“ТЕРЕ ТАРИХ БИТТӘРЕ” ПРОЕКТЫ
Йәш категорияһы: 13-17
Алтынай Азаматова, Батыргәрәй Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Әлфирә Әхмәт ҡыҙы Азаматова
“Аҫаба башкортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышыңды, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм халык ижадын белеү”.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев.
Мин – Алтынай Азаматова – Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Батыргәрәй Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбенең 7-се класында белем алам. Үҙемдең фәнни – эҙләнеү эшемде Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылының төп нәҫеле Азаматовтар тураһында яҙҙым.
Башҡортостаныбыҙҙа һуңғы йылдарҙа шәжәрә өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә башланы. Беҙҙең Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында ла, мәктәптә лә шуға ярашлы саралар йыш ҡына уҙғарылып тора. Шәжәрә – ырыу тарихы, теге йәки был ҡәбилә, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы. Шәжәрә – борон-борондан ырыу-араның документы, икенсе төрлө әйткәндә, бер туған кешеләрҙең дөйөм танышмаһы ла булып һаналған. Башҡорттар борон-борондан үҙ тарихи ваҡиғаларын шәжәрәһенә яҙып барған.
Ә беҙҙең һәр беребеҙҙең сал быуаттарға барып тоташҡан меңәрләгән йыллыҡ тарихы бар. Үкенескә күрә, уны тулыһынса тергеҙә алмайбыҙ. Сөнки күп мәғлүмәт билдәһеҙлек томаны артында тороп ҡалған, юйылған. Ләкин ҡайһы бер ғаиләләрҙә, егерме бишенсе быуынға тиклем шәжәрәләр төҙөлөп, әле лә һаҡлана. Был заманында үҙ тарихына битараф булмаған атай-олатайҙарҙың хеҙмәте – киләһе быуындар өсөн ысын хазина!
Тикшереү эшемдең актуаллеге: үҙенең илен, халҡын, туған-тыумасаларын хөрмәт иткән һәр кеше үҙенең шәжәрәһен төҙөргә бурыслы, тип уйлайым. Шуға ла был фәнни-эҙләнеү эшемдә нәҫел тармаҡтарын барларға булдым.
Эҙләнеү эшемдем маҡсаты: 1.Азаматовтар нәҫеле тураһында дөйөм белешмә йыйыу, күренекле олатайҙарымдың, ғаиләмдең биографияһын өйрәнеү һәм тарихи факттарҙы табыу һәм системалаштырыу.
2.Тиҫтерҙәремдең үҙ тамырҙарын белеү-белмәүҙәрен асыҡлау, шәжәрәне өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Маҡсатыма ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды һәм үтәлде: нимә ул шәжәрә, уны нисек төҙөргә, шәжәрәмдә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, тыл һәм хеҙмәт ветерандары, бер туғандарымдың тормош юлын өйрәнеү. Сөнки өлкән, урта быуын вәкилдәренә шәжәрә сылбыры билдәле. Ә йәш апай-ағайҙар, Беренсе Этҡол урта мәктәбенең уҡыусылары, минең тиҫтерҙәрем шәжәрәләрен беләләрме, быуындар сылбыры тарихта ҡалырмы? Ошо маҡсаттан сығып, 5-8 кластар араһында түбәндәге һорауҙарға яуаптар алынды.
1. Нимә ул шәжәрә?
2. Кем үҙенең шәжәрәһен белә?
3. Шәжәрә ағасынды төҙөп ҡарағаның бармы?
Класс Нисә уҡыусы Дөрөҫ яуаптар
1 – 5 класс 7 4 3 4
2 – 6 класс 8 6 4 4
3 – 7 класс 14 14 1 13
4 – 8 класс 19 19 3 13
Таблицанан күренеүенсә, тиҫтерҙәрем шәжәрәнең нимә икәнен белә, шулай уҡ күбеһе шәжәрәне төҙөп ҡараған. Тик шуныһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: шәжәрәне төҙөп ҡарағандар, ләкин хәтерләмәйҙәр һәм яттан белмәйҙәр. Үҙҙәренең күренекле шәхестәре тураһында бик аҙ беләләр, шуға күрә лә етәксем менән һөйләшеп, февраль айында конкурс иғлан итергә тип һөйләштек. Ә март айында мәктәп эсендә Шәжәрә байрамы. Ошо эш тиҫтерҙәремде эҙләнеү эшенә ылыҡтырыр, һәр кеме үҙ ғаиләһенең сылбырын өйрәнер тип уйлайым.
