🌷Хөрмәтле гүзәл заттар!
Барығыҙҙы ла наҙлы байрам-Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бөгөнгө ығы-зығылы мәлдә һеҙгә тыныс күк йөҙө, балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың именлеген, тормошоғоз шатлыҡ менән тулы булыуын теләйбеҙ!
👠 Быуаттар буйына ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл һәм серле образы меңәрләгән әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан. Әммә шул уҡ ваҡытта ниҙер әйтелеп бөтөлмәгән кеүек тойола. Был мәңгегә шулай буласаҡ. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙан да серлерәк, илаһираҡ зат юҡ.
🌷Оҙон ҡыштан арынған йөрәгебеҙҙе йылытып, күңелгә йыр булып,
байрам кәйефе бүләк итеп йәшәгеҙ.