырҙары өсөн бирелде. Сөнки ул яугир-шағир Батыр Вәлидтең шиғырҙарын тәүге булып аҡ ҡағыҙға төшөрөүсе, иң тәүге булып матбуғат биттәренә биреүсе лә ул булды.

 Батыр Вәлид шиғырҙары

КҮК ИРӘНДЕК БУЙЫНДА

Күк Ирәндек буйында,
Ҡара ерҙең ҡуйынында
Клит юлдары.
Тәрән шахта эсендә,
Алтын ҡаҙыу эшендә, эшендә,

Урал улдары.

Улар киркә тоталар,
Тау йөрәген йырталар
Алтын аҡтарып.
Һөйәлләнгән ҡулдары,
Батыр хеҙмәт улдары, улдары

Һәр көн таш ярып.

 

Күк Ирәндек буйында,

Алтын фабрик янында

Сапсал боҙҙары,

Фабриканың эсендә

Алтын йыуы эшендә, эшендә

Урал ҡыҙҙары.

Бегун йүгерә заводта,
Пар йырлаған тауышҡа
Геүләп сайҡалып.
Иҫке тормош күҙ һөртә,
Шыңшый-шыңшый йәш бөркә, йәш бөркә

Ситкә тайпылып.

 

САЛАУАТ МАРШЫ

Башҡорт илен яу баҫты,

Йылға булып ҡан аҡты;

Пугачевҡа ҡушылып

Салауат тигән ир ҡалҡты.

 

Ҡоралын ул ҡулға алып

Халыҡ алдында ант итте;

Һурҙы ҡындан ҡылысын,

Алмас ҡылысы ялт итте.

 

Халыҡ батыры, яуға бар,

Дошманыңды ҡырып һал!

Ир Юлайҙың балаһы,

Халыҡҡа яулап ирек ал!

 

Батша-баяр яҡлылар

Башҡорт ерен биләгәс,

Йыртҡыстарҙың ғәскәре

Тау башына үрләгәс;

 

Ғәйепһеҙ халыҡтың ҡаны

Ерҙең битен буяғас,

Намыҫ һаҡлаған йөрәк

Нисек итеп ҡуҙғалмаҫ?!

 

Бар, бар, батыр, яуға бар,

Халҡың өсөн ирек ал.

Ир Юлайҙың балаһы,

Дошманыңды ҡыр ҙа һал!

 

КҮҢЕЛ КҮҘЕ

Күңел күҙем менән йәшәйем мин,

Маңлай күҙем һүнде яуҙарҙа.

Күңел менән илдәр гиҙеп сығам,

Йөрөп ҡайтам әллә ҡайҙарҙан.

 

Күңел күҙем ниҙе сағылдырһа,

Мин шул хаҡта һеҙгә йырланым.

Йөрәктәрҙән урын алһын ине

Йөрәгемдән сыҡҡан йырҙарым!