“Йәйҙең бер көнө “
Китапхана тарафынан ойошторолған “Йәйҙең бер көнө, йылды туйҙырыр” исемле сара үтте. Ауылыбыҙҙың иң әүҙем ир -аттарыбыҙҙың береһе Марат Көсөкбай улы ейәне Инсаф һәм ейәнсәре Юлиәне урманда бәшмәк йыйыу серҙәренә өйрәтте. Бының өсөн бәшмәктәр тураһында үҙе гәзит биттәренән ҡырҡып һаҡлаған мәҡәләләре һәм “Грибное царство ” исемле китап ҡулланылды. Һәр бәшмәктең исемдәре, ҡайһы тирәлә үҫеүен, нисек ҡырҡып алырға икәнлеген төшөндөрҙө. Ағыулы бәшмәк менән ашарға яраҡлыны айырыу серҙәрен бүлеште.
Шулай уҡ, бик файҙалы дарыу үләне булған һары мәтрүшкә йыйып алдылар.