logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Бурзян

ЫРЫУЫМ МИНЕҢ –  БӨРЙӘН                  

Үткәнен белмәгән халыҡтың бөгөнгөһө, бөгөнгөһө булмағандың киләсәге юҡ, тиҙәр. Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттәге ҙур һәм мөһим үҙгәрештәр нигеҙендә халҡыбыҙҙың үҙ тарихы, атай-олатайҙарҙың данлы үткәне менән ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер артты. Күптәр иң элек үҙенең ырыуын, уның тарихын белергә, ҡәрҙәштәре менән берҙәмлекте нығытырға ынтыла.Һуңғы ваҡытта ырыуҙар тарихы тураһында китаптар нәшер ителеүе, ваҡытлы матбуғатта мәҡәләләр донъя күреүе ҡыуаныслы. Баймаҡ районы китапханалары фондында ырыуҙар тарихы буйынса  байтаҡ мәғлүмәт  табырға була. Үҙебеҙҙең бөрйән ырыуы тураһында ла бик күп  мәғлүмәт   тупланған.Улар беҙгә ырыу тарихы, бөрйән ырыуы башҡорттарының тормош-көнкүреше, уның арҙаҡлы шәхестәре, тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында яҡындан танышырға ярҙам итә. Был күрһәткестә ошо мәғлүмәттәр урын алды.Күрһәткес уҡыусыларға, уҡытыусыларға, крайҙы өйрәнеүселәргә, ғөмүмән үҙ халҡының үткәне һәм бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.

                                   Бөрйән ырыуы тураһында.

Халҡыбыҙҙың иң ҡеүәтле, күп һанлы һәм көслө ырыуҙарының береһе һаналған бөрйәндәр Ағиҙелдең үрге ағымынан башлап, көнъяҡҡа Яйыҡ буйына тиклем ерҙәрҙә йәшәгән Көнъяҡта Оло һәм Кесе Эйек, Юшатыр йылғалары буйында ла ғүмер иткәндәр. Элек ырыуҙаштарыбыҙҙың байтағы Дим  буйында, артабан көнъяҡта Туҡ, Оло һәм Кесе Уран буйҙарында, Ырғыҙ, Кәрәлен һәм Кәмәлек  буйлап урынлашҡан. Әлеге көндә бөрйәндәрҙең күбеһе Баймаҡ, Бөрйән  һ.б  райондар биләмәләрендә, шулай уҡ Һарытау, Һамар, Ырымбур   өлкәләрендә  йәшәй.
Бөрйән ҡәбиләләрендәге монаш һәм яғылбай ырыуҙары иң боронғоларҙан иҫәпләнә. Хатта яғылбай ырыуының исеме бөрйәндәрҙең төп тамғаһына инеп ҡалған. 1930 йылда   баҫылып сыҡҡан С.Мирасовтың китабында яҙылғанса бөрйәндәрҙең ырыуына нигеҙ һалыусы Бөрйән-бей булған. Уның ейәндәрен  Урал-бей һәм Арал-бей тип атағандар. Урал бей Яйыҡ үҙәндәренә   күсеп ултырған, ә Арал-бей туған илендә ҡалған, Арал диңгеҙе буйында һыулаған. Был бөрйәндәр араһында һаҡланған мәғлүмәттәргә тап килә: уларҙың ата-бабаларының  Уралға Һырдаръя буйынан  һәм  Арал  диңгеҙе  яғынан  бүрегә  эйәреп  килеүе  хаҡында һөйләнә.
Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, бөрйәндәр күсенеп йөрөгән, уларҙың ҙур-ҙур йылҡы өйөрө булған. Малдарҙың күбеһе тибендә йөрөгән. Яҙ көнө улар йәйләүгә күсенер булған. Йәйләүҙәрҙә  кейеҙ тирмәләрҙә  йәки  ҡыуыштарҙа  йәшәгән.
Бөрйәндәр умартасылыҡ менән дә етди шөғөлләнгәндәр, бигерәк тә солоҡсолоҡ киң таралған. П.Рычковтың яҙыуынса, уларҙың ҡайһы берҙәрендә 2000-гә тиклем солоҡ  булған һәм уларҙан ҙур табыш алынған.
Бөрйәндәрҙең көнкүрешендә һунар ҙа ҙур роль уйнаған. Төнъяҡта таулы-урманлы урындарҙа  йәшәгәндәр “тайга” ысулын  киң ҡулланған, саңғы кейеп тәрән ҡарҙа йәнлекте баҫтырған, атыу өсөн уҡ файҙаланған. Ҡапҡан һәм тәпе лә ҡуйғандар. Далаларҙа йәнлектәрҙе күберәк һыбай баҫтырғандар, һунар ҡоштарын-бөркөттәрҙе, ыласындарҙы, ҡарсығаларҙы киң ҡулланғандар. Улар ярҙамында бүре, төлкө, ҡуянға һунарсылыҡ иткәндәр.
ХХ быуат башында бөрйәндәр, нигеҙҙә, игенселек, малсылыҡ  менән шөғөлләнеүгә күсә. Октябрь революцияһына тиклем  тип  әйтерлек   бөрйәндәрҙә   йәйләүҙәргә    күсеү  һаҡланған.
Йәмғиәттә айырым ғүмер итеп булмаған кеүек, бөрйәндәр ҙә дөйөм илебеҙҙең уртаҡ шатлыҡ-ҡайғыларын йөрәге менән кисереп, бар  яҙмышын   бүлешеп   бергәләп   йәшәгән.

