logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Тере тарих биттәре” район тикшеренеү эштәре конкурсы сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Тере тарих биттәре” район тикшеренеү эштәре конкурсы сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция үтте. Былтыр Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләүсе Крайҙы өйрәнеүселәр клубы район эҙләнеү эштәре конкурсы иғлан иткәйне. Йәш һәм оло быуында тыуған яҡтың тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, Баймаҡ районы, халҡы, йәшәйеше, хеҙмәт коллективтарының һәм алдынғы шәхестәрҙең ҡаҙаныштары, династиялар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары тураһында тарихи материалдар туплау, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, тыуған яҡтың тарихи мираҫына ихтирамлы ҡараш уятыу маҡсатында ойошторолған конкурс 12 октябрҙән 10 февралгә тиклем барҙы. Положениеға ярашлы, конкурс 3 этапта ойошторолдо. Тәүге этабында ҡатнашыусыларҙың эштәре тупланды. Икенсе этабында абруйлы жюри ағзалары эштәрҙе ҡараны һәм еңеүселәр өсөнсө этапҡа – фәнни-ғәмәли конференцияға йыйылды.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина “Тере тарих биттәре” район тикшеренеү эштәре конкурсына 5 номинация индерелеүен, бөтәһе 48 эш ҡабул ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.“Шәжәрәлә быуындар бәйләнеше сағыла” номинацияһына килгән 8 эште абруйлы жюри ағзаһы – ғалим-тарихсы, тарихи фәндәр кандидаты, Өфө фән һәм технология университетының Сибай институтындағы теория, дәүләт тарихы һәм хоҡуҡ кафедраһы доценты Фуат Сөләймәнов ҡараны. Фуат Мырҙағәли улы конкурсанттарҙың эштәре буйынса видеояҙма ебәргәйне, ошо яҙманың ҡыҫҡартылған варианты күрһәтелде. Артабан был номинацияла 35 йәш һәм унан өлкәндәр категорияһында Билал ауылынан Радмир Булатов бик йөкмәткеле сығыш яһаны. Ул 2000 йылдарҙан алып үҙенең шәжәрәһен өйрәнә башлаған һәм байтаҡ һөҙөмтәләргә ирешкән.
“Шәхестәрҙә – районыбыҙ тарихы” номинацияһына килгән 22 эште «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, ғалимә, яҙыусы, шағирә Рәшиҙә Мәһәҙиева баһаланы. Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының баш ҡалабыҙ Өфөнән ебәргән видеосәләмендә фәнни эште кәрәкле темаға бәйле әҙәбиәтте өйрәнеүҙән башларға һәм артабан үҙаллы үҫтерергә өйрәткән методик ярҙамы бик фәһемле булды. Был номинацияның 13 – 17 йәш категорияһында 4-се лицейҙың 8-се класс уҡыусыһы Мырҙағәлина Әҙилә Илфат ҡыҙы “Баймаҡ – Илеш дуҫлығы” (ғилми етәксеһе – Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы) темаһына сығыш яһаны.
35 йәш һәм унан өлкәндәр номинацияһында Темәс ауылының почетлы гражданы, крайҙы өйрәнеүсе, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Вәлиев Сәлимйән Ғәлләм улы Әбүбәкир хәҙрәт Хөсәйенов тураһында төплө итеп бәйән итте.
“Тыуған яғымдың тарихи урындары” номинацияһына килгән 10 эшкә Баймаҡ тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы етәксеһе, Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, “Төнъяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубының тарихсы реконструкторы Айҙар Мәжитов үҙ баһаһын ҡуйҙы. Сарала Айҙар Рәис улы ла ҡатнашты. “Конкурста мәктәп уҡыусыларының эштәре күп булыуы һөйөнөслө!” – тине ул.
Был номинацияның 13 – 17 йәш категорияһында Түбә мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары Нургизә Иҫәнбаева менән Нургизә Бакиева “Ҡараташ” әкиәтендә “Суҡ муйыл” халыҡ йырының легендаһы һәм тауҙың тарихы тураһында алмашлап һөйләнеләр (етәкселәре – Халфина Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙы). Ошо уҡ номинацияның 35 йәш һәм унан өлкәндәр категорияһында Үрге Яйыҡбай ауылынан Ишдәүләт Сафиуллиндың эше үтә лә аяныслы темаға – 1921 – 22 йылғы аслыҡ афәтенә 100 йыл тулыуға арналғайны. Мөрсәлим тигән ауылдың халҡы тотошлайы менән астан үлеүе, ысынлап та, йөрәк өшөткөс күренеш. Ишдәүләт Мөхтәр улы факттарҙы ғына күрһәтмәй, аслыҡтың сәбәптәрен, уның эҙемтәләрен дә ныҡлы өйрәнгән.
“Халҡыбыҙҙың онотолған кәсептәре” һәм “Тыуған яғымдың туристик маршруты” номинацияларына килгән 8 эштәргә абруйлы жюри ағзаһы “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре Венер Нәбиев баһа бирҙе.
“Тыуған яғымдың туристик маршруты” номинацияһының 13 – 17 йәш категорияһында Түбә мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Сыңғыҙ Үтәбаев сығыш яһаны (ғилми етәксеһе – Исхаҡова Дилә Әҙеһәм ҡыҙы). “Түбә ауылын уратҡан ете мөғжизә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә” туристар өсөн тарихи-мәғлүмәтле маршрут тураһында Сыңғыҙ һөйләп тә, көйләп тә, йырлап та бирҙе.
Ошо уҡ номинацияның 35 йәш һәм унан өлкәндәр категорияһында Бикеш ауылынан Мөбәрәк Зәйнуллиндың сығышы ҡыҙыҡлы булды. Ул ике ҡыҙы менән Бикеш ауылының ғорурлығы булырҙай урындарын өйрәнеп, ҙур ғына карта төҙөгән. Күп урындарҙың онотолған исемдәрен кире тергеҙеп, уҡыусылары менән шул маршрут буйынса йыш ҡына сәйәхәткә сығыуҙарын телгә алды.
Фәнни-ғәмәли конференцияның икенсе өлөшө “Тере тарих биттәре” (“Страницы живой истории”) район эҙләнеү эштәре конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләүгә арналды. Конкурста әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусыларға һәм етәкселәренә, ата-әсәлдәренә, шулай уҡ өлкән быуын вәкилдәренә, фәнни-ғәмәли конференцияла сығыш яһаусыларға, конкурста ҡатнашыусыларҙы ылыҡтырған китапханасыларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ.