Ә
(1937 – 2014)
Әхмәтов Зиннур Һөйөндөк улы 1937 йылдың 27 сентябрендә Баймаҡ районы Нияҙғол (хәҙер бөткән ауыл һанала) ауылында тыуған. Аталары Әхмәтов Һөйөндөк Садиҡ улы бик оҫта ҡурайсы һәм йырсы булған, ҡайҙа ғына йөрөһә лә гел ҡысҡырып йырлап, көйләп йөрөгән. Уның музыкаға ҡарата һөйөүе һәм таланты уның балаларына ла бирелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы башында уҡ Әхмәтовтарҙың бөтәһе лә яу яландарында ятып ҡалған, ә Әхмәтова Маһикамал иһә, һуғыш алдынан ғына Өфөгә филармонияға бейеүсе итеп саҡырылып, һуғыш башланғас кире ауылға ҡайтҡан. Зиннур Һөйөндөк улы бик иртә етем ҡалған. Уны өләсәһе үҙ янына Ишмырҙа ауылына алған. Үҫмер йылдары һуғыштан ҡайтҡан олатаһы Ғүмәр Кәримовтың ишле ғаиләһендә үткән һәм Ишмырҙа ауылындағы мәктәптә белем алған. Унан инде Ишбирҙегә ҡайтҡас киске мәктәптә урта мәктәпте тамамлаған. Бәләкәйҙән колхозға эшкә сыҡҡан – туғыҙ ғына йәштә саҡта өлкәндәр ыңғайына эшләгән. Мәктәпте тамамлағас, Ишбирҙегә ҡайтып хаҡлы ялға сыҡҡансы ауылда урман ҡырҡыусы булып эшләне. 70-се йылдар аҙағында Белоретта уҙғарылған урман ҡырҡыусылар ярышында Башҡортостан буйынса беренсе, Рәсәй буйынса өсөнсө урынды яулай. Йәш саҡта, партияға ингәнсе, комсомол ойошмаһын етәкләп комсорг була, шул уҡ ваҡытта, оҫта бейеүсе булараҡ, йәштәргә бейеү өйрәтеп хореограф булып та йөрөй. Зиннур Һөйөндөк улы бөтә яҡлап талантлы була: оҫта бейей, тальян гармунында, ҡурайҙа күңелдәргә үтерлек итеп уйнай, тыныс ҡына итеп халыҡ йырҙарын йырлай.
Зиннур Һөйөндөк улы ғүмер буйы йәмғиәт эштәрендә ҡайнап йәшәй. Музыкаль яҡтан ғына түгел, спортта ла әүҙем була. Йәш сағында волейбол, футбол, көрәш, гирь күтәреү кеүек спорт төрҙәрен үҙ итә. Көрәш буйынса ҡартайғансы уға тиңләшеүсе булмай – тирә-яҡта гел беренсе урындарҙы яулаусы көрәшсе батыр булып таныла.
Ирәндектең моңло балаһы…
Хәмит Әхмәтов Баймаҡ районы Күсей ауылынан сыҡҡан атаҡлы ҡурайсы.
Моң, талант тигән нәмә кешегә тәбиғәт тарафынан инселәнгән Хоҙай бүләге. Ошо бүләк менән ихлас уртаҡлашҡан йырсы, ҡурайсы, бейеүселәрҙе халыҡ бер ҡасан да онотмай, күңелендә һаҡлай.
Хәмит Борхан улы Әхмәтов 1904 йылда Баймаҡ районы Күсей ауылында старатель ғаиләһендә тыуа. Бала саҡтан көтөү көткән малай эш мәлендә лә ҡурайынан айырылмай. Күсемташҡа баҫып уйнап ебәрһә, ҡурай моңо Ирәндек буйында ятҡан барлыҡ йәйләүҙәргә ишетелер булған. Ул үҙенең остазы, шул дәүерҙә оҫта ҡурайсы булараҡ дан алған Бирғәле ҡарттан күп кенә йырҙарҙың тарихын да отоп алып ҡала. Был һәләте һәм белгәндәре йәш егеткә аҙаҡ дан килтерәсәк әле.