Эҙләнеү эшенең этабы:
1. Эшемде планлаштырыу.
2. Азаматовтарҙың шәжәрәһен өйрәнеү, материалдар туплау, туғандарымды барлау.
3. Материалды системаға килтереү, яҙыу.
Эҙләнеү эшемдең методтары:
1. Шәжәрәгә бәйле әҙәбиәт менән танышыу.
2. Баймаҡ ҡалаһы, районында йәшәгән туғандар менән осрашыу, әңгәмәләшеү.
Эҙләнеү эше сығанаҡтары:
Тикшереү эшен башҡарыу өсөн шәжәрәгә ҡағылышлы фәнни- тикшереүҙәр, аңлатмалы һүҙлектәр, мәҡәләләр, Азаматовтар тураһында иҫтәлектәр, китаптар файҙалынды.
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:
Йыйылған материалдар артабан тыуған яҡтың, мәктәптең тарихын өйрәнеүҙә, мәктәп музейында файҙаланыла ала.Шулай уҡ эшемде туғандарыма ла таратып бирергә уйлайым.
Структураһы: тикшеренеү эше инештән, төп өлөштәрҙән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.
2. Төп өлөш
МИНЕҢ ШӘЖӘРӘМ. ТУҒАНДАРЫМ ТУРАҺЫНДА МИН НИМӘЛЛӘР БЕЛДЕМ?
Шәжәрә төҙөү боронғолоҡҡа ҡайтып ҡала. Иң тәүҙә мәғлүмәттәр телдән быуындан-быуынға күсеп килгән. Яҙма барлыҡҡа килгәндән һуң, таштарҙа, балсыҡ таҡталарҙа, туҙҙа һәм ҡағыҙҙа яҙылып, беҙгә тиклем килеп еткән мәғлүмәттәр бар. Ғөмүмән, генеалогик ағас – шәжәрә ағасын төҙөү, белеү кеше күңелендә бәләкәй тыуған илгә, ергә ҡарата һөйөү тойғоһо уята.
Һәр кеше үҙенең тамырҙарын да ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнергә, ғорурланырға тырыша. Беҙгә,уҡыусыларға, берәй яҡшы кеше тураһында яҙырға ҡушҡанда ла беҙ иң тәүге сиратта туғандарыбыҙ, ата-әсәйебеҙ һ. б. яҡындарыбыҙ тураһында яҙырға мөмкинме тип һорайбыҙ.
Ғаилә архивын, ата-олатайҙарҙың фотографияларын, боронғо реликвияларҙы, хәтирәләрҙе барлау әйтеп бөткөһөҙ баһаға эйә. Бында быуындар күсәгилешлеге, фамилия намыҫын һаҡлау нигеҙе, ата-олатайҙарға ҡарата ихтирам тәрбиәләү сағыла. Унан тыш, үҙеңдең шәжәрәңде белеү физиологик күҙлектән дә мөһим, юғиһә ҡан ҡәрҙәштәрен белмәү арҡаһында ете быуынға тиклем бер зат-ырыуҙан булған йәштәрҙең өйләнеүе ихтимал, ә ҡан ҡушылыуы нәҫел сәләмәтлеге өсөн хәүефле. Һәм, ниһайәт, шәжәрәһен белгәндәр затындағы күренекле кешеләргә оҡшарға тырыша.
ШӘЖӘРӘНЕ НИСЕК ТӨҘӨРГӘ ҺУҢ?
Шәжәрәне ағас рәүешендә төҙөргә, түңәрәктәр, табличкалар менән күрһәтергә мөмкин. Иң мөһиме, бер быуын кешеләрен бер горизонталь һыҙыҡта урынлаштырырға кәрәк. Тағы бер шарт. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә шәжәрә төҙөүселәр шәжәрә ағзаларының ғүмер йылдарын күрһәтмәй төҙөлгәндәрен һанға һуҡмай.
Ә беҙ бөгөн шәжәрәне түбәндәге схема буйынса төҙөнөк,сөнки шәжәрәне тик ир-ат яғынан ғына төҙөү бөгөнгө көндә дөрөҫ үк түгел. Унда ҡатын-ҡыҙ заты вәкилдәрен дә ҡушырға кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Мин дә ике төрлө шәжәрә һаҡлана.Береһе 1992 йылда Марат Азаматов тарафынан төҙөлгән (ул Азаматов Нәжип Шоғайып улының һәм атаһы- Азаматов Даут олатайҙарҙың һөйләгәненә таянып эшләгән). Икенсе шәжәрә 2017 йылда әсәйем менән атайым Шоғайып ҡартатай тармағын (араһын) төҙөгәндәр. Ошо йылда Азаматовтарҙың шәжәрә байрамы үткәрелде. Унда тоҡомобоҙҙоң ныҡ тармаҡлы булыуын иҫәпкә алып, аралар менән шәжәрә төҙөргә һөйләшкәндәр. Тағы ла шәжәрәгә ҡатын- ҡыҙҙарҙы индергәндәр. Сөнки никах теркәгәндә ҡатын-ҡыҙ яғынан да туғанлыҡ мөһим. Йәһүдтәрҙең дә бит туғанлыҡты әсә яғынан алып барыуы яҡшы билдәле:
Мин – беренсе быуын, иң өҫкә ҡуйыла.
Икенсе быуын: Атайым – … Әсәйем…
Өсөнсө быуын: Атайымдың атаһы (йәғни атайым яғынан ҡартатай). Ул саҡта шәжәрә ағасының һәр ағзаһы өсөн һеҙ һайлаған түңәрәк, квадрат йәки башҡа берәй билдәне буш килеш ҡалдырыу яҡшыраҡ.
Ошо фәнни-эҙләнеү эшен эшләгәндә, зат-ырыу тикшергәндә үҙем өсөн бик ҡыҙыҡлы асыштар яһаным. Азаматовтар ауылда иң күп тармаҡлы нәҫелдәрҙең береһе. Бик уҡымышлы, хәлле кешеләр буоғандар. Репрессия ҡорбандары ла бихисап. Ләкин атайым менән һөйләшкән ваҡытта, улар уҡыған мәлдә мәктәптә класс һайын 7-8 Азаматов йәки Азаматова уҡыған. Ә бөгөнгө көндә беҙ –ағайым менән һәм 8-се класта Азаматова Әдилә апай. Сөнки ауылда йәштәр ҡалмай, ситкә китеү сәбәпле балалар юҡ. Ә ауылда өлкән йәштәге Азаматовтар күп.
Йәноҙаҡ ҡартатай үткән быуаттың билдәле табибы булған. Ул биш йыл дауамында табип һөнәрен үҙләштерә һәм Оренбургта хәрби госпиталдә практика үтә. Шуға күрә микән ҡыҙҙары Маһизада, Маһиәсмә ауыр,шул уҡ ваҡытта миһырбанлы медсестра һөнәрҙәрен һайлайҙар. Ләкин башҡаларҙың ғүмерҙәре өсөн хеҙмәт итеп, был донъяларҙан иртә китәләр.Йәноҙаҡ Азаматов тураһында ауылдың ҡарттары, ауылдаштар бик матур хәтирәләр һаҡлайҙар. Бер хәрби кешенең башына оро сыҡҡан була,шул еренә операция эшләй. Һәм Санк- Петурбург (ул ваҡытта Ленинград) ҡалаһына саҡырып алтын скайпель менән бүләкләнә. Ваҡытына күрә, ауыл ере өсөн ҙур асыш була.
Шоғайып ҡартатай ҡатынын иртә юғалта. Бер үҙе 7 баланы көтә: Мәрхәбә, Маһизада, Маһиәсмә, Нәжип, Хәбип, Әмир. Ул оҙаҡ йылдар бер үҙе тормош көтә, һуң ғына яңынан ҡатын ала, унан ике балаһы: Сабирйән улы һәм Маһира була.Ул бик уҡымышлы, эшсән кеше булған тип иҫләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта ныҡ кешелекле, һәр эшкә өлгөр булған. Бригадир, склад мөдире булған.
БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА МИНЕҢ ТУҒАНДАРЫМ
ЯУГИР-ПЕДАГОГ ХАҠЫНДА
Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлаша бара, ләкин уның шаңдауы кешеләргә әле лә тынғылыҡ бирмәй. Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтарҙы һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре бөгөн дә онотмай. Ошо ауыр көндәр тураһында һәр бала белһен өсөн күпме китаптар яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән… Сөнки һәр бер бала үҙенең яҡын кешеһе тураһында белергә тейеш. Бигерәк тә ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булғанда. Ошо маҡсаттан сығып, ҡайнымдың ағаһы Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән мәғариф отличнигы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, коммунист Нәжип Шөғәйеп улының тормош юлын киләсәк быуынға еткереүҙе үҙ бурысым тип уйлайым.
