logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Йыр-моңға сорналған ғүмер”

“Йыр-моңға сорналған ғүмер” исемле әҙәби- музыкаль кисә әҙәбиәт һәм йыр-моң һөйөүселәр өсөн иҫтәлекле көндәрҙеңм береһе булды. Талантлы яҡташтарыбыҙ: китаптар авторы, крайҙы өйрәнеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, мәғариф ветераны, Хәйретдинов Борис Мөхәмәт улының яңы ғына “мейес”тән сыҡҡан “Һиңә йырым, тыуған ерем” китабының һәм китаптар авторы , баянсы, йырсы, композитор, шағир Мөхәммәт Минбагисовтың “Йырҙар”, “Ялҡын” исемле китаптарының исем туйы уҙҙы. Үҙҙәренең иҫ киткес ижадтары менән Борис Хәйретдинов һәм Мөхәммәтғариф Минбагистовтар районыбыҙ йылъяҙмаһына яңы биттәр өҫтәне.
Сарала “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, ағинәйҙәр, Урал аръяғы сәнәғәт колледжы студенттары, туғандары, дуҫтары ҡатнашты. Авторҙарҙың үҙҙәре уҡыуындағы шиғырҙары һәм йырҙары кисәнең матур бер биҙәге булды. Килгән ҡунаҡтар китаптарға аҡ юл теләп, фатиха биреп һәм был матур саранан рухи кинәнес алыуҙарын белдерҙеләр.