1923 йылдың йәйендә Мәскәүҙә беренсе тапҡыр СССР ауыл хужалығы һәм кустар сәнәғәт күргәҙмәһе асыла. Илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең көнкүреше менән бергә мәҙәниәт, сәнғәт оҫталығын да күрһәтергә тейеш була.
Был сарала Баймаҡ районынан делегация ла ҡатнаша. Уның составында Хәмит Әхмәтов та була. Был хаҡта уның бер туған апаһы Раҡыяның ҡыҙы, мәғариф ветераны Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы Байназарова бәйән итте.
—Темәстән Әбүбәкер Хөсәйенов етәкләгән төркөмдә минең апам (олатай—диалект, әсәһенең бер туған ағаһы-авт.), ул саҡта 19 йәшлек егет Хәмит Әхмәтов та була. Өләсәйем Мәхүпъямал бер төн эсендә Хәмит апаға эңербаулы күлдәк тегә, үҙенсә оҙон юлға әҙерләй. Делегация 1923 йылдың 7 июлендә Темәстән юлға сыға, үҙҙәре менән һыйырҙар, ике бейә, тирмәләр һәм башҡа кәрәк-ярағын алып бик оҙаҡ баралар. 6 августа ғына барып етәләр. Башҡорттар тирмәһенә Г.В.Чичерин үҙен оҙатып йөрөгән комиссарҙар менән инеп, фотоға төшә, ҡымыҙҙан ауыҙ итә. Шунда ҡурай күреп, әйләндереп-тулғандырып ҡарай, эсендә нимә бар икән тип, күҙенә терәй. Ҡурайсы моңло итеп итеп уйнай башлағас, буш үлән һабағынан нисек итеп ошолай моң сығарып була икән тип аптырай һәм ахырҙа шуны әйтә: «Шундай милли инструмент юғалып ҡалмаған икән, тимәк, башҡорт халҡы юғалмаясаҡ». Ғөмүмән, делегацияның нисек барыуы, нисек сығыш яһауы, ҙур етәкселәрҙән алған баһаһы хаҡында билдәле журналист Рәүеф Насыровтың «Ил ағаһы Әбүбәкер» тип аталған очергынан («Ағиҙел» журналы) ентекләп уҡырға була. Бары тик шуны яҙып үткем килә: Мәскәүҙә саҡта тирмәлә абруйлы ҡунаҡтар Г.Чичерин, М.Калинин, М.Мортазиндар алдында ҡурай уйнағанданмы, ҙур сәхнәлә сығыш яһағанданмы—билдәһеҙ, әммә 7 июлдән 14 ноябргә тиклем һуҙылған сәфәрҙән Хәмит Әхмәтов бөтөнләй үҙгәреп, тамашасы алҡышының тәмен тойоп, сәхнәгә эҫенеп ҡайта һәм башҡаса сәхнәнән айырылмай,—ти Сәғиҙә Байназарова.
Күргәҙмәнән ҡайтҡас, Хәмит Әхмәтовты Башҡорт академия драма театрына ҡурайсы итеп эшкә саҡыралар. Бында ул данлыҡлы ҡурайсылар Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушановтар менән бергә эшләй. Коллектив менән республика райондары буйлап сығыш яһау йәш егеттең данын тағы ла арттырып ебәрә. Баймаҡ күсмә колхоз-совхоз театры асылғас, Хәмит ҡурайсы тыуған яғына ҡайтып, әлеге театрҙа ҡурайсы-артист булып эш башлай. Бөйөк Ватан һуғышынан йәш талантты мәҙәниәт министрлығы бронь менән алып ҡала. Ул ауыр йылдарҙа коллектив менән ауылдан-ауылға йөрөп, тыл хеҙмәтсәндәренең рухын күтәреп, фиҙакәр эшкә дәртләндереп йөрөй. Сибайҙа драма театры асылғас, Хәмит Әхмәтов шунда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшен дауам итә. Хаҡлы ялда ла ул ҡурайын ташламай, балаларға уны уйнау серҙәрен өйрәтмәксе була. Был ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн Сибай ҡалаһы 1-се мәктәбе етәкселеге менән килешеп тә ҡуя. Тик, үкенескә күрә, 1966 йылдың 9 сентябрендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. Һуңғы юлға уны ҡурайсылар ҡурай уйнап оҙата… Өйҙән алып зыяратҡа тиклем ҡурай тауышы яңғырап тора. Был хаҡта Абрар Арғынбаев «Совет Башҡортостаны» (1966 йыл).