Азаматов Нәжип Шөғәйеп улы Беренсе Этҡол ауылында күп балалы ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. 1938 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, Матрай районының Әбделкәрим, Суртан Үҙәк, Ысмаҡ мәктәптәрендә төрлө предметтарҙан балаларға белем бирә, директор урынбаҫары булып эшләй.
1941 йылдыдың 26 июнендә армияға саҡырыла. Армияға саҡырылыу шул тиклем ашығыс була, ул атаһына, туғандарына тик сәләм һүҙҙәре генә яҙа ала. Бары тик атаһына: «Кейемдәремде үҙең кей. Күлдәклек тауарҙарҙы Маһиәсмәгә, Маһизадаға бир. Жилетты, салбарҙы, сәғәтте һаҡларға тырышығыҙ, имен-һау ҡайта алһам, кәрәге тейер. Ҡайта алмаһам, ҡустым Хәбибкә булыр. Ҙурайғас кейер. Улың Нәжип»,- тигән яҙыу ҡалдыра. Ошо хат уның кесе туғандарын хәстәрләүен һүрәтләй тип уйлайым.
Һуғышты Нәжиб Шөғәйеп улы Карелияла башлай.III Белорус фронтында Көнсығыш Пруссияла һуғыша. 37-се ИОАВ бүлегенең командиры вазифаһында, Ленинград һуғышында ҡатнаша һәм “Ленинградты обороналау өсөн” миҙалы менән наградлана. (18.12.1943 йыл). 1945 йылдың март айында ул Кенигсбергты штурмлағанда ҡаты яраланып, тәненең уң яғы, уң аяғы ныҡ йәрәхәтләнә.Ә муйынынына ҡаҙалған пуля ярсығы ғүмеренең аҙағынаса тәнендә йөрөй. Еңеү көнөн Нәжип Шөғәйеп улы Кенигсбергта госпиталдә ҡаршы ала.
Һуғыштан яра алып ҡайтҡас, 1945 йылдың 10 авгусында Беренсе Этҡол балалар йортона директор урынбаҫары итеп эшкә алына. Баймаҡ районының мәғариф бүлегенең 1948 йылдың 15 ғинуарының дүртенсе приказына ярашлы Беренсе Этҡол балалар йорто директоры итеп тәғәйенләнә. Директор булып эшләгән осорҙа Башҡорт АССР-ның Рәхмәт хаты менән дә лайыҡлы баһа ала Нәжип Шөғәйеп улы.(№59/2 23.03.1949 йыл.). Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бөтә республикала танылыу яулаған шәхестәр- тарих фәндәре докторы Әнүәр Әсфәндиәров, композитор Нәбиулла Мөстәҡимов, атҡаҙанған йырсы Рамаҙан Йәнбәков, Камил Монасипов һәм башҡалар уның ҡулында тәрбиәләгән.
Артабан Баймаҡ мәғариф бүлегенә инспектор итеп эшкә күсерелә.
1953-1965 йылдарҙа Сыңғыҙ башланғыс мәктәбендә мөдир булып эшләй.Ошо йылдарҙа уҡытыу-тәрбиә торошон яҡшы ҡуйғаны өсөн 1957 йылдың 17 авгусында «Халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә.
1965 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайтып, хаҡлы ялға киткәнсе Беренсе Этҡол мәктәбе янындағы интернатта тәрбиәсе булып эшләй.
1978 йылда хаҡлы ялға китә. Ләкин йылдар үтһә лә Нәжип Шөғәйеп улы тәрбиәләнеүселәре менән араларын өҙмәй, бер-береһенең хәлдәрен белешеп, улар менән хат алышып тора. Балалар йортоноң утыҙ йыллығын билдәләгәндә, тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең яҙмаларын ебәрә.
Нәжип Шөғәйеп улы төрлө йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша, ауыл Советы депутаты итеп бер нисә тапҡыр һайлана.
Әлбиттә уның фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһалана. “ Беренсе дәрәжә Ватан һуғышы” ордены, “Кенигсбергты алған өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Ленинградты обороналау өсөн”, “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, юбилей миҙалдары, хеҙмәт ветераны, “Халыҡ мәғарифы алдынғыһы” билдәһе менән наградлана.