              Бөрйән ырыуы башҡорттарының тормош-көнкүреше.

1.  Асфандияров А.З. Башкирская  семья  в  прошлом. – Уфа:  Китап, 1997. – С. 28,  31,  63
2.  Башкирская юрта. – Уфа, 2004. – 240 с.
3.  Бикбулатов Н.З.     Башкирский аул. – Уфа, 1969. – С.8-11,  21-22,  27-28,  43-44,  54-58,  106, 108.
4.  Муллағолов М. Башҡорттарҙың урман кәсебе.- Өфө: Китап, 2000. – Б. 77, 87, 98, 101, 116, 198.
5.  Нагаева Л.Башкирские народные праздники, обряды и обычаи. – Уфа, Китап, 1999. – С. 56, 59, 60, 63, 66, 69, 83, 92.
6.  Рыбаков С.Г.     По  упалу, среди  башкир// Башкирия  в  русской  литературе.  Т.3. – Уфа: Китап,  1993. – С.216 – 265.
7.  Янгузин Р.З.Этнография  башкир. – Уфа:  Китап, 2002. – С. 30, 67,  75-76,  83,  175 -176.
8.  Янгузин Р.З.Хозяйство башкир дореволюционной России. – Уфа, 1989. – С 105, 161, 183.

                                     Арҙаҡлы шәхестәре.