23 сентябрь) гәзитендә былай тип яҙа: «Ҡәбер тирәләй халыҡ йыйылған. Күмәк ҡурайсылар башҡарыуында ҡурай моңо яңғырай. Мәшһүр ҡурайсыны һуңғы юлға оҙаталар… Ҡурай менән башланған ғүмер ҡурай менән тамамланды».
Хәмит Әхмәтов хаҡында оло быуын кешеләре тик йылы иҫтәлектәр генә һаҡлай. Холҡо менән бик ябай, эскерһеҙ, кешелекле, ярҙамсыл, мәрәкәсел кеше була. Уның ауыр тормош шарттарында күңелдәре ҡатҡан кешеләрҙең әҙерәк кенә булһа ла кәйефтәрен күтәреү өсөн уйлап сығарған ҡыҙыҡ-мәҙәктәрен, мәҡәләләрен өлкәндәр әле лә иҫләп һөйләп ала.
2005 йылда «Хазина» тапшырыуын әҙерләп, алып барыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов Баймаҡ районының Күсей, Төркмән ауылдарында Баймаҡ, Сибай ҡалаларында булып, Хәмит Әхмәтов тураһында материалдар йыйып, әҙерләп, эфирға сығара. Был видеояҙмала республикала билдәле шәхестәрҙең түбәндәге фекерҙәре яңғырай. Тапшырыуҙа яңғыраған ҡайһы бер фекерҙәрҙе яҙып үтеү урынлы булыр.
—Элек ҙур спектаклдәр ҡуйманыҡ, уға ҡушып 11-12 концерт номеры бирә инек. Алдан афиша ебәреү мөмкинлеге булманы. Әммә «Хәмит ҡурайсы килә» тигәнде ишетеү менән, бөтә ауыл эркелеп клубҡа килеп тула ине. Хәмит ағайҙы ҡат-ҡат һорап, сәхнәнән сығармай торғайнылар… 1936 йылда Мәскәүҙә колхоз-совхоз театрҙарының фестивале булды. Шунда Хәмит Әхмәтов ҡатнашып, юғары баһа алып, бүләкләнеп ҡайтҡайны,—тип хәтерләгән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмзә Ҡурсаев.
—Өфөгә килеп эшләй башлағас, Ғиниәт Ушановтың фатирында уның ҡунағы Хәмит Әхмәтов менән таныштым. Хәмит ҡурайсының күкрәк менән һажлатып уйнағанын күреп: «Һа-а-ай, ҡурайсылар бар икән дә баһа!»—тип иҫем китеп тыңланым. Шул тиклем шәп уйнай ине,—тип бәйән иткән СССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Заһир Исмәғилев.
—Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Күсей ауылы үҙенең ҡурайсылары менән дан тотҡан, һәр өйҙә ҡурай моңо яңғыраған. Күсей ауылы клубында 40-лаған иң көслө ҡурайсылар йыйылып, бергәләп уйнағанда, бер Хәмит ҡурайсының ҡурайынан сыҡҡан моң башҡаларҙыҡын ҡаплаған. Ул тәртә йыуанлыҡ, 14 тотамлы ҡурайҙа уйнар ине. Ҡәҙимге ҡурайҙар сыҙамай, сатнап китер ине,—тигән бик күп ҡурайсыларҙың остазы Кәрим Дияров.
