logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ағинәйҙәр йыйынға йыйылды.

Гүзәл Монасипова етәкләгән Баймаҡ районы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы уҙып барған йылдаға эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһап, киләһенә бурыстар билдәләне. Йыйында Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтай комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова ҡатнашты.
– Ағинәйҙәр тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй, – тине район “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова. – Халҡыбыҙҙың милли рухын тергеҙеү, һаҡлау, милли кәсептәрҙе, халҡыбыҙҙың йолалалары, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү һәм улар нигеҙендә киләсәк быуынды тәрбиәләү, илһөйәрлек, телһөйәрлек йәһәтенән күп саралар башҡара. Бынан тыш күҙгә күренмәгән эштәр бар. Социаль яҡтан хәүеф тыуҙырған ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ғаиләләрҙе контролдә тотабыҙ. Быйыл беҙҙең иңгә тағы ла бер бурыс йөкмәтелде – патриотик рух тәрбиәләү нигеҙендә эштәр башҡарыу. Был тәңгәлдә бөтә ауылдарҙа ла урындағы хакимиәте, башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә саралар күрелә. Шуларҙың иң беренсеһе булып, ир-егеттәрҙе һалдатҡа оҙатыу йолаһы башҡарыла.
Йыйын барышында Күгиҙел, Икенсе Этҡол, Йомаш, Сыңғыҙ Мерәҫ, Иҫке Сибай ауылдарының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйестәре үҙҙәрендә башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Халыҡ ижады үҙәге ҡарамағында эшләп килгән “Хазина” ҡул эштәре түңәрәге етәксеһе Рәзинә Ҡотлғужина башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәре тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Шулай уҡ ҡаралты һәм ат өҫтө ябыуы – сергетыштарын тегеү нескәлектәре тураһында һөйләп үтте.
Йыйынды дауам итеп, Көнһылыу Әхмәтова менән Ришат Ишембәтов ағинәйҙәрҙең эшенә юғары баһа бирҙе.
– Әгәр һеҙ булмаһағыҙ, халҡыбыҙҙың бай тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү буйынса бихисап эштәрҙе кем башҡарыр ине икән, – тине Ришат Вәкил улы. – Һеҙҙең шундай саралар нигеҙендә беҙҙең киләсәк быуын тәрбиәләнә. Артабан да шундай юғары кимәлдә эшләүегеҙҙе дауам итегеҙ.
Артабан Көнһылыу Әхмәтова һәм Гүзәл Монасипова иң әүҙем эшләгән ағинәйҙәргә район хакимиәтенең һәм республика “Ағинәйҙәр” ойошмаһының Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Йыл барышында барған “Ағинәйҙәр” бүлмәһе” конкурсына йомғаҡ яһалды. Һуңынан иң әүҙем эшләгән ағинәйҙәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.