“Тормош драмаларынан туҡылған ижад”
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Темәс ауылы ҡыҙы – Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, яҙыусы, драматург Әминә Яхинаның 70 йәшлек юбилейына арналған “Тормош драмаларынан туҡылған ижад” тип аталған ижад кисәһе үтте. Әминә Миңлеғол ҡыҙы – 20-нән ашыу пьеса авторы, шуларҙың 9-ҙы профессиональ театр сәхнәләрендә – Сибай, Салауат, “Сулпан” балалар театрҙарында ҡуйылған, пьесалары “Ҡайырылмаһын ҡанаттар”, «Парижды ла алдыҡ беҙ…», “Етем төлкө” йыйынтыҡтарында донъя күргән.
Ижад кисәһендә Әминә Яхинаның һабаҡташтары, әхирәттәре, уҡытыусылары – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Руфа Бикбирҙина, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы Гөлсара Йәнтүрина, тәрбиәсеһе Рауил Байрамғолов, ижадташ дуҫтары – “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, китапханасылар, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Юбиляр хөрмәтенә халыҡ ижады үҙәге артистары Илнур Аслаев һәм Ғәлинур Ҡарасурин башҡарыуында “тыуған көн” йыры яңғыраны.
Баймаҡ лицей-интернаты коллективы исеменән Фәнүзә Байғотлина Әминә Яхинаны ҡотлап, әлеге ваҡытта ла интернатта драматургтың исеме оло ғорурлыҡ менән телгә алыныуын бәйән итте. 4-се мәктәп уҡыусылары, Йәш натуралистар станцияһы янында эшләүсе “Затейники” театр түңәрәге артистары (етәкселәре Нурия Йәнбәкова) Баймаҡ балалар модель китапханаһы менән берлектә “Юл ҡағиҙәләре әлифбаһы” пьсаһынан библиоперфоманс ҡуйҙы. Мәғариф ветераны Вәсимә Ямантаева “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡҡан “Күктәргә осто йәнем…” исемле повесы буйынса уй-фекерҙәре менән бүлеште. Кисәлә ҡатнашыусылар драматургтың Сибай дәүләт драма театры ҡуйған “Бабайға кәләш кәрәк!” спектакленән өҙөктө экрандан ҡараны. Әминә Яхина шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, киләсәккә ижади пландары менән уртаҡлашты. Сарала ҡатнашыусылар барыһы ла юбилярҙың бала сағынан алып ныҡышлығын, һәр ваҡыт лидер булып артынан әйҙәп алып йөрөүен телгә алдылар, техник университет тамамлауға ҡарамаҫтан, яҙыусы булып китеүенә һоҡланыуҙарын белдерҙеләр.
“Булыр бала бишектән” тигән халыҡ мәҡәлендәгесә, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ спортта һынамаған, йәмәғәт өлкәһендә әүҙем булған, шиғырҙар яҙырға ла өлгөргән Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина тормошта ла һәр саҡ алдынғы булып йәшәй. Шулай уҡ ижадта ла ҡолас йәйеп яҙыша: драмалары сәхнәләрҙән төшмәй, хикәйә-повестары матбуғат биттәрендә йыш донъя күрә. Уға артабан да ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, дуҫтары, яҡындары солғанышщында бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Айгөл Иҙелбаева, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы методисы.