—Ағайым Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эшләгәндә, уға Хәмит ҡурайсының йоғонтоһо ҙур булды. Ул мәлдә республикала ундай ҡурайсы юҡ ине. Уның ҡурайының йыуанлығы-ы-ы! Күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп, күкрәгенә һалып, халыҡты аһәңгә күмеп, микрофонһыҙ сәхнә яңғыратып уйнауы иҫ киткес тамаша була торғайны. Ағайым уға ҡарап өйрәнде,—тип фекере менән уртаҡлаша билдәле ҡурайсы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡустыһы Сәйфулла Дилмөхәмәтов.
—Уның һымаҡ ҡурайсыны күргәнем булманы… Ҡурайҙы пропагандаланы. Ул ҡурайсыларҙың да ҡурайсыһы ине. Моңо юғалып ҡалырға тейеш түгел,—ти Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов.
—Көслө ҡурайсы булды. Тәбиғи Ирәндек ҡурайында күкрәк менән өзләп уйнай ине. Ауылға килеп, бер ажғыртып уйнап ебәрһә, «Хәмит ҡурайсы килгән бит», тип бөтә халыҡ клубҡа эркелер ине,—тип хәтергә ала Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрамғолов.
2009 йылда донъя күргән «Киске Өфө» гәзитенең 13-сө һанында Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков тураһында Әхмәр Үтәбайҙың мәҡәләһе сыҡҡайны. Шунда халыҡ йырсыһы Хәмит ҡурайсы хаҡында ла телгә алып үткән: «Алтынсы класта уҡығанда Өфөлә үткән конкурста Хәмит Әхмәтов тигән ҡурайсыға ҡушылып «Буранбай»ҙы йырлап, 1-се урын алдым. Йырлап бөткәс, Хәмит ҡурайсы мине ҡосаҡлап уҡ алды ла: «Балам, тауышың матур, йырла!»—тине. Заһир ағай Исмәғилев ҡурайсы хаҡында: «Тарихта ундай ҡурайсы юҡ!»—тип әйтә торғайны».
Ҡурай сәнғәтенең ҡәҙерен белеүсе яҡташтары Хәмит ҡурайсыны онотмай. 1991 йылдың 19 ғинуарында Миҙхәт Әсфәндиәр улы Байрамғолов менән уның ҡатыны Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙы Әүәлбаева Төркмән ауылында Баймаҡ районы ҡурайсылары араһында Хәмит Әхмәтов призына бәйге үткәрә. Төркмән ауылындағы Ғ.Сөләймәнов исемендәге музейҙа Х.Әхмәтовҡа арналған мөйөш бар. Күсей мәктәбе музейында ла материалдар тупланған, мәктәп коридорын уның портреты биҙәй. Ауыл урамдарының береһе Хәмит Әхмәтов исемен йөрөтә. Үҙе эшләп киткән А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ла портреты тора.
—Шуныһы үкенесле: Хәмит ҡурайсы тураһындағы бик күп гәзит материалдары, фото-документтар яуапһыҙ, битараф кешеләрҙең ҡулына эләгеп, эҙһеҙ юғалды. Ярай әле, Юлай Ғәйнетдинов һымаҡ талант ҡәҙерен белгән кешеләр бар. Ваҡытында атаҡлы ҡурайсы тураһында мәғлүмәттәр туплап, уның менән яҡындан таныш булған кешеләрҙән иҫтәлектәр яҙып алып, видеоға төшөрөп, аҙаҡ тапшырыу әҙерләп, Башҡортостан телевидениеһы аша эфирға сығармаһа, Хәмит ҡурайсы тураһында күп нәмәне белмәй ҡалыр инек, билдәле шәхестәрҙең уның тураһындағы иҫтәлектәре онотолоуға дусар булыр ине. Юлай Ғәйнетдинов, ысын мәғәнәһендә, хазина эҙләүсе. Беҙ, Хәмит Әхмәтов туғандары, уға ҙур рәхмәтлебеҙ.
