Д
(1975)
Айбулат Дәүләтшин 1975 йылдың 16 октябрендә Байыш ауылында танылған ҡурайсылар ғаиләһендә тыуған. Әрме сафынан һуң Сибай педагогия, сәнғәт колледждарында белем ала. 2015 йылдан алып – Ғ.Сөләймәнов исемендәге Баймаҡ балалар сәнғәт мәктәбенең Урғаҙа ауылындағы филиалында ҡурай серҙәрен төшөндөрә, Урғаҙа музыка мәктәбенең ҡурайсылар ансамблен етәкләй. 2005 йылдан алып Октябрьский ҡалаһында үткәрелгән Республика ҡурайсылар бәйгеһендә ҡатнаша. Башҡорт халыҡ көйҙәрен оҫта башҡара. “Алтын ҡурай” район конкурсында, 2019 йылда республика музыка мәктәптәре уҡытыусылары араһында 3-сө урындар яулай. 2020 йылда Аҡъяр ауылында үткән Д. Хәсәнов исемендәге конкурста дипломант була.
Айбулат Ташбулат улының 5 балаһы ла ҡурайҙа оҫта уйнай, улар ҙа, уҡыусылары ла район һәм республика конкурстарында һәр ваҡыт призлы урындар яулап тора.
Ул үҙе лә атаһына, ҡартатаһына оҡшап балта оҫтаһы, 2020 йылдан шпондан курайҙар, ҡурайға футлярҙар эшләй. Буранбай сәсән исемендәге район ҡурайсылар ансамбле ағзаһы.
(1906 – 1980)
Мостафа Дәүләтшин 1906 йылда тыуған. Байышта иң шәп балта оҫтаһы булған: үҙ ҡулы менән скрипка, велосипед эшләгән, ағастан һырлап, биҙәп эшләгән шкафтары – үҙе бер ҡомартҡы, тимерҙән яһалған ел тирмәне лә оҙаҡ ваҡыт ауыл халҡына хеҙмәт иткән. Ә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында фронттан “бронь” менән ҡалдырыла – ауыл хужалығы техникаларына ла, һуғыш кәрәк-яраҡтарына запчастарҙы станоктарҙа эшләй, йәғни токар ҙа, столяр ҙа, фрезеровщик та була. Уны шул оҫталығы өсөн «икенсе Кулибин» тип тә йөрөтәләр.
Халыҡ моңона, ҡурайға бала саҡтан мөкиббән ғашиҡ Мостафа Мөхәммәт улы 30 йәштәрҙә үк танылған ҡурайсыларҙың береһенә әүерелә. 1940 йылда ВСХВ-ла сығыш яһай. 1955 йылда Ленинградта Декадала ҡатнаша. Яратып уйнаған көйҙәре – «Буранбай», «Әрме», «Урал», «Ғилмияза», бейеү, марш көйҙәре.
1980 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.
Оло талант эйәһенең үҙ ҡулы менән эшләнгән ҡурайы ла улы Ташбулат Дәүләтшинда ҡомартҡы булып һаҡлана һәм уның ошо ҡурай моңон уның нәҫел быуыны – Дәүләтшиндар дауам итеп килә. Ташбулат Дәүләтшин биш балаһына ла ҡурай уйнарға өйрәтә, хәҙер инде ейәндәре лә ҡурай серҙәрен яҡшы белә.
Бөгөнгө көндә уларҙың династияһында ҡурай буйынса белем биреүсе юғары музыкаль белемле ҡурайсылар ҙа бар:
Айбулат Дәүләтшин (Ғ.Сөләймәнов исемендәге Баймаҡ балалар сәнғәт мәктәбенең Урғаҙа ауылындағы филиалында уҡыта, Урғаҙа музыка мәктәбенең ҡурайсылар ансамблен етәкләй, Буранбай сәсән исемендәге район ҡурайсылар ансамбле ағзаһы.), Өлфәт Нурислам улы Вәлиев Өфөлә сәнғәт институтында уҡыта, Батыр Дәүләтшин – Екатеринбург та оркестрҙа хеҙмәт итә, әле әрме хеҙмәтендә.
