logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Батырлыҡтың юҡтыр сиктәре”

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы февраль айын хәрби-патриотик тәрбиә биреү айлығы тип иғлан итте . Ошо айҡанлы китапханаларҙа, мәктәптәрҙә батырлыҡ дәрестәре, осрашыуҙар ,түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр үтә.
Бөгөнгө “Батырлыҡтың юҡтыр сиктәре” исемле батырлыҡ дәресе Александр Матросов (Шәкирйән Мөхәмәтйәновтың) тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды.
СССР- ҙа 11 меңдән ашыу Советтар Союзы Геройы иҫәпләнгән. Һуғыштар тарихында иң ғәрәсәтлеһе тип иҫәпләнгән Бөйөк Ватан һуғышы тыуҙырған герой –Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов). Уның ҡаһарманлығы миллиондарға өлгө булды. Матросов үҙенән һуң бик күп милли геройҙар тыуҙырҙы. Уның батырлығын япон, америка илбаҫарҙары менән көрәшкәндә ҡытай патриоттары ла ҡабатлаған.
А.Матросовҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Александр Матросовтың (Шәкирйән Мөхәмәтйәнов) оло ҡаһарманлығы тураһында бик күп шиғырҙар, йырҙар ижад ителә, һәйкәлдәр ҡуйыла, кинофильмдар төшөрөлә. Был илебеҙҙәге һәр милләттең иң гүзәл сифаттарының береһе. Ошо хаҡта һәм Башҡортостандың оло ҡаһарман улы Шәкирйән Мөхәмәтйәнов тураһында батырлыҡ дәресендә һүҙ барҙы .Шулай уҡ Баймаҡ районы Бөйөк ватан һуғышына бик күп яугирҙар биргән райондарҙан иҫәпләнә. Районыбыҙ алты Советтар Союзы Геройҙары: Дан орденының тулы кавалеры Әҙһәм Әлибаев, Тәфтизән Миңлеғолов, Павел Кудимов, Федор Белов, Иван Пименов, Владимир Артамонов, Василий Копыловтар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Сарала яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында ла мәғлүмәт еткерелде.
Батырлыҡ дәресендә ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбе уҡытыусыһы Лиза Урал ҡыҙы Ниғмәтуллина үҙенең 6 класс уҡыусылары менән ҡатнашты. Сәрүәр Иҙелбаева, бүлек мөдире