Үткән быуаттың 60-сы йылдары башында Башҡортостан композиторҙар союзы Хәмит Әхмәтовтан 34 көйҙө магнитофон таҫмаһына яҙып ала. Шуларҙың бишәүһе—«Сыңрау торна», «Айүкә», «Мөнәй», «Ильяс», «Ҡарасәс» һаҡланып ҡалған. Ҡалғандарының яҙмышы билдәһеҙ.
Үкенескә ҡаршы, Хәмит апаның вариҫтары булманы. Ул Хәсбиямал инәй менән Сибайҙа йәшәне. Инәйҙең эйәрсән ҡыҙы Мәрхәбә апайҙы үҙ ҡыҙылай яҡын күрҙе. Аҙаҡ Мәрхәбә апай һәм Зәйнулла еҙнәйҙең балаларына һөйөклө ҡартатай булды,—ти ҡарындашы С.М.Байназарова.
Ысынлап та, халҡыбыҙҙың мәшһүр улдары бик күп. Уларҙың һәр береһен беҙ иҫләргә, тарих биттәренә яҙып ҡалдырырға бурыслы.
Резеда Усманова.
Шағир Батыр Вәлидтең Хәмит ҡурайсының вафаты көнө яҙған шиғыры:
Хәмит Әхмәтов, һин ғүмерең буйы
Моңдар яңғыратып йәшәнең.
Бейетә лә белдең, йырлаттың да
Ҡурайыңа ҡартын, йәштәрен.
Барыһы ла һине тыңланылар
Инәй, еңгәй, апай, һеңлеләр.
Күкрәгеңдән сыҡҡан йылы моңдар
Күңелдәргә майҙай һеңделәр.
Колхоз, совхоз, рудник, сиҙәмдәре
Улар ерендәге йәйләүҙәр.
Хәмит, һиңә ҡурай уйнау өсөн
Сәхнә булды йәмле йәйҙәрҙә.
Һин халҡыңа ябай һалдат булып,
Тоғро хеҙмәт иттең ғүмергә.
Әжәл иртә алды арабыҙҙан
Теләмәһәк тә һине бирергә.
Урал тауҙың берәй һандуғасы
Һайрар өсөн ҡунһа талына.
Йәки берәү ҡурай уйнай ҡалһа
Һының баҫыр, Хәмит, алдыма.
Ҡурай дәрәжәһен төшөрмәнең,
Булдың, Хәмит, моңдар йылғаһы.
Бик күп ҡурайсылар араһында
Маяҡ булдың барыр юлдағы.
1 – Ҡурайсы Хәмит гастролгә китеп бара. Янында ҡатыны

2 – Мәскәүгә барыусы делегация. Беренсе рәттә ултыралар: ҡурайсы Хәмит Әхмәтов, РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бүлеге мөдире А.Н.Фогель, бейеүсе ҡарт Барҙыбаев, Хәҙисә Хөсәйенова, Әбүбәкер Хөсәйенов, муса Мортазин. Баҫып торалар: ҡурайсы Әбдрәхим Исҡужин, ҡазыхан Низаметдинов, Әминә Хөсәйенова, Зөләйхә Әбдрәхимова, Башҡортостан зыялылары И.И.Мутин һәм Ишмурзин

3 – Ҡурайсылар : һулдан уңға Хәмит Әхмәтов, Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушанов. Данлыҡлы ҡурайсылар тарихи фото. Хәлил ауылы музейынан

4 – күмәк китеп барғандары Сибай артистары демонстрацияла. Иң бейеге Хәмит Әхмәтов

6 – Дүрт артист торған фото: башҡорт дәүләт күсмә театры артистары һулдан уңға Хәмит Әхмәтов, ғәбдрәхим Исҡужин, Дилә Дауытова, ире Исмәғил Дауытов.1926 йылғы фото
