logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Фирүзә Абдуллина менән осрашыу

 

Күптән бик күптән яҡташыбыҙ, шағирә Фирүзә апай Абдуллина менән осрашырға теләй инем. Былтыр ул йәшәгән Ҡырмыҫҡалы районы Бәпес ауылында осрашырға һөйләшеп тә бөткәйнек, юлдарыбыҙ аймылыш булды. Ниһәйәт, ул көн килде. Баймаҡ районы Билал ауылында мин эшләгән китапханала осрашырға килештек. Бер көн алда һөйләштек, иртәгеһен, йәғни, бөгөн осрашыу. Осрашыуҙы төрлөсә күҙаллайым, берсә, сәхнәгә сығарып ултыртам Фирүзә апайҙы, берсә мәктәпкә, уҡыусылар араһына индерәм, йә, үҙебеҙҙең өйгә генә саҡырып, рәхәтләнеп серләшәм. Төрлө алымдарға туҡталам. Китапханала утыҙ йыл эшләү дәүеремдә күпме яҙыусы, шағирҙар, билдәле кешеләр менән осрашыу үткәргәнем булһа ла, ни өсөндөр, төнөм йоҡоһоҙ үтте. Ғүмерҙә ҡыланмағанды, сценарий яҙмаҡ булып дәфтәр, ҡәләмемде бер алдым, бер һалдым. Бер ниндәй фекер тыумағанға аптырайым. Төн уртаһы. Өйҙәгеләр йоҡлай. Тағы ҡулға ҡәләм алдым. Ниҙер яҙҙым, һыҙҙым, йәнә яҙҙым, тик барыһы ла юҡҡа ғына. Интернет киңлектәрендә гизәм. Күрәм, Баймаҡ районы Ишей ауылынан дуҫым Хәлиҙә апай Абдуллина, тағы бер ауылдашымды йоҡо алмай. Төн уртаһы булһа ла “селтәр” ҙән сыҡмайҙар, уларға һәм тағы ла “Утрау” ҙаш дуҫтарыма хәлде аңлатам. Кем менән осрашырға йыйынғанымды яҙам. Шунда уҡ уларҙан яуап хаттары алам. Төн уртаһында яңғыҙ булмағанымды аңлайым. Таң һыҙыла. Беләм, был ваҡытта Фирүзә апай тыуған ауылы Шүлкәнән сығып Баймаҡ ҡалаһына юллана. Шылтыратмайым. Сабыр ғына көтәм. Иртә менән эш урынындамын. Бер – бер артлы ауылдаштарым, коллегаларым, уҡыусылар, мәғариф ветерандары, уҡытыусылар йыйыла. Һәр береһенең телендә Фирүзә апайҙың шиғыры. Кемдер ятлап ишеттерә, кемдер шиғырҙарын ҡайҙан табырға булғанлығын асыҡлай. Китапханала “мәж” киләбеҙ. Килделәр. Ҡаршы сығам. Бына бит ул, бына, күптән, бик күптән мин күрергә, тауышын ишетергә, ҡосағына һыйынырға теләгән апай, Фирүзә апай! Бер – беребеҙҙең ҡосағына ташланабыҙ. Янында Ришат ағаһы. Бер – беребеҙҙе күптән белгән, хөрмәт иткән Ришат ағай! Китапханаға инәбеҙ. Аяғүрә тороп шағирәне ҡаршылайҙар. Башҡортомдоң ҡунаҡсыллығы! Осрашыуҙы башлайым. Бер көн, бер төн буйы яҙалмаған сценарий башта булған икән! Фирүзә апай шағирә генә түгел, иң әүәл уҡытыусы бит. Йәһәт кенә бөтә эште уға борам. Асыҡ дәрес үткәрәм. Фирүзә апай уҡытыусы, мин ярҙамсыһы, эксперт мәғариф ветераны, ҡатын – ҡыҙҙар советы рәйесе Илдүсә Әминева.
Тема: “Йөрәгемдә – һөйөү, күңелемдә йәшәй матурлыҡ”. Тимәк, былай, һөйөү, матурлыҡ темаларына яҙа шағирә. Тиҙ – тиҙ генә тамашасыларҙы ике өлөшкә бүләм. Беренсе төркөм “Һөйөү” мәғариф ветераны Әлифә Әминева, икенсе төркөм “Матурлыҡ” Миләүшә Ямаловаларҙы яуаплы итеп ҡуям. Туҡта, миңә бит тағы бер төркөм кәрәк. Әрме сафына китәсәк егетте саҡырғанмын. Ул – Илсур Ғайсин. Әһә, таптым, әйҙә булһын тағы бер төркөм “Батырлыҡ”. Эштәр бүленде. Хәҙер инде әйҙә, алға! Бына бер – бер артлы, бер – береһен уҙҙырып һөйләүҙәр, шиғыр ятлауҙар, йырлауҙар китте. Шулай булмай, һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлитов үҙебеҙҙеке! Бер түгел ике йыр яҙып өлгөргән. Береһен дүртенсе класс уҡыусыһы Сыңғыҙ Ильясов йырланы, бер йырҙы күмәкләп йырланыҡ, ниңә йырламаҫҡа шағирәнең шиғырҙары шәп, көйгә һалынған. Миләүшә Ямалова һөйләй шиғыр, Әнүзә Мәжитова йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерә. Фирүзә апай менән бер осорҙа Стәрлелә уҡыған Илүзә Әфләтүнова, мәғариф ветерандары Гөлдәр Әлибаева, Динә Кәримова, йәш уҡытыусы Рәшиҙә Хәйҙәрова һүҙ ала. Барыһы ла шағирәнең шиғырҙарына ғашиҡ. Фирүзә Абдуллинаның матурлыҡ, һөйөү, батырлыҡ тураһында яҙған шиғырҙарын үҙе һөйләй, Рәшит ағаһы баянда һыҙҙырып, һеңлеһенең йырҙарын өҙҙөрөп йырлай. Йотлоғоп тыңлайбыҙ. Шиғырҙар, шиғырҙар… Һиҙәм, осрашыу оҙаҡҡа һуҙылды, ауылдаштарымдың матур осрашыуҙан ҡайтырға уйы юҡ. Ләкин Фирүзә апайға юлға. Ҡырмыҫҡалыға, ҡайтыр юлына. Шылтыраталар, көтәләр. Осрашыу тамам. Асыҡ дәрескә баһаны Илдүсә Әминева ҡуя. Ура! “Бишле!” Автограф. Иҫтәлеккә фото. Беҙҙә сәй табыны. Такси. Тамам. Ә ниңә тамам, тағы булыр әле осрашыуҙар, күрешеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр. Асыҡ дәрескә тағы килегеҙ, Фирүзә апай! Һеҙҙән үтеп сценарий яҙып булмай, сәсән барҙа телеңде тый, шулдыр күрәһең?
Райхана Булатова
Баймаҡ районы
Билал ауылы
китапханасы