Юлай Ғәйнетдиновтың “Ҡурай һәм ҡурайсылар” китабынан:
“Баймаҡ районы Татлыбай ауылынан ҡурайсы, хәҙер инде мәрхүм Салауат Хәйбуллин ағай үҙе шаһиты булған бер ваҡиға тураһында һөйләгәйне: “1935 йылда, йәй, беҙҙең ауыл янында йыйын булды, ян-яҡтан ҡурайсылар, йыраусылар килде. Ул саҡта Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эшләп йөрөгән Ғата Сөләймәновты ла саҡырғандар. Бәйгенең баһалаусылары, ҡарттар: “Йә, Ғатаулла, “Һыр”ҙы уйна әле”, – тине. Уйнаны. Шунан ҡарттар Дәүләтшиндың ошо уҡ көйҙө уйнауын һораны. Күрше Байыш ауылынан велосипедҡа атланып килгән Мостафа Дәүләтшин Ғата Сөләймәновтан ҡурай һорап алды ла “Һыр” ҙы уйнағайны, ҡарттар ҡул сапты һәм: “Бына был, исмаһам, “Һыр” булды”, – тине. Беренсе урынды – Мостафа Дәүләтшингә, икенсене Ғата Сөләймәновҡа бирҙеләр. Ғата ағай рәхмәт әйтеп, бүләген ололап баһалаусыларҙың рәйесенә бирҙе…”
(1955)
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (2013) Ташбулат Дәүләтшин 1955 йылдың 15 мартында Байыш ауылында тыуған. 2002 йылда Сибай педагогия колледжын тамамлап, 1971 – 74 һәм 1976 – 99 йылдарҙа “Йылайыр” совхоз-техникумында эшләй – Яковлевка балалар музыка мәктәбендә ҡурай дәресен алып бара. 1974 – 76 йылдарҙа “Урғаҙа” мәҙәниәт йорто директоры була. 1999 йылдан алып оҙаҡ йылдар Ғата Сөләймәнов исемендәге Баймаҡ балалар сәнғәт мәктәбе филиалында (Байышта) уҡыта. Ҡурайҙа уйнауҙың традицион стиленә эйә, өзләү ҡушып уйнау хас. Репертуарында оҙон көйҙөң инструменталь варианттары, шул иҫәптән “Азамат”, “Әрме”, “Буранбай”, “Ғайса ахун”, “Ильяс”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Сибай”, “Урал”, “Шәүрә” көйҙәре. Халыҡ-ара фольклор фестивалендә (Галле ҡалаһы, Германия, 1989 йыл), “Вашшои” (Осака ҡалаһы, Япония, 2000 йыл) Бөтә донъя фольклор фестивалендә һ.б. ҡатнаша. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (Мәскәү, 1987 йыл), Халыҡ-ара фольклор сәнғәте радиояҙмалары конкурсы (Братислава ҡалаһы, Чехословакия, 1989 йыл), Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы, 1988, 1989; Өфө, 2000) һ.б. конкурстар лауреаты. 1989 йылда Братислава ҡалаһында үткәрелгән халыҡ-ара фольклор радиоконкурсында ике алтын миҙалға лайыҡ була.
Дәүләтшин Ишбулды Аллабирҙе улы 1923 йылда Икенсе Этҡол ауылында тыуа. Тыуған ауылы мәктәбендә латин яҙмаһында уҡырға өйрәнә, атаһынан ғәрәп телендә уҡырға өйрәнә. Һуғышҡа тиклем тимерсе була. 1943 йылда һуғышҡа алына. Фронтта пулеметсы була. «Маннергейм» һыҙығын өҙөүҙә ҡатнаша. Күрһәткән батырлығы өсөн 4 миҙал менән бүләкләнә. 1946 йылда һуғыштан ҡайта һәм «Ҡыҙыл Байраҡ» хужалығында яратҡан эшен дауам итә. Яҡшы эшләгәне өсөн 1956 йылда Мәскәүҙә Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ҡатнаша. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем тимерсе булып эшләй.
Ҡурай уйнарға ауыл ҡарттарынан өйрәнә. Үҙешмәкәр сәнғәт ярыштарында даими ҡатнаша. Хаҡлы ялға сыҡҡас, мәктәптә балаларға ҡурай серҙәрен өйрәтә.
Ҡатыны менән 5 ҡыҙ, 3 малай тәрбиәләп оло тормошҡа аяҡ баҫтыралар.