Олоғая килә һуғышта алған яралары һиҙҙертә, тынғы бирмәй башлай. Мина ярсығы ҡан артерияһына яҡын булғанға күрә операция эшләргә ярамай. 1993 йылда Яҡтыкүл шифаханаһында ял иткән ваҡытта ҡан баҫымы күтәрелеп, нисәмә йылдар тәнендә йөрөткән ярсыҡ яугир-педагогтың ғүмерен өҙә.
Нәжип олатайҙың балалары Нәжиә, Ҡафия Сибай, Назир Баймаҡ һәм Зөлфиә Санк-Петербург ҡалаларында ғаиләләре менән матур итеп донъя көтәләр һәм хаҡлы рәүештә аталары менән ғорурлана алалар.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлаша… Йылдан-йыл шанлы көндәр артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан ветерандар, Еңеү бүләк иткән батырҙарыбыҙ онотола. Күпме генә йылдар үтһә лә Нәжип Шөғәйеп улы кеүек йәшлек йылдары ауыр ваҡыттарға тура килгән һәм илебеҙҙе фашизм ҡоллоғонан азат итеүҙең тәүге көндәренән башлап яу юлы үткән, аҙаҡ районыбыҙҙың, республикабыҙҙың мәғарифын үҫтереүгә күп көс түккән яугир-педагогты оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
ОЛАТАЙЫМ – ҠАҺАРМАН ЯУГИР
Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75-се яҙын ҡаршы алғанда беҙҙе атайым менән әсәйем ҡартатайыбыҙҙың Сибай ҡалаһына йәшәүсе ағаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәбиб Шөғәйеп улы Азаматов менән осрашыуға алып барҙы. Мин ағайым Айназ менән олатайҙың үткән һуғыш юлын өйрәнеп, фоторәсемдәрен ҡараныҡ.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ырымбур өлкәһендәге йәш командирҙар әҙерләү курсында уҡыған олатайға ла Ватан һаҡларға барырға ваҡыт етә. НКВД ғәскәрҙәренә еләккән егет Балтик фронты составында һуғыша. Тәүге сирҡанысты Витебск өлкәһендә ала. Кенигсберг ҡалаһын фашистарҙан азат иткәндә ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә.
Ун һигеҙ йәшлек кенә башҡорт егете дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкәне өсөн II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Уның түшен шулай уҡ «Кенигсбергты алған өсөн» һәм башҡа бик күп миҙалдар биҙәй.Һуғыштан һуң өлкән сержант дәрәжәһенә еткәнсе хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайта.
Ошондай иҫтәлекле күрешеү беҙҙең күнелдәрендә мәңге һаҡланыр.Мин батыр, ҡыйыу олатайым булғанына ҡыуанам һәм хаҡлы рәүештә ғорурланам.
ШӘЖӘРӘМ СЫЛБЫРЫНДА ТЫЛ ҺӘМ ХЕҘМӘТ КЕШЕЛӘРЕ
ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ
…Һуғыш беҙҙе, ҡолаҡтарҙан тартып,
Ваҡытынан алда өлгөрттө:
Кистән егет итеп йоҡлатты ла
Таң атыуға инде ир итте…
Шиғыр юлындағы был һүҙҙәр минең ҡартатайым Азаматов Хәбир Шоғайып улының тормош юлына ла ҡағыла.Ул 1930 йылдың 10 мартында районыбыҙҙың тарихҡа бай Беренсе Этҡол ауылында донъяға килгән. Ғаиләлә ул һигеҙенсе бала була. Әсә наҙын тойоп, бәхетле баласаҡ кисереп, ни бары алты йәшенә тиклем генә йәшәп ҡала. Тап ошо мәлдә әсәһе үлеп китә.
Илгә оло әфәт килгәндә уға ни бары 11 йәш кенә була. Аяуһыҙ һуғыш үҫмер егеттең матур хыялдарын селпәрәмә килтергән. Һуғыш башланғас, шул дәңер үҫмерҙәре кеүек ололар менән бер рәттән ауыл хужалығы эштәрендә эшләй. Йәй бесән саба, көҙ- иген ура, ҡыш- иген һуға. Ул ошолай Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, уҡыуын Темәс педагогия училищеһында дауам итеп ҡарай. Ләкин ғаилә хәле буйынса хәле буйынса уны тамамлай алмай.
