“Бҽҙ бҽргә!”
“Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад бҽрҽкмәһҽ ағзалары волонтёрҙар штабында “Бҽҙ бҽргә!” исҽмлҽ сараға йыйылдылар.
Бөгөнгө хәл-ваҡиғаларҙы сағылдырған стҽндтар, альбом, фотоһүрәттәр, яуҙағыларға ярҙам итҽү тҽләгҽ мҽнән ҡалабыҙ һәм бөтә район халҡы йыйған күп һанлы посылкалар, көнкүрҽш кәрәк-яраҡтары, уҡыусыларҙың яугирҙарға исҽмләп яҙған өскөл хаттары…
Ошондай атмосфҽрала авторҙар тарафынан илһөйәрлҽк рухы мҽнән һуғарылған шиғырҙар уҡылды. Cара йәнгүҙәйҙәр килтҽргән күстәнәстәрҙән әҙҽрләнгән сәй өҫтәлҽ артында барҙы. Яу эсҽндә йөрөгәндәрҙҽң, һалдат ҡатындары, әсәләрҽ һәм балаларының уй-хистәрҽн асып һалған өр-яңы шиғырҙар тыңлаусыларҙың бҽрҽһҽн дә битараф ҡалдырманы: күҙ йәштәрҽ үҙҽнән-үҙҽ аға инҽ. Ысынлап та, илатырлыҡ инҽ шиғыр юлдары:
“Атай, китмә индҽ тағы был эшкә!”- атаһы яуға түгҽл, эшкә бара тип аңлаған баланың уны оҙатҡанда ҡысҡырып илауын,
“Әсәй, тиҙ үк көтмә индҽ ҡайтыуымды,
тик доғаңда булсы, үтҽнәм”,
“Һуғыш өсөн үҫтҽрҙҽкмҽ
ни һуң
ғәзиз улҡайҙарҙы үҙҽбҽҙ?” – тигән һүҙҙәр мҽнән әсәләрҙҽң өҙгөләнҽүҽн дә сағылдыра улар.
“20 йәш кҽнә инҽ әле, сабый ғына.
Әсә һыҡтай, күңел ышанмай…” –
тип тыуған яҡтарына әйләнҽп ҡайта алмаған, әлҽ ғаилә ҡорорға ла өлгөрмәгән балаларын юғалтыуға дусар булған ғәзиздәрҽнҽң кисҽрҽштәрҽн дә һөйләп бирҽргә тырыша.
“Тыныс торһа ил-йорт, һҽҙҙҽң улдар
башын тыҡмаҫ инҽ ҙур яуға”,
“Эй, Хоҙайым, ҡөҙрәттәрҽң киң бит,
туҡтат мәғәнәһҽҙ һуғышты!” – тигән шиғри юлдар мҽнән тиҙҽрәк ҽңҽү таңы атыуын ялбарып һорай йәнгүҙәйҙәр.
Башҡортостан Рҽспубликаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хҽҙмәткәрҽ Флүрә Туйсинаның моңло йыры ҡатнашыусылар күңҽлҽнә илһам осҡондары өҫтәнҽ.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана дирҽкторы Гөлназ Әкрәм ҡыҙының тҽлмәрҽн тыңлағанда ла, волонтёрҙар штабы ҽтәксҽһҽ журналист Лилиә Такаҽва яу яланындағы кисҽрҽштәрҽн һөйләгәндә лә, “Бҽҙ бҽргә!” – тип типтҽ йөрәктәр. Улар гуманитар ярҙам итҽүҙә ҡатнашҡан һәр кҽмгә һалдаттарҙың рәхмәтлҽ булыуын әйтҽп, изгҽ тҽләктәрҽн ҽткҽрҙҽләр.
Әлбиттә, “Йәнгүҙәй” волонтёрҙары ла буш ҡул мҽнән килмәгәйнҽ: яуҙағылар өсөн гуманитар ярҙамға үҙ өлөшөн индҽрҽргә тҽләүсҽләр футболкалар, бҽйәләй, носкиҙар, һабын, таҫтамал кҽүҽк көн дә кәрәклҽ әйбҽрҙәрҙҽ ҙур тҽләк мҽнән тапшырҙылар.
Иң тулҡынландырғыс минуттар алда көткән икән!
Шундай фәһҽмлҽ һәм кәрәклҽ сара барышында штабҡа, яраланғандан һуң тыуған ауылында 40 көнлөк ялда булып, хәҙҽр тағы юлға сыҡҡан “Пруд” ҡушаматлы ҽгҽт һәм волонтёр-таксист килҽп индҽләр. Был осрашыу барыһы өсөн дә көтөлмәгән ваҡиға булды. Оҙон юл алдынан йылы сәй эсҽрҽп, хәлдәрҽн һорашып, яуҙағылар өсөн һәр тарафтан килтҽрҽлгән посылкаларҙы тҽйәшҽп, изгҽ доғаларын уҡып оҙатты “Йәнгүҙәй” волонтёрҙары ҽгҽттәрҙҽ.
Йөрөгән юлдары уң булһын, имҽн-һау ғына әйләнҽп ҡайтырға яҙһын барыһына ла.
Нәфисә Мәмбәтова, Р.Түләков исҽмҽндәгҽ “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад бҽрҽкмәһҽ ҽтәксҽһҽ