“Ирәндек бөркөтө”
Ҡаланың 5- се һанлы тулы булмаған һәм 2- се һанлы урта мәктәптәренең 8-се синыф уҡыусылары Советтар Союзы Геройы, быйыл тыуыуына 100 йыл тулған Тәфтизан Таһир улы Миңлеғоловтың тормош юлы менән танышты, ҡаһарманлығы менән рухланды. Баймаҡ үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ойошторған “Ирәндек бөркөтө” мәғлүмәт сәғәтендә Тәфтизан Миңлеғоловҡа арналған әҫәрҙәр тураһында ла һүҙ барҙы.
Киләсәктә лә уҡыусылар тыуған илде, ер-әсәне, тыуған телебеҙҙе хөрмәт итер, рух ныҡлығы, яуаплылыҡ, тырышлыҡ, эшһөйәрлек кеүек матур сифаттарҙы үҙҙәрендә үҫтерер тигән өмөт ҙур.