Тырыш, физик әҙерлеге менән күптәргә өлгө булырлыҡ егет 1952 йылда армия сафына алына. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Хәбир Шоғайып улы Дыуан урман хужалығы мәктәбендә бухгалтер һөнәрен үҙләштерә.Ҡулына диплом алған көндән алып барлыҡ хеҙмәткә бағышланған ғүмерен иҫәп-хисап донъяһына бағышлай.Тағы бер аҙҙан башҡалабыҙ Өфөлә бухгалтерҡар курсында белемен камиллаштырып ала. Һөнәре буйынса эш юлын «Үрнәк» колхозында баш бухалтер булып башлай. Артабан «Урал» колхозында, унан Баймаҡ ҡалаһының мал һимертеү базаһында эшләй. 1971 йылда тыуған ауыдлы Беренсе Этҡолға ҡайтып «Алға» ла баш бухалтер булып 14 йыл эшләй Хаҡлы йылға сыҡһа ла, ул ҡул ҡаушырып ултырмай. Оҙаҡ йылдар ревизия комиисияһы рәйесе, келәт мөдире вазифаһын башҡара.
Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Хәбир Шөғайып улы үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән абруй ҡаҙана, оло хөрмәткә лайыҡ була.Уның хеҙмәте хөкүмәт тарафынан лайыҡлы баһалана. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, «Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн», «Намыҫлы хеҙмәте өсөн»,«Хеҙмәт ветераны», «Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙәкәр хеҙмәте өсөн» һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Ҡәртәсәйем Гөлсирә Йомағужа ҡыҙы менән 55 йыл татыу ғүмер кисереп, өс улға, өс ҡыҙғағүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәртәсәй 18 йыл элек мәрхүм булған. Ләкин ҡартатайым ауыр ҡайғыһы менән яңғыҙ ҡалмай.
Ҡартатайымды бәхетле ҡартлыҡ кисерҙе тип әйтә алам. Ул Юлыҡ ауылында оло улы Йәноҙаҡ олатайҙарҙа йәшәне. Беҙ ике аҙнаға бер барып, хәлен белә торғайныҡ. Ауырлыҡтар алдында баш эймәгән, намыҫлы тормош юлы үткән ҡартатайым-хеҙмәт ветеранын оноторға хоҡуғым юҡ.Сөнки һуғыш осоро малайын Гитлер илбаҫарҙары теҙ сүктерә алмаған. Ул матур донъя ҡороп, иленә хеҙмәт иткән, балалар үҫтергән…
Кеше тигән бөйөк исемгә тап төшөрмәй, юғары шәхес булып ҡалған өсөн ҡарт ҡартатайым- минең батырым!
УРМАН ҺАҒЫНДА
Хозур тәбиғәтле Беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән Йәноҙаҡ Хәбир улы 1983 йылда Өфө урман хужалығы техникумын тамамлай һәм хеҙмәт юлын ошо тармаҡта мастер булараҡ башлай.
Урмансылар—тәбиғәтебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары. Баймаҡ урман хужалығына ҡараған лесничестволарҙа ла тәбиғәт һағында тороусылар үҙ эшенә яуаплы ҡарай, алдарына ҡуйылған бурысты урынына еткереп үтәй. Үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, эшен яратып һәм намыҫ менән башҡарған урмансылар һоҡланыу тыуҙыра. Шундайҙарҙың береһе – оҙаҡ йылдар Юлыҡ урман хужалығы лесничийы булып эшләгән минең олатайым Йәноҙаҡ Хәбир улы Азаматов.Тырыш, уңған егеттең хеҙмәтен баһалап, уны артабан лесничий ярҙамсыһы итеп үрләтәләр. Ә инде 2001 йылда ул Юлыҡ урман хужалығы лесничийы итеп тәғәйенләнә. Ул – I класлы лесничий. Йәноҙаҡ Азаматов өлгәшелгән уңыштар менән генә сикләнеп ҡалмай. Әҙерләгән продукцияларын сауҙа баҙарына сығарыу өсөн ҡулланыусылар эҙләү өҫтөндә даими эшләй. Белемен камиллаштырыу маҡсатында БДУ-ның Сибай институтында ситтән тороп уҡый һәм уны уңышлы тамамлай.Урман һаҡсыһының хеҙмәте баһаланмай ҡалмай. «Дәүләт урман һағында 10 йыл хеҙмәт» билдәһен менән бүләкләнеүе уның үҙ эшенә тоғро ҡалып, намыҫлы хеҙмәте тураһында һөйләй. 2006 йылда район буйынса уҙғарылған хеҙмәт бәйгеһендә ул «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исеменә лайыҡ була.Ул шулай уҡ күп кенә Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән бүләкләнә. Ә 2020 йылда олатайым –Азаматов Йәноҙаҡ Хәбир улы хаклы ялға сығыр алдынан, урмансылар көнө алдынан «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе»тигән маҡтаулы исем бирелде. Урман һағында торған белгес, киләһе быуын ағзалары -мәктәп укыусылары менән осрашып, йәшел урманға һаҡсыл ҡарашта булһындар, янғындар сыҡмаһын өсөн файҙалы һәм кәрәкле мәғлүмәттәр еткерә торғайны. Ғүмеренең 30 йылдан ашыу ваҡытын урмансылыҡ эшенә бағышлаған Йәноҙаҡ Азаматовҡа һоҡланмау мөмкин түгел.Артабан олатайыма ныҡлы һаулыҡ теләйем.
