Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Һөйөклө әсәйҙәр, хәстәрлекле апай-һеңлеләр, тоғро ҡатындар, изге күңелле өләсәйҙәр, ярҙамсыл әхирәттәр!🌷🌷🌷
Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә яҙҙың һоҡланғыс байрамы – 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм байрам кәйефе теләйбеҙ!
Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре,
Был донъяның таймаҫ терәге.
Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең,
Бөтә кешелектең йөрәге.
Һеҙ – һүҙҙәре һәм көйҙәре йырҙың,
Матур һүрәттәре рәссамдың.
Фәрештәләй күргән йәрҙәрһегеҙ,
Яҡты йондоҙҙары ғаләмдең!