logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Йылы осрашыу

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, ғалимә, яҙыусы, шағирә Рәшиҙә Мәһәҙиева һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире – билдәле шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева менән осрашыу үтте. Кисәлә Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Миңзәлиә Самат ҡыҙы Хәмитова, Сибай ҡалаһының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, тарих фәндәре кандидаты Альбина Зөфәр ҡыҙы Йәрмуллина, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова, Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлшат Байдәүләтова, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы ағзалары, районыбыҙҙың зыялылары, урындағы йәмәғәтселек, мәғариф һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, китапханасылар ҡатнашты.
Һүҙ матбуғат баҫмаларының бөгөнгөһө, киләсәге тураһында барҙы, интернет селтәрендә лә гәзит-журналдарҙы күтәрмәләү йәһәтенән төрлө саралар ойошторолоуы телгә алынды. “Ватандаш” һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарында Баймаҡ районы тураһында сыҡҡан мәҡәләләргә, яҡташ авторҙарға байҡау яһалды, шиғырҙар яңғыраны.
“Ватандаш” журналы ойошторған Буранбай ауылы феномены сараһында ҡатнашыусы район шиғри конкурстары лауреаты Гөлнур Раева ауылдарының данын күтәргәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, “Башҡортостан ҡыҙы” журналына арналған шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Кисә һуңында журналдарға яҙылыусылар араһында приздар уйнатылды, китаптарға автографтар алынды.