1. Асфандияров А.З.“Я – Алдар Исекеев”// А.З Асфандияров, башкирские тарханы. – Уфа: Китап, 2006. – С. 81 – 88.
2. Байымов Б.Мөхтәр Байымов// Ватандаш. – 2003. -№1. – Б. 114 – 119.
3. Йәйғорҙың ете төҫө (Ғата Сөләймәнов) // Р.Шәкүр. Сыңрау торналар иле. – Өфө; Китап, 1996. – Б. 89 – 97.
4. Кулбахтин. Н.  Нуғай даруғаһының башҡорт юлбашсылары//Ватандаш.-2005.- №6.–Б.63 – 64.
5.  Насиров Р.     Ил ағаһы Әбүбәкир// Р.Насиров. Матурлыҡ котҡарыр.- Өфө; Китап, 2002. – Б. 50 – 57.
6.   Сибай кантон//Буранғолов М.Сәсән аманаты.-Өфө; Китап,1995–Б.121 –124.
7.   Хөсәйенов Ғ.Алдар батыр ҡиссаһы //Ғ.Хөсәйенов.Батырҙар ҡиссаһы.-Өфө,1986.–Б.6– 96.
8.   Хөсәйенов Ғ.Буранбай сәсән //Ғ.Хөсәйенов.Ил азаматтары.-Өфө:Китап,1998.–Б.420– 427.
9. Хөсәйенов Ғ.Ғәбит сәсән// Ғ.Хөсәйенов, Башҡорт халҡының рухи донъяһы. – Өфө; Китап, 2003. – Б. 296 – 297.
10. Хөсәйенов Ғ.Батырша, – Өфө; Китап, 2005. – 269.
11. Шәкүр. Р. Хөсәйен Әхмәтов // Р.Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. – Өфө:  Китап,  2005. –    Б. 336 – 344.
12.  Шәкүр.Р. Зекериә Аҡназаров// Р.Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. – Өфө:  Китап, 2005. –  Б. 371 – 374.
13.  Шәкүр Р.  Йөрәктәрҙән   йөрәктәргә    (Рамаҙан Йәнбәков) // Р.Шәкүр. Сыңрау  торналар иле.- Өфө; Китап, 1996. – Б. 112 -118.
14.  Шәкүр. Р. Йәйғорҙоң ете төҫө (Ғата Сөләймәнов)// Р.Шәкүр. Сыңрау торналар  иле. –    Өфө, 1996. – Б. 89 – 97.
15.  Шәкүр.Р. Ҡурайсы аманаты (Кәрим Дияров)// Р.Шәкүр. Сыңрау торналар иле. – Өфө, 1996 – Б. 145 -153.
16.  Әсфәндиәров Ә.“Буранбайҙың яҙған хатын уҡып…// Ә.Әсфәндиәров. Олатайҙарҙың  бар  тарихы. – “Өфө:  Китап, 1996. – Б. 103 -107.
17.  Өмөтбаев Р. Хәҙрәт    эҙҙәренән// Өмөтбаев Р. Осрашыуҙар, юғалтыуҙар. – Өфө;  Китап, 1997. – Б. 114 – 131.

                                      Бөрйән ырыуы тарихы.

1. Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 2 – 3.- Уфа: китап, 1998. – С. 6 – 80.
2.Ахмеров Р.Б. Наскальные знаки и этнонимы башкир. – Уфа. 1994. – С. 22 – 23, 50, 72, 91-92.
3. Асфандияров А.З. Кантонное управление в Башкирии. – Уфа: Китап, 2005. – С. 139 – 143.
4. Акманов И.Ғ. ХVll быуатта – ХVlll быуат башында башҡорт күтәрелештәре. – Өфө: Китап, 1998. – Б. 161 – 175.
5. Башкиры бурзянского рода// Баймакский край. –Уфа: Китап, 2002. – С. 30 – 47.
6. Бөрйәндәр// Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия – Өфө, 1997. – Б. 208.
7. Бейеш.Ә.Эйек бөрйәндәре// Ватандаш. – 1998. – №1. Б. 69 – 78.
№ 2. – Б. 103 – 114.
№ 3. – Б. 90 – 104.
№ 4. – Б. 145 – 158.
8. Бадретдинов .С. Тайны древних рисунков пещеры Шульганташ// Ватандаш. – 2003. – №11 -5, 187 -195.
9. Ҡолбахтин Н. Нуғай даруғаһының башҡорт юлбашсылары// Ватандаш. – 2005. – №6. – Б. 62 – 80.
10.Родословная бурзянов// Башкирские родословные.– Уфа: Китап,2002. – Б.107 – 113.
11. Руденко С.И. Башкиры: историко – этнографические очерки. – Уфа: Китап, 2006. – 376 с.
12. Сайгафаров Ә. Бында Сураш батыр рухы йәшәй. // Ватандаш. – 2001. – №11. – Б. 175 – 178.
13. Сидоров. В.Исследователи края башкирского. – Уфа, Китап, 1997 – С. 62 – 65, 205 – 214.
14. Твоя родословная, житель Баймака.//Сказание о земле Баймакской. Уфа: Слово – С. 19 – 21.
15. Хөсәйенов Ғ. Ете ырыу// Ғ.Хөсәйенов. Батырҙар ҡиссаһы.- Өфө; 1986 – Б. 224 – 246.
16. Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Бөрйән башҡорттары араһында// Ә.Вәлиди. Әҫәрҙәр. – Өфө: Китап, 1996 – Б. 39 – 59.
17. Янгузин Р.З., Хисаметдинова Ф.Г. Бурзяне// Р.З Янгузин, Ф.Г.Хисаметдинова. Коренные народы России. Башкиры. – Уфа: Китап, 2007 – С.54 -57.
18. Янгужин Р.З. Бөрйәндәр// Р.З Янгужин. Башҡорт Ҡабиләләре тарихынан. – Өфө: Китап, 1995. – Б. 44 – 52.

