logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Тәңкәле ҡыҙ-2026”

Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың 7 томлығы сығыуына арналған төбәк-ара “Тәңкәле ҡыҙ-2026” конкурсы үтте. Райондың бренд сараһына әүерелгән был бәйге быйыл район-ара кимәлгә сыҡты. Унда Сибай ҡалаһының, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарының уҡымышлы, тыйнаҡ, дәртле, сая рухлы һәм ижади ҡыҙҙары зиһенлелектә һәм оҫталыҡта көс һынашты. Конкурстың төп ҡунаҡтары – яҙыусылар Таңсулпан Ғарипова менән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай булды. Сығыштарҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов етәкселегендәге комиссия баһаланы.
Конкурстың беренсе бүлегендә ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, икенсе бүлек Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштереүгә бағышланды. Киләһе бүлектә ҡыҙҙар үҙҙәре әҙерләгән стилләштерелгән милли кейемдә дефиле күрһәтһә һәм һуңғы бүлектә әҙибәнең ижадына бәйле һорауҙарға яуаптар яңғыраны.

Шулай итеп, йәнле һәм йәмле тамашаның иң тулҡынландырғыс бүләкләү тантанаһында еңеүселәр түбәндәгесә баһаланды:
Гран-при һәм төп приз – хәситә менән 15 мең һум Беренсе Этҡол ауылы гүзәле Гөлдәр Азаматоваға тәтене.
1-се урын Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусыһы Ангелина Тукушеваға бирелде. Ул шулай уҡ “Йондоҙ” матурлыҡ салоны хужабикәһе Гөлкәй Ишембәтова әҙерләгән махсус призға эйә булды.
2-се урынға Бөрйән районынан Илзидә Ғиззәтуллина сыҡты.
3-сө урынды Ейәнсура районы һылыуы Азалия Ғүмәрова яуланы.

Түбә ауылы һылыуы Азалия Үтәбаева “Рухлы һылыу” номинацияһына һәм “Ағиҙел” журналының махсус призына лайыҡ булды.
Йылайыр районы ҡыҙы Гөлнәфис Таһирова – “Өмөт”, Сибай ҡалаһынан Рәсилә Фәритова – “Сәхнә оҫтаһы” номинацияһында бүләкләнде. Сара һуңында Таңсулпан Ғарипова ҡыҙҙарға үҙенең махсус бүләктәрен һәм 7-се том китаптарын тапшырҙы.