logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала

Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә «Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала» исемле Юлай Мәҡсүтовтың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан Хәтер кисәһе, “Юлай аманаты” китабының исем туйы, мәҡәләләр конкурсының йомғаҡлау сараһы һәм уның исемендәге район журналистар премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Унда Урал аръяғының билдәле журналистары, премияның комиссия ағзалары, элекке лауреаттары, Юлай Мәҡсүтовтың мәҡәләләренең геройҙары, уның дуҫтары, яҡын туғандары, мәҡәләләр конкурсында ҡатнашыусы уҡыусылар, уларҙың уҡытыусылары, журналистар, китапханасылар һәм журналистың ижадына битараф булмаған яҡташтарыбыҙ ҡатнашты. Юлай Мәҡсүтовтың туғандары Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов һәм Азат Биксурин кисәне йыр һәм ҡурай моңдары менән биҙәне.
“Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы” мөхәррире Әлфиә Хәмитова һәм “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите хәбәрсеһе Гүзәл Бохарбаева Юлай Мәҡсүтов исемендәге журналистар премияһына лайыҡ булды. Ә инде кисәнең төп биҙәге мәҡәләләр конкурсының ҡатнашыусыларын тәбрикләү һәм еңеүселәрен билдәләү булды. Бына улар:
3 – 5 кластар араһында Күсей урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Асия Игебаева һәм Ишмырҙа мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Ильяс Йәнбәков,
6 – 8 кластар араһында Ишембай ҡалаһының 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 6-сы класс уҡыусыһы Юлай Йәнбирҙин, Баймаҡ ҡалаһы 3-сө мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Азалия Ғәниева,
9 – 11 кластар араһында Ҡаратал мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Гөлдәниә Иҙрисова һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Регина Хамматова еңеүсе тип баһаланды.

Фотолар: https://vk.com/album262152473_287020366