logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

📖Үҙәк китапхананың уҡыу залында

Башҡортостандың халыҡ шағиры, оло шәхесе Рауил Бикбаевтың тормош юлдашы – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы Бикбаева менән “Ваҡыт ҡуласаһы” исемле йылы осрашыу уҙҙы. Сарала китапханасылар, китапхана ветерандары, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Осрашыу барышында Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы 58 йыл бергә тиң ғүмер кисергән тормош юлдашы Рауил Төхвәт улына бәйле хәтирәләре, ғүмеренең иҫтәлекле ваҡиғалары менән уртаҡлашты, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.