Атайым –Азаматов Мансур Хәбир улы
Атайым –Азаматов Мансур Хәбир улы ҡартатайымдың кинйә малайы. Ул 1969 йылдың 5 апрелендә Ниғәмәт ауылында тыуған. Ҡартатайым төрлө ерҙәрҙә эшләү сәбәпле Ниғәмәт, Баймаҡ ҡалаһында, 1-се Этҡол ауылдарында йәшәй.Урындағы мәктәпте тамамлағас, хәрби хеҙмәт үтәп, башҡалабыҙ Өфөлә ауыл хужалығы институтының инженер факультетын тамамлай. «Алға» колхозында баш инженер, бригадир, ферма мөдире кеүек вазифаларҙа эшләй. Ләкин колхоз бөтөрөлөү сәбәпле, атайым хеҙмәт юлын һөт йыйыу пунктында дауам итә.
Артабан атайым шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөгөлләнә, иген сәсә.Тағы ла бер рәттән ағас ҡырҡыу, уны бысыу өсөн пилорама ултырта. Ауыл халҡына таҡта, рәшәткә быса.
Мин атайымды бик яратам. Ул беҙҙе саңғы йөрөргә, шахмат, теннис уйнарға өйрәтә.Сыҙғыҙ ауылына бейеү түңәрәгенә алып йөрөй. Буш ваҡытыбыҙҙа төрлө ерҙәргә йөрөргә тырышабыҙ.
Ағайым Азаматов Айгиз Мансур улы.
Ә 1992 йылда атайым менән сәстәрен – сәскә бәйләйҙәр.Беҙҙең ғаиләлә ике ул һәм бер ҡыҙ үҫә.Өлкән ағайым Азаматов Айгиз Мансур улы 1993 йылдың 27 июнендә Өфө ҡалаһында беренсе бала булып донъяға килә.Беренсе класҡа Беренсе Этҡол урта мәктәбенә уҡырға килә, 8- се кластан һуң күрше Башҡорт компьютер лицей интернатына уҡырға инә. Ағайым тик «4»һәм «5» билдәләренә генә уҡый.11-се класты тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының химия- технология факультетына уҡырға инә. Тырыш ағайым юғары уҡыу йортон бөтөрөп, хәҙер Өфө ҡалаһында «Роснеф» компанияһында эшләй.Таулыҡай ҡыҙы Гөлшат еңгәйемә өйләнеп Йәмилә исемле ҡыҙҙары бар. Әле мин эҙләнеү эшен әҙерләгән мәлдә улдары тыуҙы. Улар шәжәрәбеҙҙе дауам итеүсе малай булараҡ-Азамат тип матур башҡорт исеме ҡуштылар.
Игеҙәгем- ағайым Азаматов Айназ Мансур улы
Икенсе ул минең игеҙәгем Айназ ағайым.Беҙ икебеҙ ҙә атай-әсәйебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп уҡырға тырашабыҙ.Айназ ағайым спортты ярата, математика фәнен ҡартатайыма оҡшап, бигерәк якшы белә, ә
мин үҙем дә мәктәптә үткәрелгән һәр сарала ла әүҙем ҡатнашып йөрөйөм. Район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ла призлы урындар йыш яулайым.
Киләсәктә үҙемә оҡшаған һәнәрҙе һайлап, белемемде юғары уҡыу йортонда дауам итеү теләге менән йәшәйем.
ЙОМҒАҠЛАУ
Башҡортҡа үҙеңдең ырыуыңды, арҙаҡлы кешеләрҙең шәжәрәләрен белеү һәр кемдең бурысы һаналған. Мин дә шәжәрәмде өйрәнгәндә ҡыҙыҡлы факттарға, төрлө мәғлүмәттәргә осраным. Ырыуыбыҙҙың ғорурлығы – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл һәм хеҙмәт кешеләренең тормош һәм ижад юлы менән таныштым.Иң мөһиме Азаматов Йәноҙаҡ олатайҙың алтын скайпель менән бүләкләнеүе.
Туғанлыҡ тамырҙарын барлап, атайымдың ата-бабаларыбыҙҙың ғорурлығы , ышаныслы киләсәге булырмын, тип уйлайым.
Бөгөнгө көндә беҙҙең республикала Шәжәрәләрҙе өйрәнеү буйынса күп эштәр башҡарыла. Быларҙы беҙ ауылдарҙа үткәрелгән “Шәжәрә байрамы”нда, республика кимәлендә үткәрелгән “Иң яҡшы шәжәрә” конкурсында һәм башҡа сараларҙа күрәбеҙ. Мин үҙем дә 2017 йылда үткәрелгән Азаматовтарҙың шәжәрә байрамында бәләкәй алып барыусы булдым. Унда үҙемдең белмәгән туғандарым менән таныштым, хәҙер фотоларҙы ҡарап, шул туғандарҙы барлап, һәр береһе тураһында һорашам. Әйтелгәнгә йомғаҡ яһап, үҙ шәжәрәһен төҙөргә теләгәндәргә бер нисә кәңәш:
1. Эште ата һәм әсә яғынан бөтә туғандарҙы асыҡлауҙан башларға кәрәк. Тереләрҙең тыуған йылын, үлгәндәрҙең йәшәгән йылдарын да оноторға ярамай.
2.Зат-ырыуығыҙ вәкилдәре тормошонан фәһемле эпизодтарҙы белергә, ҡыҙыҡлы документтар, фотографиялар табырға тырышығыҙ.
3. Сит яҡтарҙа йәшәгән туғандар менән бәйләнешкә инеп, мәғлүмәттәр йыйырға.
4. Мәғлүмәттәрҙе (тыуған йылдарын, мөһим ваҡиғаларҙы һ. б.) асыҡлағандан һуң шәжәрә ағасын төҙөүгә тотоноғоҙ.
Үҙ халҡыңдың мәҙәниәтен, үткәнен, бөгөнгөһөн өйрәнеү, тыуған яҡтың тарихы менән танышыу – изге эш. Быуындар араһында бәйләнеш булдырыу һәм нығытыу, туғанлыҡты танытыу, нәҫел тармаҡтарын барлау һәр ырыуҙаштың үҙ нәҫел тармағы алдында яуаплылығын көсәйтә.
Илен белмәгән – белекһеҙ, нәҫелен белмәгән – намыҫһыҙ, тиҙәр. Шуның өсөн беҙ барыбыҙ ҙа үҙ нәҫелебеҙҙең тамырҙарын, тыуған еребеҙҙең тарихи үткәнен белергә һәм өйрәнергә бурыслы.
Тамырын тойған ағас ҡына үҫә, нығый, емеш бирә, ә тамырһыҙы ҡорой. Үҙ нәҫел тамырҙарыбыҙҙы өйрәнәйек, ата-бабаларыбыҙҙы онотмайыҡ, йолаларыбыҙҙы үтәйек!
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Азаматов Нәжиб Шөғәйеп улының шәхси архифынан алынған материалдар.
2. Беренсе Этҡол балалар йортоноң асылыуына 30 йыллығына ҡарата Әнүәр Әсфәндиәровтың Азаматов Нәжип олатайға яҙған мәҡәләһе.
3. «Отличники народного просвещения» мәҡәләһе «Знамя коммунизма» район баҫмаһы 25.08.1958й. № 103
4. Салауат Монасиповтың “Это было не давно… и давно” исемле мәҡәләһе “Октябрское знамя” 30 октябрь 1992 йыл № 126
5. Н.Азаматовтың «Учитель, прошедший войну» исемле мәҡәләһе “Баймакский вестник” 3 сентябрь 2015 йыл № 100
6.Мәрйәм Ҡужаҡаеваның “Чингизово- мезоклимат талантов” исемле китабы 170-174 биттәр
7. Эльмира Кейеккужинаның «Булмышы менән бухгалтер» исемле мәҡәләһе. «Һаҡмар»19 май 2015 йыл № 55
8. Илсиә Йәрмөхәмәтованың «Тормошобоҙ маяғы» исемле мәҡәләһе. «Һаҡмар» 21 май 2005 йыл № 44
9. Мәрйәм Ҡужаҡаеваның “1941 судьба” исемле китабы 11-18 биттәр.