“Атайсал” республика шиғыр яҙыу конкурсында Баймаҡтар призлы урындарға лайыҡ булды
“Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы сәсән телле Әкрәм Ҡәйепҡоловты “Атайсал” республика шиғыр яҙыу конкурсында 2-се урынға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!
АУЫЛ КИСЕ
Онотолмай кисен саң күтәреп ,
Мөңрәй-мөңрәй көтөү ҡайтыуы.
Ағас араһында бүлгеләнеп
Тандыр ғына ҡояш батыуы.
Ҡалҡҡан туҙан оҙаҡ эленеп тора
Ел дә иҫмәй, тынсыу, томра.
Күләгәлә ятҡан быҙауҙар ҙа,
Кисен генә кирелеп саҡ тора.
Онотолмай Атайсалым кисе
Көтөү ҡайтҡандағы тауыштар.
Эңер төшкән саҡты хәтерләһәм
Күңелемде баҫа һағыштар.
***
Торатауҙа ҡара болот,
Яуамы ләйсән ямғыр?
Ер тетрәтеп, күк күкрәүе-
Кешәнәй аҫау айғыр.
Тауыбыҙҙы ашатмаҫбыҙ
Халкыбыҙ булһа алғыр.
Атайсалды нурға күмеп
Мәңге балҡыһын йәйғор.
***
АТАЙСАЛ
Уйға сумып Бешәтауға
Ҡарап торҙом бер талай.
Мыш-мыш итеп танау тартып
Үргә үрләй бер малай.
Мыжый-мыжый ул алдыртҡан
Саңғылары өр яңы.
Муйылды әрсеп киптергән
Еңел генә таяғы.
Түбәндәрәк сана шыуа
Бәләкәс салагалар.
Саңғы таҡҡас мин ҙурайҙым
Түгелмен салаганан.
Яңғыҙ түгел, беҙ күмәкбеҙ,
Бер төбәктән-малайҙар.
Береһе менә, береһе төшә
Сыр сыу килеп шаулайҙар.
Осоп үткән ҡоҙғон тауышы
Өҙҙө татлы уйымды.
Кескәй сағым юҡҡа сыҡты
Әрәм итте уйынды.
Атайсалымдағы тауҙа
Ята тапалмаған ҡар.
Итәгендә һуҡмаҡ һалған
Ҡуян юлы ғына бар.
Интернетта хәҙер уйнай
Ҡыҙҙар менән малайҙар.
***
Бешәтауға мендем әле
Ҡарайым ауылыма.
Тау итәген йыуа-йыуа
Таулының ағыуына.
Барҙымсанан ағып килә
Муйылды Таулы буйы
Йәнәшә юрғалап аға
Бәрҙеле Мәтин һыуы.
Тауҙың итәгендә уйнай
Бала сағым, күләгәм.
Итәгендә таш сәпләйем,
Саҡ ҡалҡыумын үләндән.
Атайсалға ҡарап тороп
Баттым тәрән һағышҡа.
Кескәй сағым көнсығышта,
Зәүүәлемде уҙҙым инде,
Юлдарым көнбайышта.
***
Мәтем буйы туғайҙарын
Тауҙан ҡарайһым килә.
Балтырған еҫе аңҡытып
Бесән сабаһым килә.
Бакуй өҫтөнән сүпләрмен
Сабылған еләктәрҙе.
Күләгәлә ял итермен
Ыуғылап беләктәрҙе.
Күҙәтермен турғай менән
Яғалбай ҡыуышҡанын.
Көйҙөрткөс эҫе ҡояштың
Төшлөктән ауышҡанын.
Һағындыра Атайсалым
Томра бесән мәле.
Һыбай күбә тарттырыуым
Һаман иҫемдә әле.
***
ЯҢҒЫҘ ҠАЙЫН
Һағыштарға сумған тау сағылы,
Унда яңғыҙ ҡайын үҫкән ер.
Ергә ысыҡ булып йәше тама,
Атайсал яғынан иҫһә ел.
Эҫе йәй ҙә, һалҡын ҡышында ла
Ғүмер итә яңғыҙ ҡаңғырып.
Айлы төндә ҡышын тик бүреләр
Һуғылып китә уға һарығып.
Тауҙың сағылында, сейәлектә
Яңғыҙ ғына ҡайын үҫкән ер.
Япраҡтарын талғын ғына сиртеп
Моңло көй сығара иҫкән ел.
“Атайсал” республика шиғыр яҙыу конкурсында Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Ильвина Ғазина 25 йәшкә тиклемге урта йәш төркөмөндә рус телендә шиғыр яҙыусы конкурсанттар араһында 3-сө урынға лайыҡ булды. Афарин, Ильвина! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!
НА КОНКУРС РЕСПУБЛИКАНСКОГО КОНКУРСА СТИХОТВОРЕНИЙ СОБСТВЕННОГО СОЧИНЕНИЯ «АТАЙСАЛ»
Газина Ильвина Вакилевна, 15 лет, Баймакский лицей-интернат
Атайсал – это родина моя,
Это наш вечный рай.
Не перестаю хвалить тебя я
Мой любимый край.
Где моя Родина?
Я вам расскажу.
Лучше приходите –
Я вам покажу!
Рядом леса и поля,
И озеро Графское.
Возле горы Ирандык
Есть село Мерясово.
Цветы цветут в саду,
Ручеек течет по улице.
Детишки играют во дворе,
Ярко светит солнце.
Здесь мой дом родной,
Здесь моя семья.
Я горжусь тобою,
Родина моя.
Где моя Родина?
Я вам расскажу.
Приходите в гости
Я вам покажу!