Бөгөн күренекле башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист, яҡташыбыҙ Аҫылғужа Баһумановтың тыуыуына – 75 йыл.
Баһуманов Аҫылғужа Ишемғужа улы 1945 йылдың 20 октябрендә Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында тыуған. Тыуған ауылында, Темәс урта мәктәбендә белем ала. Унан һуң Ишмырҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Күп йылдар “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында хәбәрсе, бүлек мөдире булып эшләй. 1983 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратына әҙәби консультант булып күсә. 1990 йылдан “Китап” нәшриәтен, 1994 йылдан Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын етәкләй. Һуңынан Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлеге мөхәррире булып эшләй.
Аҫылғужа Баһуманов 60-сы йылдар башында яҙыша башлай, республика матбуғатында әүҙем баҫыла. Уның тәүге “Ҡояшлы таң” шиғырҙар йыйынтығы 1982 йылда нәшер ителә. Артабан “Боҙ киткәндә”, “Ниндәй көн был”, “Мәңгелек тупһаһында”, “Салауаттың йәше”, “Йөрәгем – кирелгән йәйә” китаптары донъя күрә. Аҫылғужа Баһуманов 2005 йылда вафат була. Баймаҡтар әҙиптең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Муллаҡай ауыл мәктәбендә әҙип иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Ауыл китапханаһы янында Аҫылғужа Баһумановтың мемориаль китапханаһы булдырылған.
Етмәгәндә ерҙә тура һүҙ
А.Баһуманов иҫтәлегенә
Аҫылғужа, аҫыл егет инең,
Аҫыл ине иң төп уйҙарың.
Уйың еткәс, һин тәүәккәл булдың,
Етер әле, тиеп, буйҙарың.
Тура һүҙҙе һәр саҡ ярып әйттең,
Ярамай тип тормай туғанға.
Ярап бөтмәнең һин бөтәһенә,
Шулай тура һүҙле булғанға.
Ҡай берәүҙәр тыйып маташһа ла,
Ҡыйыу фекереңде тыйманың.
Бына шуға тар күңелле ерҙә
Һүҙең һыйһа, үҙең һыйманың.
Ләкин һыймағанға һыйынманың,
Йыйынманың күңел һүрергә.
Теләнең һин бары тыуыр көндө
Көн дә аҫыл итеп күрергә.
Илгә, телгә тел тейҙермәҫ өсөн
Янып-көйөп тыуҙы теләгең.
Оло уйҙан, эштән талмаҫ булдың,
Талғанда ла ҡай саҡ беләгең.
Тик хәйләгә ҡоролһа ла донъя
Үс иткәндәй булдың хәйләһеҙ.
Ялан ҡуллап уттар тотмаҡ инең,
Таштар ярмаҡ инең кәйләһеҙ.
Шыма йыйындарҙа һине эҙләп,
Тирә-йүнде байҡап урар күҙ.
Юҡһынырбыҙ һис тә юҡтан түгел,
Етмәгәндә ерҙә тура һүҙ.
Ирек Кинйәбулатов, шағир.