Бөрйән ырыуы башҡорттарының рухи донъяһы.

  1. Бөрйәндәр  хан  замандарында // Башҡорт  халыҡ риүәйәттәре  һәм  легендалары. – Өфө: Китап, 2001. – Б. 123 -126.
  2. Бөрйән нәҫеле // Башҡорт халыҡ риүәйәттәре  һәм легендалары. – Өфө: Китап, 2001. – Б.79.
  3. Брагин  ташы. Ҡәнифә юлы// Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары. – Өфө: Китап, 2001. – Б. 123 -126.
  4. Галин С.“Сибай контон” йыры  тураһында// С.Галин. Тарих һәм халыҡ поэзияһы. -Өфө; 1996. – Б.237 – 238.
  5. Галин С.“Бабсаҡ  менән  Күсән” хикәйәте// С.Галин. Тарих һәм халыҡ поэзияһы. – Өфө. 1996. – Б. 105 – 107.
  6. Дияров Ҡ.Сал  Уралдың  моңдары.- Өфө, 1988. -152 б.
  7. Сәйғәфәров Ә.З. Ер-һыу  атамалары. – Өфө, 2004. – 187 б.
  8. Сураш // Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары – Өфө: Китап,  2001. – Б. 122 – 123.

                                          Нәфис әҙәбиәттә – бөрйән ырыуы.

  1. Иҙелбаев М.Ҡыҙыл  ҡарҙар: Повестар. – Өфө: Китап, 2001. – 240 б.
  2. Ҡәҙерғолов А.Етем  ялан: Роман – Өфө; Китап, 1997. – 256 б.
  3. Мәргән К.Бөркөт ҡанаты: Роман. – Өфө: Китап, 2005. – 383б.
  4. Өмөтбаев Р.Ысыҡтан  эйелә  ҡылған: Роман. – Өфө: Китап, 1993. – 384 б.
  5. Өмөтбаев Р.Һынылыш: Роман, – Өфө: Китап, 1999. – 424 б.
  6. Хөсәйенов Ғ.Ҡанлы  илле  биш: Тарихи роман. – Өфө: Китап, 1996. – 544б. 

     Бөрйән ырыуы башҡорттарының бөгөнгө тормошо.

  1. Баймаҡ районы// Ватандаш. – 2001.- №3. – Б.3-38.
  2. Бәҙретдинов С.Бөрйән  күренештәре// С.Бәҙретдинов. Тереләрәгә – тере һыу. – Өфө: Китап, 2006. – Б. 299 – 307, 395 – 400.
  3. Бөрйән ырыуы// Ватандаш. – 2001. – №12. – Б. 3 – 41.
  4. Культурный  центр  Зауралья// Ватандаш. – 2005. – №7. – Б. 133 – 153.
  5. Ноғоманов Ш.Ирәндек мөғжизәһе// Ватандаш. – 1998. – №8. – Б.46.