logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы – Беренсе Этҡолда!

Биләмәләге саралар Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол мәктәбендә башланды. Килгән ҡунаҡтарға – Ямалетдинов И.Н. етәкселегендәге Әбделкәрим ауыл биләмәһе вәкилдәренә, баһалама комиссияһына тәүҙә белем усағы буйынса мәктәп директоры урынбаҫары Азаматова Ә.Ә. оҙатыуында экскурсия ойошторолдо. Зекериә Аҡназаров, Салауат Галин, Әхмәр Үтәбай һәм башҡа билдәле шәхестәр, күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре белем алған мәктәптең тарихы бай. Мәктәп музейында арҙаҡлы шәхестәр тураһында мәғлүмәт, боронғо көнкүреш әйберҙәре, тарихи экспонаттар, документтар, милли биҙәүестәр, аҡса һ.б.ҡәҙерләп һаҡлана. Тарих уҡытыусыһы В.Ғүмәрова етәкселегендә 6-сы класс ҡыҙҙары музей менән таныштырҙы. Балаларҙың үҙ тарихын яҡшы белеүе, аңлы, сәләмәт рухлы булыуҙары һөйөндөрҙө. Коридорҙа мәктәп спортсылары, биләмәнең спорт ғаиләләре ҡаршыланы, бында спортсыларҙың ҡаҙаныштары күргәҙмәһе ойошторолғайны. Белем усағы уҡыусылары район спартакиадаһында йыл да уңышлы сығыш яһай. Быйыл, мәҫәлән, баскетбол, көрәш, саңғыла йөрөү, шахмат буйынса призлы урындарға сыҡҡандар. Йыл да мәктәптә йыл спортсыһы билдәләнә. Йәндәүләтовтар, Ҡасҡыновтар, Йортбәковтар ғаиләләре төрлө спорт төрҙәрендә ауыл, район, республика намыҫын яҡлай. Гөлсинә һәм Рәсих Йортбәковтар балалары менән “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” республика конкурсында бер нисә тапҡыр ҡатнашып беренселеккә сыға, призлы урындар яулай. Ғаилә башлығы Рәсих Рәсүл улы район командаһы менән республикала, башҡа төбәктәрҙә үткәрелгән “Ылаҡ” уйынында ҡатнаша. Физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы Рәсих Йортбәков балаларҙы, ғөмүмән, халыҡты спортҡа ылыҡтырыуға, милләттең сәләмәт йәшәү рәүешенә тос өлөш индерә. Белем усағының спорт залында ул әҙерләгән йәш армеецтарҙың сығышы барыһын да хайран ҡалдырҙы. Етеҙ, тәүәккәл, көслө малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә таҫыллыҡтарын күрһәтте. Ҡыҙҙар ритмик (етәксеһе – Ғ.Ҡасҡынова) һәм гимнастик бейеүҙәр (Р.Йортбәков) менән сығыш яһаһа, башланғыс класс малайҙары (Г.Йортбәкова) дәртле йыр башҡарҙы. Моталлапова М.Т. етәкләгән белем усағында балаларҙы физик һәм рухи яҡтан тәрбиәләүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Балалар үҙ тарихын, батырҙарын да белә, спорт яғынан да яҡшы әҙерлектә.
Артабан сара мәҙәниәт йортонда дауам итте. Ҡунаҡтарҙы, тамашасыны йыр-моң, бай күргәҙмә менән Ағинәйҙәр ҡаршы алды (етәксеһе – Көнһылыу Азаматова). Дарыу үләндәре шифаһы (Рәмилә Мәхмүтова, Гөлшат Мәхмүтова), буҙаны әҙерләү серҙәре һәм уның файҙаһы (Көнһылыу Усманова), һөттән әҙерләнгән милли ризыҡтар (Зәйтүнә Килмәкова), ҡул эштәре (Зәкиә Сөләймәнова, Сөмбөл Азаматова), һарыҡ йөнө, ҡаҙ мамығы файҙаһы (Диниә Хәсәнова, Мөнирә Хәсәнова) тураһында мәғлүмәт бирелде. Сөмбөл Азаматова канзаши ысулы менән картиналар, биҙәүестәр эшләй. Зәкиә Сөләймәнова борондан килгән тел-теш ҡырҡыуҙы күрһәтте. Уның белдереүенсә, ете төрлө ептән 41 төйөн эшләп, тел-теш ҡырҡыу – яман һүҙҙән, күҙ тейеүҙән һаҡлаған.
Сәхнәлә “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле тыуған ерҙең шифалы үләндәре тураһында театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Хәтфә туғайҙарға сығып ҡатын-ҡыҙҙар дарыу үләндәре, сәскәләр йыйып, һәр береһенең шифалы үҙенсәлектәре, файҙаланыу серҙәре менән бүлеште. Артабан Гөлфинә һәм Хәсән Йәғәфәровтар Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның “Фатиха бирәһеңме” хикәйәһен сәхнәләштерҙе. Ни сәсһәң – шуны урырһың, тиҙәр халыҡта. Ҡайныһына хәйер килтергән килене оҙаҡ йылдар йөрөткән серҙе сисә. Ләкин барлыҡ ҡылыҡтарға хәйер биреп кенә ҡотолоп буламы икән? Хикәйәләге ваҡиғалар уйланырға мәжбүр итә. Сараның сәхнәләге өлөшө “Сулпан”, “Гөлнәзирә” ансамблдәренең музыкаль номерҙары менән үрелеп барҙы. Сәләмәтлек кисәһен тамамлап, Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Раев Юлдаш Юламан улы артабан да халыҡты сәләмәт тормошта йәшәүгә саҡырҙы, сәләмәтлек кисәһендә ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.