logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Бөгөн – Бөтә донъя Яҙыусылар көнө!

Ул 1986 йылдан алып билдәләнә.
Кешелектең рухи йәһәттән камиллашыуында яҙыусы, шағир, сәсән һүҙҙәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ икәне тарихтан һәр кемебеҙгә яҡшы мәғлүм.
Заманында шағир һәм яугир Салауат Юлаевтың ялҡынлы һүҙе азатлыҡ өсөн көрәшкә әйҙәһә, киҫкен синфи көрәш йылдарында милли үҙаңды күтәреү өсөн Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури шиғриәте һулар һауаға тиң булған. Бөгөн дә әҙәбиәтебеҙҙә лайыҡлы һүҙ өлгөләре бихисап, Аллаға шөкөр! Тап улар яҙмышыбыҙға яҙған ҡатмарлы боролоштарҙы яйлағанда, тойғо-кисерештәребеҙ ҡайнап торғанда йәиһә һүнеп барғанда дөрөҫ юл һайларға ярҙам итер рухи компас ул.
Ошо иҫтәлекле көн менән Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларын һәм барлыҡ яҙыусыларҙы, ижадташ дуҫтарыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Шуны белегеҙ: яҙыусылыҡ – иң тылсымлы, иң яҡты һәм изге һөнәр ул!
ЯҘА УЛАР…
Яҙмыш менән яҙыусыла – бер йөк:
Яҙа улар кеше тормошон.
Әҙиптәр йыш үткәндәргә ҡайтһа,
Күктәр һыҙа килер булмышың.

Шағир йөрәктәрен ҡанатмағыҙ,
Илһам ғына тиртһен ҡандарҙа.
Ҡәләмдәрҙән тамған тере байлыҡ
Барып етһен йәп-йәш аңдарға!

Заман баҫыуынан урған ашлыҡ –
Йәмғиәттең алтын заңылыр.
Сүп-сарын таҙартып, саңын ҡаҡҡас
Мәрйендәрҙән күҙҙәр сағылыр!

Маңлайға яҙылғандарға күнеп,
Тарих йылғаһынан һутланып
Йырлы киләсәккә еткергәндә,
Ҡәләмдәшем, ҡалма туҡталып!..

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.